Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Йоғошло сирҙәр аҙа
Untitled document

Гөлдәр Ҡадаева

 

Сибай ҡала хакимиәте янында булдырылған СПИД һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уның эшендә табиптар, йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Табиптар әйтеүенсә, иммунодефицит вирусы тыуҙырған сир йылдам тарала,  шуға күрә һәр кеше үҙенең ВИЧ-статусын белергә тейеш.

—Әле юғары технологиялы алымдар, дарыуҙар ярҙамында СПИД менән сирле кешеләр ғәҙәти тормош алып барыу, бала табыу, сәләмәтлеген һаҡлау мөмкинлегенә эйә. Әммә дауалауҙы ваҡытында башларға кәрәк,—ти СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Сибай филиалының табип-инфекционисы Ф.З.Мортаева.—Шуға күрә барыһын да үҙебеҙҙең филиалға (Сибай ҡалаһы, Киров урамы, 34) ВИЧ-ты асыҡлау буйынса тест үтергә саҡырабыҙ.

Фәрзәнә Зекриә ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында 189 сирле кеше иҫәптә тора. Быйылғы йылдың 10 айында 22 кешенең ауырыу йоҡтороуы асыҡланған. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда икәүгә күберәк. Мәкерле ауырыу башлыса енси юл менән тарала. Парентераль юл менән йоҡтороусылар ҙа байтаҡ. Әсәнән балаға күскән осраҡтар ҙа бар.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тыңлағандан һуң, комиссия рәйесе Г.Ә.Ишемғолова йәштәр, уҡыусылар араһында СПИД-ҡа һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы ныҡлы эш алып барырға саҡырҙы.

—Уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа лекциялар уҙғарыу, әңгәмәләр ойоштороу ҙа файҙа бирмәй ҡалмаҫ. Йәштәребеҙҙе афәттән йолоп алып ҡалыу—беҙҙең төп бурыс,—тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.

Ултырышта шулай уҡ башҡа сирҙәр хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Ҡалала киҙеүгә ҡаршы ойошторолған профилактик сараларҙың үтәлеше тикшерелде. Сибай халҡының 41,6 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан. Киләһе йылдың ғинуар-февраль айҙарында эпидемия булмаһын өсөн кешеләр бөгөндән үҙ сәләмәтлеген ныҡлы ҡайғыртырға тейеш.

Сибай ветеринарҙары иһә сусҡаларҙа Африка тағуны (чумаһы) ныҡлы таралыуын киҫәтте. Беҙҙең ерлектә ул ауырыу әлегә юҡ, әммә күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында теркәлгән. Шуға ла сусҡа ите һатып алыусы, билмән, шешлек эшләүсе эшҡыуарҙарға был хайуандың ите менән бик һаҡ эш итергә кәрәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap