Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
14.11.2016
Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ
Untitled document

Улар бер нәмәгә ҡарамай, йәшәргә, көн итергә тырыша. Хужабикә бәйләү эшенә маһир. Ир йөндәрҙе тетеп бирһә, ҡатын уны иләй, сирата, йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләй. Бындай эштән ялҡып китһәләр, сәйлән-мәрйен теҙергә тотоналар. Эшкә шул тиклем биреләләр, хатта ҡай саҡ көндәре менән төндәре бутала. Хәйер, улар өсөн көн-төн төшөнсәһе юҡ. Сөнки ҡатын да, ир ҙә тома һуҡыр.

—Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ һөйөү беҙҙе бер бөтөн, бер ғаилә итте лә инде,—ти ғаилә башлығы Айҙар Мусин.—Сибай ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе йыл һайын Ҡазан ҡалаһының «Ярҙам» мәсетенә барырға, дини һабаҡ алырға тәҡдим итә килде. «Мәсет янында һуҡырҙар, ғәриптәр өсөн «Ярҙам» фонды ла булдырылған. Бар әле һин шунда»,—тип өгөтләне. Сит тарафтарға күңелем ятманы, бынан бер нисә йыл элек Волоколамск ҡалаһында булып, Брайль буйынса уҡырға, яҙырға өйрәнеп ҡайтҡайным. Күҙһеҙ кешегә юл йөрөү мәшәҡәт бит, етмәһә оҙатып йөрөүсем дә юҡ.

Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, Айҙар Ҡазанға барырға йөрьәт итә. Ҡыҙы Сәриәгә: «Әгәр унда берәй яҡшы ҡатын осратһам, шунда торам да ҡалам. Яңғыҙлыҡтан тамам йонсоном. Ҡайтып тормам, бында мин кемгә хәжәт»,—тип юлға сыға. Ысынлап та, күңеле дөрөҫ һиҙә: Ҡазан мәсетендә уҡый башлағас та буласаҡ хәләл ефете  Римманы осрата. Ул бында дини һабаҡ алып йөрөгән була. Римма ла гел намаҙ уҡыған һайын Аллаһы Тәғәләнән юлдарын асыуын, иманлы тормош иптәше насип итеүен һорай. Ҡатын да иман йортона ашҡынып, тормошонда ниндәйҙер үҙгәреш булырын һиҙеп бара. Бер һөйләшеүҙән һүҙҙәре береккән Айҙар менән Риммаға мәсет муллаһы никах уҡый. Ир ҡатынға мәһәр биреп, көмөш балдаҡ кейҙереп, уны кәләш итеп ала. Шулай итеп, Башҡортостандан һәм Татарстандан килгән һабаҡташтар Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән ирле-ҡатынлы булып китә…

1965 йылдың декабрендә Баймаҡ районының Атанғол ауылында тыуһа ла, Моҡас ауылы сәхрәләрендә аунап үҫкән егет бәләкәйҙән йор һүҙле, физик яҡтан ныҡ була. Башҡа егеттәр кеүек үк техникаға ынтылышы уны автомәктәпкә илтә. Водитель һөнәрен үҙләштергәс, әрме сафында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Унан инде ул ваҡытта гөрләп торған Сибай урман хужалығына эшкә урынлаша. Силәбе өлкәһе ҡыҙы Рәсимәгә өйләнә. Мусиндар матур ғына итеп йәшәп китә. Эшләгән урынынан Айҙарға йәш ғаилә өсөн тәғәйенләнгән бер бүлмәле фатир бирәләр. Донъяларын йәмләп, Сәриәләре тыуа. Типһә тимер өҙөрҙәй ир тырышып эшләй, ғаиләһен аҫрарға аҡса таба. Шулай һин дә мин эшләп йөрөгән ваҡытта уның ҡапыл башы ауырта башлай һәм яйлап күҙ нурҙары һүрелә. Бер көндө иртәнсәк тороуға ул был донъяны бөтөнләй күрмәүен аңлай.

—Ауырыуың нәҫелдән килә,—тине миңә бер нисек тә ярҙам итә алмауҙарын яҡшы аңлаған табиптар.—Ысынлап та шулайҙыр. Әсәйем мәрхүмә лә йәшәй-йәшәй һуҡырайғайны. Ул мине егерме туғыҙ йәшендә тапҡан. Егерме туғыҙ йәштә мин дә күреү һәләтемде юғалттым. Берәй ғилләһе барҙыр инде. Ҡараңғылыҡта йәшәүемә егерме бер йыл инде,—ти Айҙар ағай.

Аллаһы Тәғәләнең был һынауын Мусиндар ауыр кисерә. Fаилә башлығы төшөнкөлөккә бирелә, ҡайғыһын араҡы менән дә баҫып ҡарай. Ҡатыны ғәрип ирен эшкә һанамай башлай. Сәриә генә ике уртала аҙаплана. Шулай бер көндө Рәсимә ҡыҙын һуҡыр иренә ҡалдырып, сит илгә аҡса эшләргә сығып китә. Йылына берҙе ҡайтһа ҡайта, ҡайтмаһа юҡ. Ҡатыны ҡыҙын уҡытыуға аҡса эшләһә, ир ҡыҙына матур тәрбиә бирергә тырыша. Башта махсус урта, унан инде юғары уҡыу йортонда белем алған ҡыҙын йылы аштар бешереп, өйөн таҙалап, уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Шул мәлдәрҙә күңелендә ижад ҡомары тыуа. Уның яттан һөйләгәндәрен ҡыҙы аҡ ҡағыҙға төшөрә бара. 2013 йылда Айҙар Мусин «Офоҡтарҙа өмөт сатҡыһы» китабын баҫтырыуға өлгәшә. Уға был эште атҡарып сығыуға ҡаланың һуҡырҙар йәмғиәте етәкселеге, бағыусылар ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡулында ике дипломы булған ҡыҙы Сәриә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһы егетенә кейәүгә сыға. Рәсимә туйға ҡайта. Айҙар ҡатынына: «Беҙҙең ғаилә ҡағыҙҙа ғына инде. Айырылышайыҡ, талаҡ ҡысҡырам»,—ти. Улар шулай айырылыша.

—Ысынлап та, икебеҙ ике илдә тилмергәндә, ниндәй ғаилә булһын инде. Ул Испанияла аҡса эшләй, мин бында ултырам. Икебеҙ ҙә иреккә ынтылдыҡ. Үкенмәйем, бына бит насип йәрем булған,— ти ир Римманы ҡосаҡлап.

Быйыл сентябрҙә ҡырҡ йәшен тултырған Римма Наиф ҡыҙы ла үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән. Пермь крайы татары, Сыуашстан яҡтарында йәшәгән, Ҡәҙриә исемле ҡыҙы бар. Тыумыштан күҙ буйынса инвалид була. Табиптар операция эшләтергә тәҡдим иткәндә, әсәһе ҡырҡа ҡаршы төшә. Бынан ете йыл элек тома һуҡырайған. Әсәһе вафат булғас, Татарстандың Әлмәт районында йәшәгән бер туған Йәүһәриә апаһы һеңлеһен дә, уның ҡыҙын да үҙ ҡанаты аҫтына ала. Әлеге көндә Ҡәҙриәгә ун һигеҙ йәш. Ул Пермь ҡалаһында медицина училищеһында уҡып йөрөй.

Римма апайҙарында йәшәгәндә лә тик ултырмай, ҡул эштәре менән булыша. «Бәйләнештә» селтәре аша илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәгән һуҡырҙар менән аралаша. Дингә баҫа, көнөнә биш намаҙын уҡый. Шулай бер мәл Әфө егете менән яҙышып китә. Уныһы күрешергә саҡырғас, апаһы Йәүһәриә: «Башҡортостан алыҫ бит. Үҙебеҙҙең яҡта ир-егет бөткәнме?»—тип ҡаршы төшә. Шулай ҙа Римманың гел генә ҡайҙалыр сығып киткеһе, үҙе кеүектәр менән аралашҡыһы килеп тик тора. Шул ашҡыныуы илтә лә инде уны Ҡазандың «Ярҙам» мәсетенә. Бында кейәүгә сығыуын апаһына никах уҡытҡас ҡына әйтә. Сибайҙың Өфөнән дә алыҫ булыуын белгән апаһы аптырауға ҡала. Мәсеттә ишен тапҡан туғанын алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, Башҡортостанға оҙата.

Айҙар тыуған еренә йәш кәләш алып (Римма унан ун йәшкә кесе), атҡа менгәндәй ҡыуанып ҡайтып төшә. Әммә ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Ҡатынын пропискаға ҡуям тип паспорт өҫтәле хеҙмәтенә барһа, фатир хужаһы булмайынса, был эште башҡарып булмай, тип әйтәләр. «Нисек хужаһы юҡ. Фатир минеке, уны миңә урман хужалығы етәкселеге бирҙе»,—ти бер ни аңламаған Айҙар. «Нисек һиңә бирһен? Документ буйынса фатир Рәсимә Мусинаныҡы. Мөлкәттең хужаһы менән бергә килегеҙ»,—тиҙәр. Көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡыған Айҙар Рәсимәгә шылтырата. Трубканың теге осонан: «Эйе, фатир минеке. Мин һеҙгә өлөшөгөҙҙө бирәм дә, теләгән ерегеҙгә сығып китегеҙ»,—тигән тауыш ишетелә. Айҙарҙың: «Ҡайҙа барайыҡ? Тотоп алып баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә күҙле кешеме беҙ?»—тигән һорауҙары яуапһыҙ ҡала. Баҡтиһәң, сит илгә китмәҫ элек үк, иренең мисәте менән файҙаланып, уға бирелгән фатирҙы үҙенең исеменә күсерткән икән. Айҙар яңынан кәләш алмаһа, фатирҙың үҙенеке түгеллеген дә белмәҫ ине. Шунан башлана ирҙең суд юлдарын тапауы. Әлбиттә, уның фатирын үҙенә күсертеп алыуы икеле, әммә өлөшкә инә алыу мөмкинлеге бар. Шуға өмөтөн өҙмәй. Күҙ буйынса беренсе төркөм инвалиды торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ҡала сиратында тороуын тора. Әммә Рәсимә бөгөн ҡайтып, сығып китегеҙ тиһә, улар ҡайҙа барыр? Айҙар менән Римма бөгөн ошо һорауға яуап эҙләй. Фатир бушатып торорға, Татарстанға күсеп китергә тигән варианттарҙы ла ҡарай.

Шулай ҙа бошоноп ултырмай Мусиндар. Донъя матурлығын күрмәһәләр ҙә, тормоштан йәм табып йәшәргә тырыша. Килеп тыуған проблемаларын да туғандары иңенә һалырға ашыҡмайҙар, мөмкин тиклем үҙҙәре хәл итә. Көндәр буйы радионан өҙөлмәгән был пар эргә-тирәләге бар яңылыҡты белеп тора. Ваҡыты-ваҡыты менән Брайль шрифты буйынса яҙышып, Ҡөръән-Кәримде уҡып алалар. Ә Айҙар ағай шиғырҙарынан икенсе йыйынтыҡ сығарырға хыяллана. Хыял-өмөт, маҡсат кешене йәшәтә шул...

Был ғаиләнең йәшәйеше менән танышҡандан һуң, башымда мең төрлө уйҙар ҡайнаны. Беҙ йыш ҡына тормош ваҡлыҡтарына зарланған булабыҙ. Күрәбеҙ, ишетәбеҙ, тоябыҙ, аяҡ-ҡулыбыҙ һау. Был бит оло бәхет! Хоҙай Тәғәлә һаулыҡтан айырмаһын!

Гөлдәр Иҙрисова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap