Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.11.2016
Йөрәк сере (Булған хәл)
Untitled document

«Бәхетте байлыҡта күрһәң—тырыш, бай бул, мөхәббәттә күрһәң—ярат, ижадта күрһәң—ижад ит, … тик бер нәмә хаҡында ғына онотма: намыҫлы бул, гонаһтан ҡурҡ, ояла бел һәм кешеләрҙе йәлләргә өйрән, ярат. Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Тик был шундай ауыр юл»,—тип яҙған шағирә Тамара Fәниева. Нимә ул бәхет? Һәр кеше лә бәхетле булыу тураһында уйлайҙыр, моғайын.

—Һин бәхетлеме?—тип һораным бер таныштан. Ул көлдө лә: «Бәхеттең критерийҙары ла, сиге лә юҡтыр, уны нисек аңлаһаң—шул булыр»,—тине. Үкенес менән йәшәргә яҙмаһын…

Ҡапыл телефон шылтыраны. Кем булыр был мәлдә?

—Алло, апа, сезме? Бу Азат. Әнкәй әйтергә ҡушты. Әле генә әткәй белән бәхилләштек…

Оҙаҡ ултырҙым уйланып. Алыҫта йәшәйҙәр, кәм тигәндә ике көнлөк юл. Хушлашып булмаҫ ахыры. Баһадир кәүҙәле Сәлихйәндең яҡты донъянан китеүенә ышанғы килмәй. Алсаҡ, йомшаҡ күңелле Зөһрәне йәлләнем, һөйгән кешеңде юғалтыу еңел түгел. Бынан утыҙ йылдар элек таныштыҡ улар менән. Беҙ ғаилә менән бер ҡалала торҙоҡ, ә улар яҡын ауылда йәшәне. Сәлихйән—алдынғы колхозда зоотехник, Зөһрә—уҡытыусы, башланғыс мәктәп директоры ине. Мин уларҙың етеш донъяһына һоҡлана инем. Ҙур итеп өй күтәрҙеләр, кәртә-ҡура ныҡ, мал-тыуар ишле, ҡош-ҡорт уңа, баҡсала емеш-еләк. Сәлихйән—ғәйрәтле ир, ә Зөһрә толомдары биленә төшөп торған һылыу ҡатын, бер-береһенә пар килгәндәр. Был татыу ғаиләлә ике егет үҫеп килә. Йәй көндәре бергәләп Кама йылғаһы буйына барабыҙ. Балалар һыу инә, беҙ ҡомда ҡыҙынабыҙ, серләшәбеҙ…

Сәлихйән малайҙары менән иремә баҡса өйө төҙөштө, ярҙамы күп булды. Ул саҡтарҙы оноторлоҡ түгел.

Көндәр йылынғас, мин Зөһрәнең янына барып ҡайтырға булдым. Азаттың ҡатыны Тамара мине вокзалда ҡаршыланы ла, еңел машинала ауылға алып китте.

—Әнкәйҙең яңғыҙына ҡыйын, һеҙ ҡайтырға ашыҡмағыҙ инде,—тине ул.

Азат ҡатыны менән ҡалала тора, ә ҡустыһы Себерҙә йәшәй икән. Зөһрә таяҡҡа таянып ҡаршыларға сыҡҡан, ныҡ үҙгәргән, бәләкәсәйеп ҡалғандай, ҡартайған да, етмәһә саҡ атлап йөрөй. Баҡсала ҡурай еләген йыйып, ҡоҙоҡтан һыу ташығас, Тамара ҡайтып китте.

—Сәлих оҙаҡ ауырыны. Үҙем йығылып, имгәнеп ҡуйҙым. Дауаханаға бара алманым, иремде ҡарарға кәрәк бит. Киленем менән улым алмашлап килеп ҡарап китәләр,—тип һөйләй ҡатын үҙ хәлен. Зөһрә менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Хисаплы көн үтеп тора.

—Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һин бәхетле булдың,—тинем.

—Шулай тиһеңме?

—Әлбиттә, ирең абруйлы белгес, шәп кеше ине. Балаларың һоҡланырлыҡ. Үҙең хөрмәтле уҡытыусы-ветеран, тик һаулыҡ булһын,—тип өҫтәнем.

Иртәнге сәйҙе эскәс, Зөһрә мөйөштә торған семәрле һандыҡтан бер төргәк сығарҙы.

—Беләһеңме, был нимә?—тип миңә һарғая башлаған ебәк бөркәнсекте һуҙҙы. Мин аптырап: «Был бит кәләштәр туйҙа кейә торған фата»,—тим.

—Шундай бөркәнсек кейҙеңме?

—Эйе. Кейәүем миңә бәрхәт биҙәкле аҡ капрон күлдәк алып бирҙе. Германиянан килгән, 78 һумлыҡ. Бөркәнсегем атлас сәскәләр менән биҙәлгән, миңә килешеп тора ине. Өфөнөң ҙур никах һарайында яҙылыштыҡ, унан ябай ғына студент туйы булды,—тинем хисләнеп.

Зөһрәнең күҙҙәре йәшләнде.

—Ниңә был бөркәнсекте һаҡлайһың?

—Әнкәйҙең һандығында ятҡан. Ул вафат булғас, табып алдым да үҙемә һалып ҡуйҙым. Бер ҡатлы тиле йәшлек аманаты ул…

Мин шымып ҡалдым. Ҡатын тәҙрәгә ҡарап ултырҙы ла ултырҙы. Урамға сыҡтым. Магазинға барып ваҡ-төйәк, аҙыҡ-түлек алып килдем, өҫтәл әҙерләнем дә әхирәтемде саҡырҙым. Сәй эсеп алғас, ул: «Йөрәк төбөндә ятҡан серемде һиңә һөйләйем әле»,—тип һүҙ башланы.—Беҙҙең әткәй һуғышта ҡалды. Һеңлем менән мине әнкәй үҫтерҙе. Ҡыш фермала быҙау ҡараны, йәй ҡырҙа эшләне. Ауылда 7 класты тамамлап, педучилищеға уҡырға индем. Ҡаршы йортта йәшәгән күрше  апаның улы Шакирйән менән бергә үҫтек, уның да әтие юҡ. Ул минән ике йәшкә олораҡ. Гел бергә уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ. Балыҡ тота ла беҙгә бирә торғайны. Ваҡыты еткәс, әрмегә китте. Миңә хаттар яҙып торҙо. Уҡытыусы дипломы алғас, районға ҡайттым. Алыҫ ауылға ваҡытлыса декреттағы уҡытыусы урынына барырһың, тинеләр.

Шакирйән әрменән ҡайтып, шофер булып эшләй башланы. Йәй буйы осрашып йөрөнөк. Мине бала саҡтан яратыуын һөйләй, өйләнергә теләүен белдерә. Ә мин әнкәйгә ярҙам итергә уйлайым, һеңлемде уҡытырға кәрәк. Күңелемдә тик Шакирйән генә. Уны бик оҡшата инем. Баҫалҡы холоҡло, тырыш ине ул. Инженер-механик булырға ситтән тороп институтҡа уҡырға инде.

Сентябрь башында Шакирйән мине эшләйһе мәктәпкә алып барҙы. Бер көн комсомол йыйылышына саҡырҙылар. Секретарь ағай:

—Һиңә, уҡытыусы булараҡ, ауылда йәштәрҙе ойоштороу буйынса актив булырға кәрәк,—тине.

Октябрь байрамына бер татар яҙыусыһының ҙур булмаған пьесаһын ҡуйырға булдылар. Минең артислыҡ һәләтем юҡ, суфлер булам тинем. Баш ролгә гармунсы егет кәрәк ине. Барыһы ла Сәлихтән дә шәберәк кеше юҡ тиҙәр. Шунда күрҙем мин Сәлихйәнде. Оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, сая ҡарашлы, ну оҫта уйнай тальянкала, өҙҙөрә генә.

Икенсе көн кискә репетицияға йыйылдыҡ. Сәлихтең ролдән баш тартыуын әйттеләр. Төп ролдәге ҡыҙҙы Зөһрә башҡарһа ғына риза була тимәһендәрме? Бына күмәкләп миңә ялыналар. Мин ризалашмай ҡайтып киттем. Комсомол секретары булған ағай мәктәпкә килде. Мине директор саҡырып алды:

—Зөһрә Нуретдиновна, мотлаҡ спектаклдә ҡатнашығыҙ, өйрәтерҙәр,—ти.

Шулай итеп, Сәлих—егет, мин уның һөйгән ҡыҙы булып уйнаныҡ. Халыҡ яратып ҡараны был пьесаны. Шакирйән яйын табып машинаһында минең яныма килеп йөрөй, ауылға ла алып ҡайта ине.

—Ә фатаны ҡасан алдың?

Бергә уҡыған дуҫ ҡыҙым Алһыу Яңы йылға кейәүгә сығырға йыйына ине. Кейәүе Фәтих, Алһыу һәм мин туй күлдәге эҙләп ҡалаға барҙыҡ. Алһыу үҙенә кейем алды ла: —Зөһрә, әйҙә һиңә лә бөркәнсек алайыҡ. Барыбер тиҙҙән кейәүгә сығаһың, эҙләп йөрөмәҫһең,—тине. Беҙ Шакирйән менән дуҫлашып йөрөгәнде белә ине. Ебәк бөркәнсек миңә шул тиклем оҡшай, күҙ ҡыҙа, 8 һум ғына тора. Тоттом да  алдым, йәшереп кенә һандыҡ төбөнә һалып ҡуйҙым.

Яңы йылда Алһыуҙың туйы булды, беҙ Шакирйән менән шаһиттар ролен үтәнек. Яҙғы каникулда егетем миңә яусы ебәрәм, май байрамына туй үткәрәбеҙ, тине.

—Ниңә Шакирйәнгә сыҡманың?—тим.

—Һин яҙмышҡа ышанаһыңмы?

—Әллә тағы.

—Fинуарҙа декреттағы уҡытыусы эшкә сыҡты. Мине күршеләге ауыл мәктәбенә күсерҙеләр. Бер яңғыҙ ҡатынға фатирға индем. Сәлих йыш килеп йөрөй башланы. Зоотехник ине. Мәктәптән сығыуға аты беҙҙең ҡапҡа төбөндә тора. Ауыл халҡынан оялам. «Йәрәшкән егетем бар, кейәүгә сығам»,—тиһәм дә ҡуймай. Хужабикә Сәлихте маҡтай: «Бына тигән егет, любой ҡыҙ уға шатланып кейәүгә сығасаҡ. Шундай бәхетте ҡулдан ысҡындырырға ярамай».

Бер мәл, февраль айы кисендә Сәлих бер ағай менән беҙгә килеп инде. Теге ағай: «Зөһрә, мин почтала эшләйем, телефондан хәбәр алдым, әнкәң сирләгән, һиңә ҡайтырға кәрәк»,—ти. Мин ҡурҡып киттем. Сәлих: «Әйҙә, йыйын, мин һине ауылыңа алып барырмын»,—тине.

Тиҙ генә кейендем, мәктәп директорына әйттем дә, өсәүләп юлға сыҡтыҡ. Урман араһынан  киләбеҙ, сатнама һыуыҡ. Өҫтөмдә йоҡа бәлтә, өшөтә. Шул саҡ Сәлих:

—Беҙҙең ауылда туҡтап, бесән һалып алайыҡ, һиңә толоп кәрәк булыр,—тине.

Теге ағай атты бер йорт тапҡырына борҙо, ниңәлер ҡапҡа шар асыҡ ине. Беҙ ишек алдына индек. Теге ағай ҡапҡаларҙы япты ла юҡ булды. Өйҙән бер ҡатын килеп сыҡты: «Әйҙә, өйгә инеп йылынып, сәй эсеп китегеҙ»,—тип  саҡырҙы.

Өй эсенә үттем, ит еҫе, тәмле ризыҡ теҙелгән һикелә самауыр боҫрап ҡайнай. Алсаҡ ҡатын минең кейемдәремде алды. Сәлих менән сәй эстек, мин юлға йыйына башланым. Быймамды таба алмайым. Ҡунаҡсыл ҡатын соланға сыҡты ла оҙаҡ инмәй. Шул саҡ Сәлих минең ҡулдарымдан тотоп, күҙҙәремә ҡараны:

—Зөһрә, мин һине бер күреүҙән яраттым, һинһеҙ йәшәй алмайым. Ҡыҙҙар күп, ләкин мин һине генә һөйәм. Әсәйең сирләмәй, сәләмәт. Fәфү ит, алданым. Башҡаса һине тыңлатып булмай. Минең ҡатыным бул,—тине лә теге ағайҙың почтала түгел, ә фермала эшләүен әйтте.

—Мин һине яҡшылап белмәйем, нисек һиңә барайым?—тип сығырға ынтылдым.

—Ишек бикле, бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Иртән бөтә ауыл беҙҙең ир менән ҡатын булыуыбыҙҙы беләсәк.

—Ә минең теләгем, ризалығым иҫәпкә инмәйме ни?—тип илай башланым.—Мин һиңә ҡурсаҡ түгел уйнатырға.

—Һине икенсе егеткә бирмәйем, һүҙемде һүҙ итәм, минеке булаһың. Ҡурҡма, һине бәхетле итермен…

Таң атҡас та мине сығарманылар. Башымда мең төрлө уй-хәсрәт. Ҡасып китеп үләйем дә ҡуяйым тиһәм, тағы әнкәйемде йәлләйем. Кеше һүҙен нисек кисерер…

Төшкә ҡарай Сәлихтең туғандары килеп тулды. Никах уҡытырға йыйыналар икән.

—Үҙеңде лә, мине лә хур итмә, кеше көлдөрмәйек, шым ғына ултыр,—тип мине Сәлих өгөтләргә тотондо.

Илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәремде яулыҡ аҫтына йәшереп, тик ултырҙым, кем ни һөйләгәнен аңларлыҡ хәлдә түгел инем. Шулай, мин уйламағанда ҡатын булдым.

—Әсәйең, Шакирйән ни тинеләр?

—Сәлих менән беҙҙең ауылға барып килдек. Шакирйән был хәлде ишеткәс тә түҙмәгән, ауылдан сығып киткән, уҡыуын да ташлаған. Оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән. Ҡатыны үлгәс, малайы менән әниенең йортона ҡайтып йәшәй, тинеләр.

—Ә туйҙы нисек үткәрҙегеҙ?

—Туй булманы. Башта Сәлих әлегә кисектереп торайыҡ, йәйгеһен үткәрербеҙ, тине. Йәй эш күбәйҙе. Ҡалды шулай. Бер көн ул миңә: «Һин сибек, сирләшкәһеңдер, түлһеҙһең. Әгәр балаға уҙмаһаң, һинең менән ЗАГС-ҡа бармайым, айырам»,—тине. Ниңәлер һигеҙ ай үткәс кенә ауырлы икәнемде белдем. Шунан ауыл советына барып яҙылыштыҡ.

Шаян, йор һүҙле, оҫта гармунсы Сәлихйән бөтөнләй икенсе кеше булып күҙ алдына баҫты. Мин уйҙарымды ҡыуырға тырышам, үлгән кешене яманларға ярамай. Уның яҡшы яҡтары бик күп ине.

—52 йыл ғүмер иттек, ҡыйынлыҡ күрмәнек, мохтажлыҡ кисермәнек. Беҙгә кешеләр көнләшеп ҡарай торғайны. Хәле насарланғас, Сәлихкә: «Һин минән ғәфү үтенергә тейешһең, мине ныҡ рәнйеттең, көслөк менән ҡатының иттең бит»,—тинем. Ул миңә текләп ҡараны, аңлай ине. Көттөм, көттөм, ләкин бер ни ҙә әйтмәне.

—Һин уға 52 йыл буйы рәнйеп йәшәнеңме ни?—тинем, аптырап.

—Ә йөрәктәге яра төҙәләме? Минең хыялдарым селпәрәмә килде, көслөк менән бәхет табыламы?—Әлеге бөркәнсекте ҡулына алды.—Аҡ күлдәкле килендәрҙе күрһәм, үҙемде уйлайым. Ә һин, дуҫҡайым, бәхетле. Аҡ күлдәк, фата кейеп, һөйгән егетеңә туйлап тороп кейәүгә сыҡҡанһың, үҙ иркең менән...

Был һөйләшеүҙән һуң, мин төнө буйы тигәндәй уйланып яттым. «Ә Сәлихйән бәхетле булғанмы? Йәшлек дыуамаллығына үкенмәнеме икән?»—тигән уй мине ташламаны. Дөрөҫөн әйткәндә, әле лә шуны уйлайым.

Бер аҡыл эйәһе: «Ҡатын-ҡыҙ —аңлап булмай торған мәңгелек сер»,—тигән. Кем белә…

Рәсимә Айсыуаҡова.Сибай ҡалаһы.

 

Авторҙан: Был тормош тарихы героиняның рөхсәте менән яҙылды. Исемдәр үҙгәртеп алынды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap