Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
28.11.2016
Ауылымды йәмләй әсәйҙәр
Untitled document

Хөкүмәтебеҙ тарафынан ноябрь айының һуңғы ялы Әсә көнө тип билдәләнгән. Беҙҙең Ишей ауылында ла яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яҡтағыларҙа тик изге тойғолар ғына уятып йәшәгән, балаларына оло терәк, эшендә уңған, өлгөр һәм сабыр була белгән хөрмәткә лайыҡ әсәйҙәр бихисап.

Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә те-рәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләрҙе ауылдаш-тарыбыҙ ихлас күңелдән хөрмәт итә. Күмәк бала тәрбиәләп, бөтә-һен дә оло тормошҡа лайыҡлы итеп аяҡ баҫтырып, хәҙерге көндә лә ғаиләле балаларын хәстәрләп, барынса ярҙам итеп торған әсә-ләр рәтенә Алтынбикә Ҡарасурина, Зәкиә Кәримова, Рәхимә Та-һирова, Зәйтүнә Fарифуллина, Зифа Ҡарасурина, Гүзәл Иҫәнбаева, Сәлимә Зәйнәғәбдинова, Фәриҙә Хажина, Лилиә Сәфәр-ғәлина, Шәүрә Рәхмәтуллина, Нәзирә Аҙнағоловаларҙы индерергә мөмкин. Улар, ауыр эштәр-ҙә эшләп йөрөһәләр ҙә, бар кө-сөн-хәстәрен һалып балаларын кеше итергә ынтылды, илһөйәр, рухлы, тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләне. Шуға ла хәҙерге көндә балалары хаҡында яҡшы һүҙҙәр ишетеп, ғорурланып, йәш әсәйҙәргә өлгө булып йәшәй-ҙәр. Һис шикһеҙ, был әсәләр үҙҙә-ренең балалары менән бәхетле.

Сер түгел, хәҙерге ваҡытта ауылда йәшәгән күп ҡатын-ҡыҙға эш юҡ. Ишейҙә лә йәш әсәләр өйҙә ултырырға мәжбүр. Ләкин улар ҙа күңел төшөнкөлөгөнә   бирелмәй, бар булмышын ғаи-ләһенең ҡотон арттырыуға, өйөн бөтәйтергә, йөрәк йылыһын һа-лып бала бағыуға йүнәлтә. Ауы-лыбыҙҙың, мәктәбебеҙҙең бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнашып, балаларын игелекле-изгелекле итеп тәрбиәләргә тырышҡан Илүзә Әбдрәхмәнова, Айһылыу Ҡарасурина, Рәсилә Аҙнағолова, Лариса Ҡарасурина кеүек күп балалы йәш әсәләр һоҡланыу уята.

Эйе, бала бағыу, ғаиләне ҡа-рау, яҡындарының күңел бөтөн-лөгөн ҡайғыртыу, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә Хоҙай Тәғәлә тара-фынан һалынған бурыс. Ошо из-ге ғәмәлде оло һөйөү менән ат-ҡарған әсәләргә—дан!

Һүҙемде йомғаҡлап, Әсә кө-нө уңайынан, барлыҡ әсәләргә бәхет менән тулы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Йортоғоҙ һәр саҡ йылы, күркәм булһын, һөйөклө һәм һөйкөмлө булығыҙ.

В.М.Ҡасҡынова,

 

Ишей мәктәбе уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap