Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.11.2016
Үткәндәрҙе белеү—бурыс
Untitled document

Борон-борондан башҡорт халҡы нәҫел ағасын төҙөгән, уны быуындан-быуынға ҡомартҡы итеп тапшырып килгән. Һәр кеше үҙенең ете быуын ата-бабаһын белергә тейеш булған. Был үҙенә күрә үткәндәргә, үҙ тамырҙарыңа ҡарата хөрмәт күрһәтеү алымы ла.

Сибай ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһы нәҫел тамырҙарын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында «Минең шәжәрәм» конкурсы үткәрҙе. Был эшкә бөтә ата-әсәләр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны, балалары менән бергә ең һыҙғанып эшкә тотондо. Оло быуын вәкилдәренән үҙҙәренең тыуған-тыумасаһы тураһында һорашып, ҡайһы йылдарҙа йәшәгәндәре, нимә менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында ла белештеләр. Шулай уҡ фамилияларының килеп сығыу тарихы менән да таныштылар.

Шәжәрә төҙөү бик мөһим эш. Бигерәк тә ҡанҡәрҙәш ғаиләләр туғанлыҡ ептәрен юғалтҡан осорҙа әһәмиәте ҙур. Балалар ҙурая, улар менән бергә ата-бабалары тураһында мәғлүмәт, иҫтәлек тә ҡала, тимәк, тарих хәтерҙә йәшәйәсәк.

Үҙ быуынын белгән кеше илһөйәр, телен ҡәҙерләй, тарихты хөрмәт итәсәк. Быны беҙ балаларҙың күңеленә һеңдерергә тейешбеҙ.

—Шәжәрә төҙөү ауыр, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды,—тип үҙ тәьҫораттары менән бүлешә ата-әсәләр. Был эштә башҡа милләт вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Әлфиә Ильясова,

«Әкиәт» балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap