Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Берҙәм эш уңыш килтерер
Untitled document

Урал аръяғы төбәк-ара ҡоролтайы—Башҡортостандың Урал аръяғы райондарын, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур өлкәләрен берләштерә, үҙәге—Сибайҙа.

Ойошманың Советы булдырылды һәм квартал һайын 1-2 тапҡыр Урал аръяғы төбәк-ара ҡоролтайы Советының ултырышын үткәреү ҡарар ителде.

2016 йылдың 13 октябрендә үткәрелгән төбәк ҡоролтайы ултырышында түбәндәге Совет ағзалары һайланды: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Р.Ә.Күзбәкова, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р.В.Ишембәтов, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Х.Х.Ибраһимов, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы А.F.Алтыншин. Эш барышында Советтың составы тағы ла киңәйтеләсәк. Шулай уҡ урындағы ҡоролтайҙарҙың эш планы ентекле өйрәнелде. Мәҫәлән, Хәйбулла районы башҡорттары Ырымбур өлкәһенең Гай һәм Ҡыуандыҡ райондары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлек итә, Учалы районы Силәбе өлкәһе менән тығыҙ аралаша. Башҡа төбәктәр ҙә ошондай бәйләнеште булдырыу, нығытыу эшенә ҡушылып, төбәк башҡорттарының берҙәм үҫешенә булышлыҡ итергә тейештер.

Хәйбуллалар тағы ла бер яҡшы эш башлап торалар: райондағы йәштәр буйынса (35 йәшкә тиклемге) мәғлүмәти база булдырып, уларға эшкә урынлашыу буйынса ярҙам күрһәтеү. Был матур башланғыс та хуплауға лайыҡ. Ауыл ерҙәрендә киң таралған эшһеҙлек проблемаһын хәл итеүгә ҡарата эшләнгән бер аҙым. Йылайырҙар иһә, был маҡсатта, эш урыны булдырған эшҡыуарҙы төрлөсә дәртләндереү сараларын күрәләр.

Урындағы ҡоролтайҙарҙың кәңәшләшеү, фекер алышыу үҙәге булған төбәк-ара ҡоролтай ҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен практик юҫыҡта дауам итергә бурыслы. Тимәк, милли мәғариф, ер мөнәсәбәттәре, халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө, демографик проблемалар, дини мәсьәләләр, эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү буйынса беҙ планлы, эҙмә-эҙлекле рәүештә эш алып барырға бурыслыбыҙ.

Мәғариф системаһында барған оптимизация бер төбәкте лә урап үтмәне. Балаларҙың иҫәбе аҙ булыу сәбәпле, ауыл мәктәптәрен ябыу йәш ғаиләләрҙең күпләп күсеүенә килтерә. Мәктәп—ауыл—тел бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Береһен юҡҡа сығарыу, икенсеһенең, өсөнсөһөнөң юғалыуына килтерә. Ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән бала, ғаиләлә башҡортса һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, тиҫтерҙәре менән урыҫ телендә аралаша башлай.

Ер мөнәсәбәттәре буйынса ла эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Пай ерҙәрен алыу, уны эшкәртеү, файҙаһын күреү тураһында күптәр уйлап та ҡарамай. Ҡасандыр иген баҫыуҙары булған һөрөнтө ерҙәр хәҙер тапандыға әйләнгән.

«Башҡортостан—икенсе Швейцария»,—тип күкрәк һуҡһаҡ та, туристарҙы күпләп йәлеп итеп, ҡаҙнабыҙҙы әллә ни байыта алмайбыҙ әле. Бының беренсе сәбәбе—юлһыҙлыҡ. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Моҫтай ауылындағы «Ирәндек» этнотуры күптәрҙе йәлеп итә алыр ине. Әммә 25 километр арауыҡтағы алама юлдан туристарҙы алып йөрөп булмай. Ә бит башҡаларҙа булмаған, уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ күпме аҙыҡ-түлегебеҙ, халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсеп-һөнәрҙәре бар. Уларға бренд алыу маҡсатында үткәрелгән «Башҡорт балы—Бөрйән даны», «Ҡымыҙ байрамы», «Саман байрамы» саралары эҙһеҙ үтмәҫ, был тармаҡтарҙы үҫтереүгә ярҙам ҡулы һуҙыусылар булыр тип ышанабыҙ.

Төрлө мәҙәни саралар ойоштороу, еңеүселәрҙе бүләкләү, мәғариф учреждениеларына әҙме-күпме ярҙам итеү байтаҡ ҡына сығымдар талап итә. Ә ҡоролтай ойошмаһы—килем алып эшләгән предприятие түгел.  Шунлыҡтан беҙ Рәсәй һаҡлыҡ банкыһында махсус иҫәп асырға ҡарар иттек. Был иҫәпкә теләге булған һәр кем, үҙ мөмкинселегенән сығып, аҡса күсерә ала. Эшләнгән барлыҡ эштәр ҙә «Атайсал» төбәк гәзитенең «Ете ырыу» исемле махсус битендә яҡтыртыла барыр. Махсус биттең девизы—«Һаҡла телеңде, яҡла илеңде». Девиз беҙҙең барлыҡ эш йүнәлештәрен сағылдыра.

Ноябрь аҙағында «Атайсал» гәзитендәге беренсе махсус бит сибайҙарға бирелде. Артабан ай һайын төрлө район һәм ҡала ҡоролтайҙарының эше яҡтыртылып барасаҡ. Декабрҙә махсус биттә баймаҡтарға һүҙ бирелә.

Fөмүмән, беҙҙең эшләйһе эштәр, хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Уларҙы беҙ тик берҙәмлек менән генә еңеп сыға аласаҡбыҙ.

 

З.F.Йәрмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Урал аръяғы төбәк-ара ойошмаһы рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap