Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.11.2016
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле
Untitled document

Әсәйебеҙ Fәбиҙә Хәниф ҡыҙы Иҙелбаева Хәйбулла районы Бүребай ауылында донъяға килә. Уға 7 йәш кенә булғанда, атаһы мәрхүм булып ҡала. Өләсәйебеҙ, ике балаһын алып, үҙенең тыуған ауылы Һабырға ҡайта. Әсәйебеҙ етемлектә, күп ауырлыҡтар күреп үҫә. 6-сы класты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылдың авгусында 16 йәшлек ҡыҙҙы башҡа тиҫтерҙәре менән бергә ФЗО-ға алалар һәм Свердловск ҡалаһына оҙаталар. Йәш ҡыҙҙар кәйлә менән ер соҡоп, ҡул арбаһы менән балсыҡ ташып, тимер юл төҙөгәндәр. Артабан уларҙы Түбәнге Тагил янындағы ағас ҡырҡыу эшенә йүнәлтәләр. Бында ла быуындары нығынып етмәгән ҡыҙға күп михнәттәр күрергә тура килә. Дәһшәтле һуғыш тамамланып, 2 йыл үткәс, 1947 йылдың авгусында ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бер йылдан әсәйебеҙ Һабыр участка дауаханаһына эшкә урынлаша. Бер аҙ эшләгәс, күҙ ауырыуҙарын бағыусы шәфҡәт туташы итеп өйрәтеп алалар. 1968 йылға ҡәҙәр, йәғни дауахана ябылғанға тиклем ул шунда эшләне.

Атайыбыҙ Fәлиаслан Fәлиәскәр улы һуғыштан һуң оҙайлы хеҙмәт итеп, 7 йыл үткәс кенә тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Утлы һуғыш юлын үткән яугир һалдат кәләште алыҫтан эҙләмәй. Үҙе һылыу, үҙе алсаҡ күрше ҡыҙы, класташы Fәбиҙә менән 1951 йылдың көҙөндә ғаилә ҡора. Атайыбыҙ оҙаҡ йылдар Һабыр элемтә бүлексәһе начальнигы булып эшләне. Беҙ алты бала—өс ҡыҙ һәм өс малай ошо татыу ғаиләлә үҫтек. Атай һәм әсәй йәш саҡтарында китап уҡыуҙы, музыканы яратты. Атайыбыҙ шиғыр һөйләргә оҫта булды. Өлкәнәйгәс, үҙе лә шиғырҙар яҙа башланы. Беҙ бала саҡта атайымдың сәй эскәндә лә:

Сәй эсәбеҙ бал менән,

Бала сағалар менән.

Бала-саға алты йән—

Абдулла, Вәкил, Даян,

Зифа менән Зиләһе,

Бәләкәс Гүзәлиәһе,

—тип һамаҡлауы хәтерҙә.

Бөгөнгө көндә барыбыҙҙың да үҙ ғаиләләре бар. Ата-әсәйебеҙ 1982 йылда ғаилә хәле буйынса Хәйбулла районының «Степной» совхозына күсеп килеп, хәҙерге ваҡытта Аҡъяр ауылында Хөкүмәт биргән бөтә уңайлыҡтары булған 3 бүлмәле фатирҙа кесе улдары Даян ҡарамағында, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәй. Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙ беҙҙең өсөн терәк, аҡыллы кәңәшсебеҙ, барыбыҙҙы бергә йыйып, йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеүсе изге йәндәр. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә!

 

Зифа Илбаҡтина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap