Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
14.11.2016
Кескәйҙәр уны ярата
Untitled document

Һүҙем Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан «Тамсылар» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Зөлфирә Фазылйән ҡыҙы Хәлитова хаҡында.

Егәрлелеге, уңғанлығы менән бөтә кешене һоҡландырып, донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, кәйеф күтәренкелеген юғалтмай, тормоштан йәм табып йәшәй ул. Билен биштән быуып тырышып эшләй, донъя ваҡлыҡтарына иғтибар итмәй. Бар булмышы уның изгелек ҡылыу. Шуға ла беҙ уға һәр саҡ һоҡланып ҡарайбыҙ һәм өлгө алырға тырышабыҙ. Шундай оло йөрәкле, уңған, мәрхәмәтле ханым ҡулында балаларыбыҙҙың тәрбиә алыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Эйе, Зөлфирә Фазылйән ҡыҙы 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, әле лә ошо юҫыҡта эшләй. Намыҫлы хеҙмәте «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре» билдәһе һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлығының, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Һәр балаға һөйөп баҡҡан, изгелеккә, яҡшылыҡҡа өйрәткән, кескәйҙәр күңелендә илһөйәрлек сифаты уятҡан ханым коллегалары, ата-әсәләр араһында абруйлы. Эшендә төрлө уйындар ярҙамында асыҡ дәрестәр үткәрә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып эш итә. Һәр баланы шәхес итеп үҫтереүгә ҙур көс һалған юғары белемле тәрбиәсене, әлбиттә, кескәйҙәр ныҡ ярата.

Зөлфирә Фазылйән ҡыҙы ғаиләһе менән дә үрнәк булырлыҡ. Ҡыҙы Гөлфиәгә, улдары  Рифат һәм Фәрхәткә хәстәрлекле әсәй, кейәү-килендәренә хөрмәтле ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй, ҡартәсәй ҙә ул. Уңған хужабикә баҡса тултырып гөл-сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә.

Зөлфирә Фазылйән ҡыҙы етәкләгән балалар баҡсаһында ике ҡыҙым буй еткерҙе, хәҙер кесе балам Нурислам тәрбиәләнә. Балаларым үҙ әсәләре кеүек яҡын күргән тәрбиәселәрен өйгә ҡайтҡас яратып телгә ала. Был үҙе үк күпте һөйләй.

Лилиә Юлыева,

 

Баймаҡ ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap