Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
21.11.2016
Ишейҙә дуҫтар ишәйҙе
Untitled document

Линара ҠырымFужина

«Коллектив менән «Атайсал»ға акцияһында Баймаҡ районының Ишей ауылы мәктәбе коллективы ҡатнашырға теләк белдергәс, бүләктәребеҙҙе әҙерләп, көнөн билдәләнек. Алыҫ араға ҡарамай, һауа торошо әҙерәк күңелде ҡырып торһа ла, юлға сыҡтыҡ. Беҙҙе мәктәп мөдире Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Хәмитйән ҡыҙы Мусина ихлас ҡаршы алды.

Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, ҙур байрамға барып эләктек. Халыҡ ауыл ғорурлығы булған Мәймүнә Fәрифулла ҡыҙы Рәхмәтуллинаны—90 йәшлек, Мәстүрә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Ҡарасуринаны, ике тиҫтәнән ашыу мәктәп директоры булып эшләгән Иван Васильевич Гусевты—85 йәшлек, «Ағинәйҙәр» клубының ағзалары, хеҙмәт ветерандары Кәримова Зәкиә һәм Баймөхәмәтова Вәлимә инәйҙәрҙең 70 йәшлек юбилейҙары менән тәбрикләргә йыйылған ине. Шулай уҡ тантаналы сарала Баймаҡ районының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Зариф Тәфтизан улы Ушанов, Темәс ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Зәки Мазһар улы Изгин да ҡатнашты. Ҡотлау һүҙҙәре ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән концерт менән үрелеп барҙы.

Байрамға йыйылған барса халыҡ 2017 йылдың тәүге ярты йыллығына «Атайсал» гәзитенә яҙылып ҡыуандырҙы. Улар араһында бүләктәр уйнатылды.

Һәр ауылдың ҡото, киләсәге—ул мәктәп. Ишейҙә 2004 йылда ике ҡатлы социаль комплекс төҙөлә. Унда мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер    пункты, почта, ауыл китапханаһы инә. Тәүге йылда ул ун бер йыллыҡ белем биреү учреждениеһы статусын ала. Ләкин оптимизация еле ҡағылып, ул туғыҙ йыллыҡҡа үҙгәртелә һәм Темәс мәктәбенең филиалы булып ҡалдырыла. Бынан һуң мәктәп башланғыс кластарҙы ғына уҡытыуға күсерелә. Бөгөнгө көндә бында ни бары 12 бала белем ала. Улар 1, 3, 4 кластарҙа уҡый. Уҡыусыларҙы юғары категориялы уҡытыусы Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова белем донъяһына әйҙәй.

Ошо уҡ үҙәктә «Ләйсән» мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө эшләй. Тәрбиәселәре—Лилиә Хәмитйән ҡыҙы Мусина. Бында бер йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге 15 бала йөрөй. Уларҙың һәр береһе менән планға ярашлы эштәр алып барыла. Шулай уҡ балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Кескәйҙәр үҙ-ара татыу һәм дуҫ. Ололары кеселәрен ҡараша, уларға ярҙам итә. Киләһе йыл биш бала уҡырға барасаҡ. Улары яҙыу-һыҙыу серҙәренә төшөнһә, яңы йөрөй башлаған бәләкәстәр балалар баҡсаһына, бындағы мөхиткә өйрәнә. Бер генә төркөм булыуға ҡарамаҫтан, матди яҡтан яҡшы тәьмин ителгән. Һәр бер баланың йәшенә ярашлы уйынсыҡтар, китаптар күп. Балаларҙы тәрбиәләүҙә кесе тәрбиәсе Фәниә Зәбир ҡыҙы Ҡарасуринаның роле баһалап бөткөһөҙ.

Балалар баҡсаһы һәм мәктәп уҡыусылары ашнаҡсы Рәсилә Йыһанур ҡыҙы Аҙнағолова әҙерләгән тәмле аштарҙы һәр саҡ яратып ашай. Бында таҙалыҡ һәм тәртип өсөн Әлфирә Мөхәммәт ҡыҙы Зәйнәғәбдинова яуап бирә. Бына ошо биш кенә кешенән торған татыу коллектив 2017 йылдың ярты йыллығына «Атайсал» гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылды.

Гәзитебеҙ акцияһына Ишей ауылының ағинәйҙәр ҡоро ла ҡушылды. Был ойошма ауылда күптән эшләп килә. Бер мәҙәни сара ла, байрам да уларһыҙ үтмәй. Киреһенсә, улар әйҙәүсе һәм ойоштороусы булып тора. Бында ауылдың иң әүҙем ун ҡатын-ҡыҙы тупланған. Етәкселәре—утыҙ йылдан ашыу балаларға белем биргән мәғариф ветераны Зәкиә Шәрип ҡыҙы Кәримова. Өлкәндәрҙең башланғысы менән төрлө йолалар күрһәтелеп кенә ҡалмай, улар килен төшкән, йә иһә ҡыҙ оҙатылған йортҡа барып, йырлап-һамаҡлап, боронғо йолалар нигеҙендә күркәм байрам ойоштора. Шулай уҡ әрме сафына алынған егеттәрҙе лә изге теләктәр теләп оҙатып ҡалалар. Онотола барған йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеүҙе, уларҙы халыҡҡа еткереүҙе лә үҙ өҫтөнә алғандар.

Ағинәйҙәр ауылдың проблемаларына ла битараф түгел. Ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙалар, тәрбиәүи һөйләшеүҙәр алып баралар.

Һис кенә лә буш ваҡыттары юҡ ағинәйҙәрҙең. Улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләй, ҡул эштәре менән була. Әйткәндәй, өҫтәрендәге (икенсе һүрәттә) күҙҙең яуын алып торған сағыу милли күлдәктәрҙе, селтәр-ҡашмауҙарҙы үҙ ҡулдары менән тегеп алғандар.

Ағинәйҙәрҙең бөтәһе лә гәзитебеҙгә яҙылды. Ә Хәлиҙә Ишдәүләтова, Фәриҙә Хажина, Алтынбика Ҡарасурина үҙҙәре яҙылып ҡына ҡалманы, балаларына ла «Атайсал»ды бүләк итте.

«Коллектив менән «Атайсал»ға акцияһына ауылдың шәхси эшҡыуарҙары ла ҡушылды. Илдус Юлай улы Әбдрәхмәнов үҙенең туғандарына һәм эшселәренә 6 дана гәзит яҙҙырһа, Анатолий Александрович Филин эшселәренә һигеҙ дана «Атайсал» бүләк итте.

Ауылдаштары әйтеүенсә, был йүнсел эшҡыуарҙар бында үткән һәр сарала бағыусы булып сығыш яһай. Улар мәктәпте утын менән тәьмин итә. Йылда ололар көнөнә матур, ҙур табын әҙерләйҙәр, һәр береһенә бүләк, күстәнәс бирәләр. Балалар баҡсаһындағы бәләкәстәр ҙә бағыусылар иғтибарынан ситтә ҡалмай.

 

Шулай итеп, Ишей ауылында «Атайсал»дың дуҫтары ишәйҙе. Бер көн эсендә 35 кеше гәзитле булды. Был ауыл халҡының берҙәмлеген генә түгел, ә илһөйәр, рухлы булыуын һөйләй.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap