Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Киләсәктә йәшел ҡалҡан ҡалырмы, һыуҙарыбыҙ ҡоромаҫмы?
Untitled document

Гөлдәр Ҡадаева

Бынан күпмелер быуат элек Сибай ауылынан бер нисә ғаилә үҙ ерҙәренән алыҫ булмаған иркенерәк урынға—Ҡарағүбәк йылғаһы янына күсеп ултырып, Хәсән ауылын барлыҡҡа килтерә. Шулар араһында дистанцион начальник Рыҫҡужа Аҫылғужин улдары Тусҡәли һәм Сирғәле, алты бер туған Байназаровтар, ике улы менән Аҡназар Яҡупов, Кинйә, Нарымбай, Ҡаҙаҡбай Бикйәновтар, Иҫәнғол Мәмбәтсуриндар була. Ауылға исемде тирмәләр старшинаһы, сотник Хәсән Байназар улы Бейешев хөрмәтенә ҡушалар. 1838-1846 йылдарҙа Хәсән Бейешев алтынсы башҡорт кантонының кантон начальнигы вазифаһын башҡара. Тора бара ауыл кантонлыҡтың илле мең кешене берләштереп торған штаб-фатирына әүерелә. Тарихҡа Хәсән Байназар улының исеме 1864 йылда бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙарының күсермәһен сисеп алыуы менән ныҡлы инеп ҡалған. Шул рәүештә күсермәләр бөгөнгө көнгә килеп еткән. Ауыл халҡы малсылыҡ, ҡырсылыҡ менән шөғөлләнгән. Әлеге көндә лә хәсәндәр ата-бабалар юлын дауам итеп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп көн итә.

Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғының ике ҡалаһы—Сибай һәм Баймаҡ араһында ятҡан Хәсән ауылына иғтибар бермә-бер артты. Баймаҡ районының Татлыбай ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған төбәктә йәшәргә теләүселәр күбәйгәндән-күбәйә һәм ауыл күҙгә күренеп ҙурайыуын дауам итә. Урында социаль әһәмиәтле объекттар —мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, фельдшер-акушер пункты ла, магазин да юҡ. Әммә ауылдың ятҡан урыны Сибай ҡалаһына яҡын булыуы менән уңайлы. Шуға ла кешеләр бынан йорт һалыу өсөн урын алыуға әүәҫләнеп китте. Урындағы халыҡ ауылдың ҙурайыуына ҡыуанһа ла, ситтән килеп өй һалырға теләүселәрҙең тәбиғәтте тәләфләүен үҙһенмәй. Әйтәйек, быйыл ауылдың йәшел ҡалҡаны булған ҡайынлыҡтарҙы ҡырҡып, ер участкаларын таҙарта башлаусыларҙың вәхшиҙәрсә ҡылығына хәсәндәр битараф ҡала алмай. Ауылдың старостаһы Нур Fәйнислам улы Үзбәков мөһабәт ҡайындар ҡырҡыла башлағас та райондың хоҡуҡ һаҡлау, урман хужалығы инстанцияларына мөрәжәғәт итә. Улары үҙ нәүбәтендә ҡайындар ҡырҡылған ер участкалары хужаларын эҙләп таба һәм кәрәкле һөйләшеү алып бара. Хужаларҙың ҡулдарында ерҙәрҙе ҡуртымға алыу тураһында документтары була. Тиҙерәк йорт һалыу хәстәре артынан йөрөгән кешеләр тәбиғәткә ҙур зыян килтереүҙәрен уйлап та бирмәй.

—Зәки Вәлиди урамын дауам итеп, ҡайынлыҡтар менән ҡапланған тау битенән ер участкалары бирергә кемдең башына килгән уй булғандыр—билдәһеҙ, әммә лаф ороуыбыҙҙың сәбәбе шунда: ул ҡайынлыҡ араһында биш шишмә бар. Шуларҙың өсәүһенең һыуы бар, икәүһе ҡороған. Беҙ әлеге көндә Бишбармаҡ  шишмәһенең тәмле һыуын эсеп көн итәбеҙ. Урам эсендә ҡоҙоғобоҙ бар, әммә уның һыуы эсеүгә яраҡһыҙ. Һыу менән тәьмин итеп торған инештәр ҡороһа ҡалайтырбыҙ? Бынан тыш, ҡайындар ауылды ел-бурандан ышыҡлай. Йылдар буйы һаҡланып килгән ҡайынлыҡтың шулай өс ай эсендә үтә күренмәлегә әүерелеүе ҡыҙғаныс,—ти ауыл старостаһы.

Уның һүҙҙәрен ауылдың иң оло кешеһе Әнүәр Биксурин да хуплай.

—Бынан ярты быуат элек ерлектәге халыҡты туйындырып, күҙҙең яуын алып торған хозур ҡайынлыҡты кәртәләп ҡуйҙым. Киләсәк быуынға ошо тарафтар шул килеш күсһен тип һаҡларға тырыштым. Хатта был ерҙәрҙе үҙем ҡуртымға алам тип тә йөрөнөм. Әммә рөхсәт бирмәнеләр. Ә быйыл бөтөнләй ят кешеләр кәртәләремде емереп килеп инделәр ҙә, һорап та тормайынса, йөҙәр йылдар үҫкән аҡ олонло ҡайындарҙы ҡырҡып ташланылар. Туҡһан дүрт ағас төбөн һананым да, ултырып иларҙай булдым,—ти ҡарт, әсенеп.

Әлмира Салахова ла тәбиғәттең ҡороуына борсола:

—Хәсәндә тыуҙым, үҫтем. Ауылыбыҙҙың ҡотон ебәрмәй бөгөн дә ошонда йәшәүемә һөйөнөп бөтә алмайым. Арҙаҡлы ауылдашыбыҙ, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов беҙҙең тарафтарҙы бер ваҡытта ла иғтибарынан айырманы: ауыл урамдарына ғына түгел, һәр йорт алдына асфальт түшәтте. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған иман йорто төҙөттө. Бишбармаҡ шишмәһенә һуҡмаҡ һалдырыуға ла ул ҙур өлөш индерҙе. Әйҙәрҙе ағас яғып йылытҡан осорҙа ла бер кем дә ҡайындарҙы йығып, утын итеп ташыманы. Урманды таҙартыу маҡсатында ҡоро-һарыны ғына йыйып ала инек. Аллаға шөкөр, бынан өс йыл элек ауылыбыҙға «зәңгәр яғыулыҡ» үтте. Хәҙер мунса яғыр өсөн утынды һатып алабыҙ. Шулай күмәкләшеп ауылыбыҙ ҡотон, именлеген һаҡлайбыҙ. Ситтән килеүселәр беҙҙең йылдар буйы күҙ ҡараһылай бәпләп тотҡан тәбиғәтебеҙҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юҡ итеүҙәренә күңелем әрней. Бында тыумаған килмешәктәрҙә тыуған ергә һөйөү юҡ икән ти, тәбиғәткә шулай ҡаты булмаһындар ине.

Зәки Вәлиди урамында йәшәүселәр шулай ҡайынлыҡтың ҡырылыуына, тәбиғәттең ҡороуына зарланһа, Салауат Юлаев урамында йәшәүселәр үҙҙәре йәшәгән йортҡа һәр тарафтан юлдар ябылыуға аптырай. Ошо сәбәпле, Һәҙиә Буранбаеваға балаларын мәктәпкә алып барыу, ғөмүмән, йортонан сығып китеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Улар ер участкаһы алып өй һалғанда эргә-тирәлә башҡа йорттар булмаған. Хәҙер инде алдан да, арттан да өй һалып бөткәндәр. Ике яҡ ҡырыйҙа урман. Урманды ҡырҡып юл эшләтергә рөхсәт юҡ. Тау һыртындағылар участкаларындағы ағастарҙы ҡырҡып ташлай алһа, быларға ундай мөмкинлек бирелмәгән. Күптән түгел ошо ғаиләгә, Татлыбай ауыл хакимиәте биләмәһе етәкселеге (хакимиәттең ҡуртымға алырға, урманды ҡырҡырға хоҡуғы юҡ—авт.) урман менән ҡапланған ерҙе ҡуртымға алып, уны таҙартып алырға тәҡдим иткән һәм шул уҡ ваҡытта һәр ағас дәүләт урман фондында иҫәптә тороуын да әйткән. Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алғанда, урындағы халыҡ үҙ еренә үҙе хужа түгел булып сыға. Бында ерҙе нисек етте шулай ҡулланыу хаҡында һүҙ алып барылмай, әлбиттә. Ә хакимиәттең: «Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа имен»,—тигән әйтемгә ярашлы позицияһы аптырауға һала.

Хәсәндәге хәлдәрҙе асыҡлау маҡсатында Татлыбай ауылы советы биләмәһе башлығы Руслан Иҙрисовҡа мөрәжәғәт иттек.

—Билдәле булыуынса, урман фонды ерҙәре категорияһы урман фонды һәм урман эшен ойоштороусы дәүләт учреждениелары ҡарарҙарына ярашлы билдәләнә. Хәсән ауылы эргәһендәге урмандар төрлө категорияға ҡарай. Әйтәйек, Зәки Вәлиди урамын дауам иткән ерҙәр бер фондҡа, Салауат Юлаев урамындағы ҡайынлыҡтар икенсе тәғәйенләнештәге урмандарға инә. Ауыл халҡы ағас ҡырҡыла тип дәғүә белдергәс тә, беҙ ер хужаларын асыҡларға тотондоҡ. Башта ағаслыҡ араһындағы бер нисә сутый ерҙе аукцион аша бер кеше һатып алған. Артабан ул ошо ерҙе бүлеп, өлөшләтә һатҡан. Ә тегеләре йорт төҙөү маҡсатында ағастарҙы ҡырҡып, участкаларын таҙартҡан. Ҡулдарында ерҙе ҡуртымға алыу тураһында документтары булғас, уларҙың эше законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуға инмәй. Шуға күрә полиция бында енәйәт эше юҡлығын белгертә.

Урман фондының ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәре әлегә кадастр иҫәбенә алынмаған. Был эштәрҙе атҡарып сығыу ҙур сығымдар талап итә. Хәсән ауылында ағас ҡырҡыу мәсьәләһе буйынса урман хужалығына мөрәжәғәт булды. Унан яуап көтәбеҙ.

Салауат Юлаев урамындағы сауҡалыҡты ҡырҡып урам эшләү, юл һалыу проекты бар. Әммә бындағы ер дәүләт урман фондының икенсе категорияһына ҡарағанлыҡтан, бер аҙ тотҡарлыҡтар бар. Шәхси кеше был ерҙе ҡуртымға алып, уны таҙартһа, юл һалыу мөмкинселеге тыуасаҡ, ә ауыл хакимиәте биләмәһе бындай хоҡуҡҡа эйә түгел.

Ошо мәсьәлә буйынса Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәре Илдар Рахманғоловтың да әйтер һүҙе бар:

—Хәсән ауылында ҡайын ағастары ҡырҡыла тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, унда юлландыҡ. Урындағы тәбиғәттең йәшел ҡалҡанын законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары бер нисә тапҡыр теркәлде. Ер участкаһы алып, уны рәсмиләштереп, участкала үҫкән ағастарҙы ҡырҡыусыларға дәғүә юҡ, әлбиттә. Ә шишмә тирәләй үҫкән ҡайындарҙы берәм-һәрәм ҡырҡып алыусылар, ҡайын тиҙерәк ҡороһон өсөн туҙын һыҙырып китеүселәрҙе асыҡлау зарур.

 

Ауыл старостаһы Н.F.Үзбәков Хәсән ауылындағы хәлдәрҙе күтәреп сыҡҡандан һуң, урында район хакимиәтенең махсус комиссияһы ла эшләне. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары В.А.Апет, райондың баш архитекторы З.F.Хисмәтуллина урман хужалығы белгестәре, экологтар ҡатнашлығындағы комиссия ағзалары ағас ҡырҡылған урындарҙы ҡараны. Шишмә эргәһендәге хәлдәрҙән тыш улар шулай уҡ тау битендә ҡайындарҙы ҡырҡып өй һалырға маташыусыларҙы, урман эсендә хасил булған йорттарҙы күреп аптырауға ҡалды. Комиссия хәсәндәрҙең аһ-зарҙарын рәсми контролгә алды һәм килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл ителәсәген әйтте. Комиссия эшен уңышлы атҡарып сыҡһа, ғәйеплеләр тейешле язаһын аласаҡ. Сөнки урман паркын ауыл хужалығы эштәре һәм капиталь төҙөлөш алып барыу өсөн файҙаланыу ҡануниәт нигеҙендә ҡәтғи тыйыла.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap