Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ил яҙмышын ҡайғыртып
Untitled document

Хөрмәтле милләттәштәр!

Беҙҙең Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үҙ эшендә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарына таянып эшләй. Йыл әйләнәһенә 1-2 тапҡыр ҡала башҡорттары ҡоролтайын ныҡлы әҙерлек менән үткә-рәбеҙ. Аҙнаның һәр кесе йомаһында (йәйге каникул мәлен иҫәпкә алмағанда) башҡарма комитет ултырыштары үтә. Йылына 3-4 тапҡыр күсмә рәүештә төрлө ойошмаларҙа ла булабыҙ. Бының өсөн ҡала хакимиәте бинаһында айырым бүлмә алыуға ирештек, унда яҡшы ремонт үткәрҙек, мебель, оргтехника менән йыһазландырҙыҡ, ҡоролтай тарихы һәм эшмәкәрлеге тураһында стендтар булдырҙыҡ.

Башҡарма комитетта һәммәһе егерменән ашыу ағза иҫәпләнә. Даими рәүештә уларҙың ротацияһы (алмашыныуҙары) бара. Кемдәрҙер ойошмаға килеп тә, эштең юғары яуаплылығын һиҙеп, матди төшөмдөң (эш хаҡы) булмауын күреп тиҙ генә ситкә тайпыла. Милләтем, илем тип янғандар ғына ҡала бара.

Башҡарма комитет ағзалары төрлө секцияларға бүленеп эшләй. Уларҙың отчеттарын ҡарау, пландарын тикшереү даими уҙғарыла.

Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республикала тәүгеләрҙән булып Йәштәр ҡоролтайын, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар союзын булдырғайны. Үрҙә әйтелгән ойошмаларҙың һәм ағинәйҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген үҙ ҡанаты аҫтына алды. Һуңғы йылдарҙа аҡһаҡалдар ҡороноң эше һүнеп ҡалғайны, яңыраҡ был ойошманы ла киренән тергеҙҙек. Уның рәйесе итеп элекке абруйлы етәксе Бикбов Зиннур Ямалетдин улын һайлап ҡуйҙыҡ. Беҙҙең инициатива буйынса ҡалала атайҙар ҡоро ла булдырылды, әммә уның эше әлегә маҡтанырлыҡ түгел.

Шулай уҡ ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, диндарҙар, рустарҙың соборы, инвалидтар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Беҙҙең төп бурыс, әлбиттә, халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында тәрбиәүи эште алып барыу, эскелеккә, наркоманияға, ҡалған алама ғәҙәттәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшеү, халыҡты әхлаҡкә, дингә әйҙәү тип һанайым. Бигерәк тә йәш быуынды төрлө уйҙырма дини ойошмаларҙың һәм секталарҙың әшәке йоғонтоһонан  ҡурсалау кәрәк. Унан тыш, Башҡарма комитет ағзалары «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт телдәре тураһында»ғы  закондың үтәлешен тикшереү буйынса комиссияһында әүҙем эш алып бара.

Сибай «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан берҙән-бер ҡала биләмәһе. Был эште лә ҡала ҡоролтайы башҡарма комитеты үҙ иңенә алып ойошторҙо һәм яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Киләсәктә «Айыҡ ойошма» конкурсын булдырырға ниәтләйбеҙ.

Ҡоролтай ағзалары милләтебеҙгә ҡағылған төрлө мәсьәләләр буйынса ҡала, район һәм республика матбуғатында, телевидение һәм радио аша йыш сығыштар яһай. Башҡорт дәүләт университетының филиалы булған Сибай институты менән берлектә йыл һайын төрлө мәсьәләләргә арналған фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторабыҙ. 2017 йылдың февралендә ошондай конференция халҡыбыҙ өсөн үтә лә әһәмиәтле булған ер мәсьәләләренә арналасаҡ. Ошоға бәйле төрлө докладтар, мәҡәләләр ебәреүегеҙгә өмөт итәбеҙ.

Ил һәм республика етәкселеге иғлан иткән Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрамға әҙерлекте башланыҡ та инде. Төбәгебеҙҙә Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн көрәшкән шәхестәрҙең исемдәрен табыу һәм мәңгеләштереү беҙҙең изге бурыс булып тора.

И.Н.Бикмәтов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.

 

Һүрәттә: ҡоролтай ағзалары.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap