Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
21.11.2016
Милләттең тере йәне
Untitled document

Республика тормошонда яңы ҡараштар, яңыса йәшәү, үҫеш юлы дауам итә, барлыҡ тармаҡтарҙы модернизациялау, иҡтисадты үҫтереү үҙәккә ҡуйыла. Халыҡтың рухи ихтыяжы ситтә ҡала бирә… Яңы быуын кешеләре араһында артыҡ прагматик фекерләүсе, үҙ мәнфәғәтен генә уйлап йәшәүселәр аҙ түгел. Уларҙың рухи ихтыяждары сикләнгән. Бындай шарттарҙа милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, сит идеологияларҙан ҡурсалау, теле ассимиляцияға (йотолоуға) дусар ителгән башҡортто үҙ асылына ҡайтарыу еңел эш түгел. Милли рух, башҡортлоҡ әсә теленән башлана. Телен белгән кеше үҙенең тарихын өйрәнә, атайсалын яҡшы белгән кеше милли рухлы, илһөйәр була.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәләнеүенсә, башҡорт милли мәғарифының матди-техник базаһы үҫешә, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары асыла, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең белем биреү кимәле күтәрелә, эш хаҡы арта. Ләкин йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Белем биреү учреждениеларын оптималләштереү барышында күп осраҡта ата-әсәләрҙең теләктәре иҫәпкә алынмай, был үҙ сиратында ауылдарҙың бөтөүенә һәм эшһеҙлеккә алып килә. Башҡорт мәктәптәренең, туған телендә белем алған балаларҙың һаны кәмеү тенденцияһы ҙур борсолоу тыуҙыра. Башҡорт телен уҡытыу өсөн бирелгән дәрестәр һаны кәмей.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, профессор Ф.F.Хисаметдинова үҙенең бер сығышында: «Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән 7 федераль закон бар. Әммә күптәр уны яҡшылап белмәй, шуларҙы ҡулланырға кәрәк»,—тигәйне. Беҙгә закондарҙы яҡшы өйрәнергә, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү зарур.

Беҙҙең ҡалала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закондың үтәлешен контролдә тотоу буйынса комиссия эшләй. Уны ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов етәкләй. Ул телгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе яҡшы белә. Сибай ҡалаһы мәғариф системаһы мәктәп алдында заман ҡуйған мөһим бурыстарҙы үтәү, белемле, талантлы шәхестәр тәрбиәләү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара.

Ҡалала 2 милли мәктәп бар, рус мәктәптәрендә башҡорт кластары, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыла. 3 башҡорт балалар баҡсаһы эшләй. Белеүебеҙсә, уҡыу-уҡытыу процесы өс объекттан тора: баланан, уҡытыусынан, ата-әсәнән. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙың күбеһе башҡорт телен ике сәғәт өйрәнә. Туған телендә яҡшылап һөйләшә белмәгән атай, әсәй бала күңеленә үҙ теленә, милләтенә һөйөү тойғоһо һала алмай. Мәктәп һәм ғаиләнең берҙәм булыуы мөһим. Йыш ҡына ата-әсәләр: —Балам башҡорт телен аңламай, уҡығыһы килмәй,—тиҙәр. Бала уҡытыусыға ышанып ҡарай, уның ышанысын аҡларға ла кәрәк. Күп осраҡта туған телдә тик башҡорт теле дәрестәрендә генә һөйләшәләр. Башҡа ваҡытта балалар үҙ-ара рус телендә аралаша. Класс сәғәттәрендә, ата-әсәләр йыйылышында туған телдең тормоштағы әһәмиәтенә арналған әңгәмәләр, төрлө саралар, әҙәби кисәләр үткәреүҙе йыл буйына иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк. Балалар баҡсаларында ла бындай эш барырға тейеш. Илебеҙгә көслө инженерҙар, менеджерҙар күберәк кәрәк, әммә юғары белемле булып та туған телен белмәһә, халҡынан, йола, ғөрөф-ғәҙәттәренән, мәҙәниәтенән ситләшһә, бындай белгестәр милләтебеҙҙе үҫтерәме, улар башҡортмо?

Хәҙерге ғаилә 2 быуындан тора: ата-әсә һәм балалар. Оло быуын—ҡартатай-өләсәй, башлыса, айырым йәшәй. Улар ейәндәрен тәрбиәләүҙә аҙ ҡатнаша, быуындар араһында бәйләнеш, яҡынлыҡ тойғолары, туғанлыҡ ептәре өҙөлә бара. Күпселек йәштәр оло быуынды хөрмәтләүҙе изге бурыс тип һанамай. Тикшеренеүҙәр буйынса, көнбайыш илдәрендә балаларҙың 75 проценты үҙенең ата-әсәһенә оҡшарға теләһә, Рәсәйҙә ул 41 процент ҡына. Уйланырға урын бар. Интернет селтәренең, йөҙәрләгән телевидение каналдарының тәьҫире аҫтында халҡыбыҙға хас булмаған кире күренештәр килеп инде. Бөгөнгө «заман геройы»—ул «уңышлы» кеше, үҙе тәрбиәһеҙ. Супергерой иномаркала йөрөй, ҡайҙа эшләгәне билдәһеҙ, бик күңелле, еңел йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр уға оҡшарға тырыша, рухи байлыҡ тураһында уйлап та бирмәй…

Телде йәшәтеүсе лә, уны тулыландырыусы ла—халыҡ. «Мин—башҡорт» тип ғорурланып ҡына йөрөү етмәй. Милләтебеҙҙе һаҡлауҙа, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә һәр кем тырышырға тейеш. Сибай ҡалаһының гимназия-интернаты, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уңышлы эшләп килә. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулай, илебеҙҙең төрлө вуздарына уҡырға инәләр. Был белем усаҡтарында өмөтлө быуын тәрбиәләнә.

Ҡоролтай башҡарма комитеты янында ойошторолған «Мәғариф һәм телде үҫтереү» секцияһы планлы эш алып бара. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында йыш булабыҙ. Башҡорт кластарын, төркөмдәрен туплағанда туған телдә уҡытыуға арналған кәңәшмәләр, фекер алышыуҙар үткәрелә. Тарих-крайҙы өйрәнеү музейы һәм китапханаларҙа, уҡыу йорттарында студенттар, уҡытыусылар, халыҡ менән осрашабыҙ. Шулай уҡ, шәжәрәләр, хәтер кисәләре, төрлө темаға әңгәмә ҡорабыҙ, матбуғат биттәрендә көнүҙәк проблемалар буйынса сығыш яһайбыҙ. Ҡала хакимиәте янында ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында»ғы закондың үтәлешен тикшереү комиссияның эшендә беҙҙең ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары әүҙем ҡатнаша.

Милләтебеҙ киләсәген күҙаллаған, телебеҙҙең яҙмышын ҡайғыртҡан шәхестәребеҙ бар. Улар—халыҡты алға этәреүсе көс, рухи етәкселәр. Шулай уҡ, бөгөн йәш быуында заманға үҙ ҡарашын булдырыу, ижтимағи-сәйәси проблемаларҙы дөрөҫ баһаларға өйрәтеү, лидерҙар, кадрҙар резервын әҙерләү иғтибар үҙәгендә булһын ине. Башҡортостанға исем биреүсе халыҡ башҡорт телендә һөйләшә. Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Рәсимә Айсыуаҡова,

 

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Мәғариф һәм телде үҫтереү» секцияһы етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap