Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
28.11.2016
«Өйөбөҙҙөң ҡояшы һин, әсәй!»
Untitled document

Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары сафы һирәгәйә, ә бала саҡтары ошо фажиғәле йылдарға тура килгәндәр олоғая. Һүҙем бөгөн шул осор балаһы, хәҙер инде бәхетле әсәй, һөйөклө өләсәй булған, ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе, ағинәй Баймөхәмәтова Сәйҙә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы хаҡында.

Сәйҙә апай 1940 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. «Һөйләүҙәренсә, һуғыштан алда беҙ урта хәлле генә йәшәгәнбеҙ. Ике һыйыр, быҙауҙар, бейәләр һәм «Ерәнсәй» исемле екке айғырыбыҙ, дебет өсөн тотҡан 10 баш кәзәбеҙ булған. Fаиләбеҙҙә алты бала үҫә. Атайым һуғыш башланғас та фронтҡа китә. Иң өлкән ағайыма 11 йәш, иң кесеһе  булған миңә 8 ай була. Һуғышҡа китер  булғас, атайым әсәйемә: «Һыйырҙың береһен, бейәләрҙе колхозға бир. Имен-һау ҡайтһам, мал табылыр»,—тип әйтә. Ул айырылмаҫ дуҫы булған Ерәнсәйе менән хушлашҡанда, малҡайҙың күҙенән мөлдөрәп йәш ағыуын күреп, уны ла ҡуша алып китергә ҡарар итә. Шулай итеп, атайыбыҙ һуғышҡа китә. Әсәйебеҙ ирҙәр урынына эшкә «егелә». Ауылдағы өйөбөҙҙө бикләп, 3 километр алыҫлыҡта ятҡан ферма янына күстек. Бында әсәй һыйыр ҙа һауҙы, мал да көттө, иген дә сәсте, ҡарауылда ла торҙо. 11 йәшлек Рәшит ағайым күрше Хәлил ауылындағы һөт заводына үгеҙ егеп һөт ташый. Бәләкәй генә кәүҙәле булһа ла бик сос була ул. Аяғына ауыр фляганы төшөрөп имгәнә. Үгеҙе лә ҡарышып атламай аптырата. Шундай мәлдәрҙә әсәйем ҡаршы барып, алдан төшөп үгеҙҙе етәкләп алып ҡайта ине.

Фермаға яҡын урынлашҡан бер өйҙә өс ғаилә торҙоҡ. Өйҙәге берҙән-бер йыһаз—ул урындыҡ. Усаҡ өҫтөндә ҙур ҡаҙан бар. Бөтәбеҙ 13 бала. Өлкәнерәктәр колхоздың һарыҡ-быҙауҙарын көтөшә. Мине апайым ҡараны. Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән баҫыуға башаҡҡа йөрөнөк. Күберәк тапһаҡ, әсәйҙәр ҡурмас ҡура, йә өйрә бешерә. Башаҡ ашап ағыуланып үлеүселәр ҙә булды. Ҡыҙылса ауырыуы ла күптәрҙең ғүмерен өҙҙө, минең дә ике ағайым шунан мәрхүм булды. Әле лә хәтерләйем: арабыҙҙа 12 йәшлек ике ағай бар ине, аяҡтары нәҙек кенә, ә эстәре ҙур булып атлай алмай ултырҙылар.

Әсәйҙәр таң менән эшкә китер алдынан ҡаҙан төбөнә ыумас бешерә һала. Беҙ көнө буйы шуны ҡалаҡлап бүлешеп ашайбыҙ. Малдарҙы колхозға биргәс, иртәле-кисле бер литр һөт бирә инеләр. Миңә 4 йәш тулғас, һөт ташыу эшен йөкмәттеләр. Йәнәһе лә, мин араларында иң шәп йүгергәне. 100 метр самаһы алыҫлыҡта ятҡан һыйыр аҙбарына яланаяҡ йүгереп барып етәм дә өшөгән аяҡтарымды күлдәк итәгенә урап йылытып алам. Улар үҙ өлөшөмдө эсерәләр ҙә, бер литр һөт биреп кире йүгертәләр. Бер көн әсәйҙәр  алабутаны бер стакан онға бутап, һөт ҡу-шып, икмәк бешереп ашаттылар. Үҙҙәре эшкә китте. Шул саҡ өйҙәге балалар тилерешеп йүгерешә башланы. Ни эшләгәндәрен белмәйҙәр, тәҙрәләрҙе ярып бөттөләр. Мин әсәйҙәргә барып әйттем. Улар йәһәтләп ҡайтып, көсләп һөт эсереп ҡоҫтороп алдылар. Тилебәрән орлоғо ла ҡушылған булғандыр, тигән һығымта яһанылар.

Ҡатын-ҡыҙҙар көндөҙ эшләһә, төнөн фронтҡа ойоҡ-бейәләй бәйләне. Атайымдан өс хат килде. Уның береһендә: «Калининград шундай матур ҡала ине. Көлгә әйләнеп ятып ҡалды. Яндырылған икмәк заводына инеп, ашарға икмәк көлөн һалып алдыҡ. Артыбыҙҙан кухня тиҙ генә килеп етмәҫ ул. Танкыға ҡаршы барабыҙ. Еңербеҙ, Алла бирһә»,—тип яҙылған. 1943 йылда ҡәҙерлебеҙҙән ҡара ҡағыҙ килде. Әсәйем бөгөлмәне. Еңеү һәм балалары хаҡына тешен ҡыҫып түҙгәндер инде. Яҡты киләсәкте яҡынайтыуға беҙ, бәләкәс балалар, үҙебеҙсә өлөш индерҙек,—тип хәтергә ала ауыр һуғыш йылдарын Сәйҙә апай.

Улар 1947 йылда ауылдағы өйөнә күсенеп ҡайта. Һуғыштан һуң да еңел булмай шул тормоштары. Әсәләре, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларына 7 класс белеме булһа ла бирергә тырыша. Сәйҙә апай ҙа 7 йыл уҡый, эш айырмай эшләй. 18 йәшендә өс йыл хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ошо уҡ ауыл егете Баймөхәмәтов Fәлим Fәзизйән улына кейәүгә сыға. Өс ҡыҙға, ике улға ғүмер бирәләр. Тик, үкенескә күрә, Fәлим ағай бик иртә вафат була. Сәйҙә апай биш балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, яҡшы тәрбиә бирә, уҡыта, һөнәр алырға ярҙам итә. Өлкән ҡыҙы Зөлфирә Кәримованы сибайҙар бик яҡшы белә. Ул юғары категориялы табип-гинеколог, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, медицина колледжында уҡыта һәм «Контакт» клиникаһында эшләй. Икенсе ҡыҙы Гөлсибәр Абдуллина юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы. Төркмән ауылы мәктәбендә эшләй. Кесе ҡыҙы Зифа Исмәғилева махсус белем алған, Сибай  стоматология поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Улы Хөрмәт ғаиләһе менән ауылда йәшәй. Ә кесе улы Альберт фани донъянан иртә китеп барҙы. Әле Сәйҙә апай мәрхүм улының ғаиләһендә йәшәй. Килене Зөһрә—ауылдың фельдшеры. Уның өс улы бар. Уларға терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй ауылдың ағинәйе.

Сәйҙә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әле, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик кенә ултырмай ул. Бәйләй ҙә, сәскәләр ҙә үҫтерә, дини китаптар уҡый, биш намаҙын ҡалдырмай.

Бала сағынан һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыған, 30 ғына йәшендә тол ҡалған, 5 балаһын аҡыллы, тәрбиәле, эшһөйәр, илебеҙ өсөн кәрәкле белгес итеп үҫтергән Сәйҙә Мөхәмәтшәрип ҡыҙының тормошо күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. «Беҙҙең бөтәбеҙгә лә йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеп, үҙенә тартып торған ҡәҙерле кешебеҙҙе өйөбөҙҙөң ҡояшына   тиңләйбеҙ»,—ти уның хаҡында балалары. Сәйҙә апай 9 ейән-ейәнсәренә, 6 бүлә-бүләсәренә һөйөклө өләсәй, кейәү-килендәренә хөрмәтле ҡәйнә. Күп ауырлыҡтар күргән ханымдың бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисереүе оло шатлыҡ. Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын тип теләйем.

Сәғиҙә Байназарова.

Сибай ҡалаһы.

 

Һүрәттә:Сәйҙә апай Баймөхәмәтова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap