Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
18.11.2016
Үрнәк булырлыҡ йәштәр
Untitled document

Гөлдәр Ҡадаева.

«Уҡыу кешенең йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерә. Шуның өсөн зиһен хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәр арыҡ булһалар ҙа, аҡылдары һимеҙ һәм йөҙҙәре мөхәббәтле була»,—тигән һүҙҙәр бар билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин нәсихәттәрендә. Сибай ҡалаһының күп тармаҡлы профессиональ колледжының уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы студенттар Алексей Марущак, Алһыу Fәлләмова һәм Радмир Билаловтың (һүрәттә) да йөҙөнән нур, йәшлек дәрте бөркөлә.

Төрлө милләт вәкиле булған йәштәрҙең өсөһө өс тарафтан. Алексей Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Алһыу Йылайыр районының Суйынсы-Супан ауылы ҡыҙы. Радмир Сибай ҡалаһы егете. Уларҙы уҡыу йорто берләштерә. VI курс студенты Радмир электромеханик ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау бүлегендә уҡый. Колледждың бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Алексей ҙа быйыл уҡыу йортон тамамлап, ҡулына биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялаусы дипломын алырға хыяллана. Уҡыу алдынғыһы еңел атлетика буйынса II разрядлы спортсы. Алһыу иһә колледжға ағаһы тәҡдиме менән килә.

—Электромеханик ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау бүлегендә башлыса егеттәр белем ала. Былтыр мин төркөмдә берҙән-бер ҡыҙ булһам, быйыл иптәшкә тағы бер сибәркәй килде. Шау егеттәр араһында уҡыу үҙеңде һәр ваҡыт формала тоторға мәжбүр итә. Көслө зат бит бик башлы, шуға ла уларҙан ҡалышмаҫ өсөн тырышып уҡыйым. Буш ваҡытта бейеү менән шөғөлләнәм,—ти Алһыу, йылмайып.

—Ә һеҙ беләһегеҙме   Халыҡ-ара студенттар көнө ҡасан барлыҡҡа килгән?—тип һорайым   уларҙан.

—Эйе. 1939 йылдың 17 ноябрендә Чехословакия студенттары берләшмәләре етәкселәре немец-фашист оккупацияһы тарафынан ҡулға алына һәм язалана. Юғары уҡыу йорттарынан меңдән ашыу студент һәм уҡытыусы концлагерға оҙатыла, вуздар ябыла. 1946 йылда Лондонда үткән Бөтә донъя студенттар конгресында был көн рәсми теркәлә. Был көн фажиғәле датаға бәйле барлыҡҡа килһә лә, хәҙерге көндә студенттар ошо датаны теләктәшлек көнө булараҡ ҡабул итә,—ти Радмир.

 

Бына шундай хәҙерге йәштәр: булдыҡлы ла, мәғлүмәтле лә. Тырышып белем үрҙәренә ынтылған ҡыҙҙар-егеттәр тормошта үҙ юлдарын табып, илебеҙ үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap