Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
28.11.2016
Башҡорт кинолары фәһемле
Untitled document

Рәсәй Президенты Укызана ярашлы, дәүләт киноһы сәнғәтенең сифатын үҫтереү маҡсаты менән, 2016 йыл—Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителгәйне. Ысынлап та, киноның әһәмиәте кешеләр, бигерәк тә минең кеүек үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн, бик ҙур. Ул—ваҡыт үткәреү сараһы ғына түгел, ә «Мең тапҡыр ишеткәнсә—бер тапҡыр күреүең яҡшы», тигән халыҡ мәҡәлендә әйтелгәсә, үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап та. Беҙ, балалар, кино аша һуғыш осороноң ауырлығын да, совет һалдаттарының батырлығын да үҙ йөрәктәребеҙ аша үткәрәбеҙ, тарихи ваҡиғаларҙы нығыраҡ хәтерҙә ҡалдырабыҙ, образдар аша яман холоҡло кешеләрҙең ҡылыҡтарынан ғибрәт алабыҙ, ыңғай геройҙарға оҡшарға тырышып, әхлаҡ ҡанундарына бойһонабыҙ, йәмәғәт тәртибен боҙғанда тормош үҙ язаһын бирәсәген аңлайбыҙ. Үҫмер ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләгә ҡайһы ваҡыт фильмдарҙа яуап таба.

Мин бәләкәй саҡта әсәйем Өфө кибеттәре буйлап башҡорт телендәге йәнһүрәттәрҙән торған диск эҙләп тә таба алманы, улар хәҙер ҙә юҡтыр инде. Әле ҡустыларымдың һирәк булһа ла БСТ каналынан башҡортса йәнһүрәт ҡарай алыуҙарына ҡыуанам. Үҙем дә туған телемдә кинолар ҡарарға яратам, бигерәк тә йәш режиссер Айнур Асҡаровтың ижадына ғашиҡмын. Уның тормош юлы менән дә ҡыҙыҡһынмайынса ҡалманым. Ябай ауыл малайының үҙ тырышлығы менән уҡып сығып, ҙур уңыштарға өлгәшеүен белгәс, күңелемдә киләсәккә өмөт уянды. Айнур Юлай улының башҡорт телендәге фильмдарын Сибай ҡалаһына барып ҡарау бәхете тейҙе. Ул төшөргән һәр бер кинола тәрән мәғәнә ятыуы һоҡландырҙы. Был ижад емештәренең сит илдәр экрандарына сығыуы иһә сикһеҙ ғорурлыҡ уятты. Асҡаров фильмдарында беҙҙең төбәк данлана, сөнки кинолар  башҡорт илендә төшөрөлгән, геройҙары—башҡорт халҡы! Айнур ағайҙың ижадында тәрән фәлсәфә ята, улар тәрбиәүи йәһәттән фәһемле, милли көнкүрешебеҙҙе сағылдыра.

Ике йөҙҙән ашыу фестивалдәрҙә ҡатнашып, утыҙҙан ашыу Гран-приға, унан тыш бик күп дипломдарға һәм приздарға лайыҡ булған «Еңмеш» исемле фильмы ҡыҙыҡлы ла, тарихи яҡтан әһәмиәтле лә. Элек һәр бер ауылда кино күрһәткәндәрен ошоғаса белмәй ҙә инем. Баҡһаң, ваҡытында ҡартатайым Ишбулды Fәббәсов та киномеханик булып эшләгән икән. Һинд киноларына бөтә ауыл халҡы йөрөгән, хатта ҡайһы берәүҙәр өйҙәренән үҙ ултырғыстарын да тотоп килгән.

«Еңмеш» аҡ ҡылғанлы, киң далалы Хәйбулла районында төшөрөлһә, «Әсе бал» фильмында тау-урманлы Бөрйән районының тәбиғәте күрһәтәлә. Fәлиәкбәр ауылында йәшәгән Әнүәр олатай ейәндәре килеүе тураһында хәбәр алғас, солоҡ балын алып ҡайтырға юллана. Киноны ҡарап солоҡсолоҡ серҙәренә төшөнәбеҙ, бал алыу өсөн кәрәкле әллә күпме ҡулайламаларҙың исемдәрен беләбеҙ—бына ҡайҙа ул тыуған яҡты өйрәнеү өсөн алыштырғыһыҙ әсбап! Етмеш ике йәш булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көткән аҡһаҡалдың көнкүреше башҡорт ирҙәренең уңғанлығын данлай бит ул! Ете бала үҫтерһә лә, яңғыҙ йәшәй ҡарт, шуға ла шатланып солоҡҡа барып ҡайтып, киске автобус килеүгә ейәндәрен ҡаршы алырға сыға. Тик... килмәйҙәр балалар, йәнәһе диңгеҙ ярына ял итергә йыйына. Яңғыҙың сәй эскәндә тәмле бал да әсе була, тигән фекерҙе еткерә режиссерҙың был эше, һәм балаларҙы ололарға иғтибарлыраҡ булырға өндәп, ата-әсә йортона йышыраҡ ҡайтырға саҡыра.

«Әсә» фильмы ла бик оҡшаны. Уның үҫеп килеүсе быуынға фәһемле һабаҡ бирерҙәй ҙур көсө бар. Фильм башҡорт халҡының Саҡ менән Суҡ бәйетенә бәйле булыуы менән милли колоритлы. Тағы ҡот бәйләп теләк теләү эпизоды ла милли фольклорҙың бер өлөшөн һүрәтләй. Кино йәштәргә әсәлек бурысының изгелеген, яуаплылығын аңлата, һүҙҙе уйлап һөйләргә өйрәтә—ҡарғыш оҙаҡ көттөрмәй төшә икән шул.

Башҡорт кинолары шатландырһа ла, телевидение, Интернет селтәре аша балалар психикаһына кире йоғонто яһарлыҡ сит ил фильмдарының күпләп таратылыуы күңелде ҡыра: йәмәғәт ҡанундарын боҙорға, урлашырға, көс ҡулланып кеше рәнйетергә, кешеләр ғүмерен ҡыйырға өйрәтәләр. Уйлап табылған ҡурҡыныс сюжеттар йәш быуындың һаулығын ҡаҡшата. Ә Рәсәй фильмдары, киреһенсә, тәрбиәүи йүнәлешкә ҡоролған, шуға күрә илебеҙ депутаттары сит ил киноларын ентекле тикшереү аша ғына эфирға сығарыу тураһында ҡанундар сығарһын ине. Башҡорт фильмдарын Башҡортостан телевидениеһы көн дә күрһәтһә, уларҙы һәр ғаилә бергәләп ҡараһа, балалар әллә күпме фәһем алыр ине!

Алһыу Вәлитова,

 

Баймаҡ районының Байым ауылы мәктәбе уҡыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap