Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Йырҙарым бар йөрәктә...
Untitled document

Һәр кем ижадҡа үҙ юлы менән килә. Кемдер бала саҡтан төрлө шиғыр-хикәйәләр яҙа, кемдер ҡәләмде оло йәшкә еткәс кенә ҡулына ала. Беҙҙең геройыбыҙҙың иһә яҙышыу һәләте ҙур тетрәнеүҙәр, оло юғалтыуҙар кисергән мәлендә асыла.

—1998 йылдың май айы, тәбиғәттең йәшелеккә тулышҡан мәле. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй тигәндәре дөрөҫ бит. Беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, улым яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Башымда мең төрлө уй ҡайнай, йөрәк тулай, күңел үрһәләнә. Темәс ауылына юл төшөп, Сәксәйҙән йәйәү китеп барам. Үҙем атлайым, ә битемдән күҙ йәштәре субырлап аға. Шул ваҡыт башымдағы тынғыһыҙ, буталсыҡ уйҙар бер мәл мәрйенде епкә теҙгән кеүек бер-бер артлы теҙелеп китте. Ҡапыл ғына шуларҙы яҙып алырға булдым. Эргәмдә дәфтәр түгел, ҡағыҙ бите лә, ҡәләм дә юҡ ине. Кәрәк булһа бәлән тип кеҫәмә һалып алған шырпыны сығарҙым да, ҡабына шырпы көкөртө менән баяғы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙым. Әҙерәк тынысланғас, уҡыһам шиғырға ла оҡшап киткән кеүек булды. Ул ни бары дүрт юлдан тора ине,—тип башлап китте әңгәмәбеҙҙе Баймаҡ районы Ишей ауылында йәшәүсе Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы Ишдәүләтова (Абдуллина).

Ул сығышы менән Баймаҡ районы Сәксәй ауылынан. Ундағы өс йыллыҡ, Бетерәләге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыу эләкмәй. 15 йәшлек ҡыҙ Темәс ауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡта таҡта айырыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Бында 10 йыл тир түккәндән һуң, тыуған ауылында клуб мөдире булып та эшләй. 13 йыл почтальон була. 2001 йылда Ишей ауылына күсеп килә. Тормоштоң төрлө һынауҙарын, ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килә уға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөлөп төшмәй, балалары, ейәнсәрҙәре хаҡына тормошто яратып йәшәй. Әлеге көндә Хәлиҙә апай хаҡлы ялда. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ижад итә. Шиғырҙарын бер ергә лә баҫмаға биргәне юҡ. «Бәйләнештә» сайтында «Көндәлегем» төркөмөнә яҙып бара.

Уҡыусылар иғтибарына Хәлиҙә Ишдәүләтованың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Тағы сыҡтың оло юлға, балам,

Хызыр Ильяс булһын юлдашың.

Ниндәй генә эшкә тотонһаң да,

Һыҙланмаһын һинең ҡул-башың.

Әсә өсөн бала, һәр саҡ сабый

Бары «һеҙ» тип тибә, йөрәгем.

Дүрт яғымда, Аллаға шөкөр, тим

Һеҙ бит минең, таяу-терәгем.

Дүртегеҙ дүрт яҡта булһағыҙ ҙа,

Йыйылағыҙ әсәй янына.

Шул саҡтарҙа әсә йөрәгенең

Йәшәү көсө тағы яңыра.

Улдарыма ҡарап һоҡланам мин,

Ҡыҙҙарыма ҡарап ҡыуанам.

Өс ейәнсәрем, бер ейәнем бар,

Уларға ла текләп йыуанам.

Дүрт яғымда барҙа дүрт таяуым,

Мин булырмын иҫән, һәр саҡта.

Ҡайтығыҙ һеҙ әсәй яндарына,

Форсатығыҙ әле бар саҡта!

Һағындырҙы Сәксәйем

Сәксәй һыуын эсеп үҫтем

Туғайында уйнаным.

Тыуып үҫкән ауылымдан

Китмәҫмен тип уйланым.

Көҙөн киткән ҡоштар кеүек

Тура килде китергә.

Ҡалды бары осрашыуҙы

Сабыр ғына көтөргә.

Сәксәй буйы әрәмәлек

Әрәмәлә һандуғас.

Ҡайтам әле ауылыма

Түҙер хәлем ҡалмағас.

Өҙ(ө)лөп һөйәм Сәксәйемде

Кесе генә булһа ла.

Йән иретер татлы һыуын

Ҡыш көндәре туңһа ла.

Юлға сығам, ҡайтыр юлға

Һағындырҙы Сәксәйем.

Йәшлек дәрте әйҙәй мине

Салланһа ла сәскәйем.

Булған һөйөүем—һиңә

Кисер инде, кисер зинһар

Fәфү ит мине, балам.

Әҙгә генә күҙ яҙһам да

Ҡурҡыуҙан һыҡтап ҡалам.

Кисер мине, кисер бер үк

Бала түгелмен тимә.

Минең өсөн балаһың һин

Булған һөйөүем һиңә.

Кисер мине, аңғармаҫтан,

Бәпкәм, сабыйым тиһәм.

Йомшаҡ, ҡара сәстәреңдән

Наҙлап ҡына мин һөйһәм.

Кисер мине, балаҡайым,

Әгәр артыҡ ҡыланһам.

Кәрәкмәгән саҡта һинең

Яндарыңда тын алһам.

Кисер мине, ҡолонсағым,

Йөрәгемә тиңләһәм.

Нисек кенә түҙермен мин

Әгәр инде килмәһәң!?

Тыныслансы, йөрәгем

Янма йөрәк, үрһәләнмә,

Төптө-юҡҡа ярһыма.

Сабыр булсы, көйәләнмә,

Бар донъяға яр һалма.

Күкрәгемә һыя алмай

Дарҫлап-дарҫлап тибәһең.

Әллә шулай өҙгөләнеп

Алдан ниҙер һиҙәһең.

Нимә булды бөгөн һиңә

Туҙынаһың, йөрәгем.

Ҡасып китеү иҫәбеңме

Бөттөмө ни кәрәгем?

Минең өсөн һин берәүһең

Бөтмәҫ миңә кәрәгең.

Fүмерлеккә тоғро дуҫым

Тыныслансы, йөрәгем.

Йырҙарым бар йөрәктә

Ҡартайып та барам, буғай,

Арта маңлай һырҙарым.

Тик бөтмәгән әле минең

Яҙылаһы йырҙарым.

Күктә йөҙгән нурлы ҡояш

Кеүек, мәңге булһаңсы.

Ваҡытлыса киткән булып

Өр-яңынан тыуһаңсы!?

Көмөш нурҙар һуҙылғандар

Күптән инде сәсемә.

Ә шулай ҙа өлгөрмәнем

Йыр бағышлап Әсәмә.

Күҙҙәремдең нуры ҡайтты

Олоғайыу шулайҙыр.

Йәшнәп йәшәр саҡтар уҙғас

Ҡартаймай ҙа булмайҙыр.

Йөрәк кенәм һаман йәп-йәш

Дарҫлап тибә күкрәктә.

Аҡ ҡағыҙға теркәлмәгән

Йырҙарым бар йөрәктә.

*   *   *

Эй, йәлләнем көҙгө япраҡтарҙы,

Әллә ҡар аҫтында ҡалғанға.

Талир тәңкә кеүек сылтырламай

Әллә йоҡоларға талғанға?

Әле генә көҙөм алтын ине,

Күҙкәйҙәрҙең яуын алырлыҡ.

Мөғжизәнең мөғжизәһе ине

Һоҡланыуҙан һуштан яҙырлыҡ.

Бөгөн ҡар ҡаплаған япраҡтарҙы,

Аҡ юрғанға уны сорнаған.

Аллы-гөллө күбәләктәй елпеп,

 

Ҡойолоуын көтөп тормаған.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap