Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
28.11.2016
Ижадында—тыуған ер тыны
Untitled document

Линара Ҡырымғужина

Сибай ҡалаһының балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә күренекле рәссам Рафиҡ Зәкир улы Fәлфәүровтың күргәҙмәһе эшләй. Уны асыу тантанаһына уның барлыҡ туғандары, яҡындары, ижадташтары һәм сәнғәт һөйөүселәр йыйылды.

Рафиҡ Зәкир улы Сибай ҡалаһында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайта һәм Свердловск ҡалаһындағы Шадр исемендәге һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм һынлы сәнғәт мәктәбендә балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Рәссам-биҙәүсе булып та эшләй. Сибайҙа эшләгән ваҡытта буласаҡ ҡатыны Рәмзиә Мансур ҡыҙын осрата. Өйләнешкәс, йәштәр Баймаҡ районының Темәс ауылына барып төпләнә. Бында Рафиҡ Зәкир улы Темәс урман хужалығында эшләй. Бер нисә йылдан Fәлфәүровтар йәнә Сибайға күсеп килә. Рафиҡ Зәкир улы төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта ижадты ла онотмай. Уның эштәре республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Сибай, Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында уның шәхси күргәҙмәләре лә ойошторола. Уның эштәре беҙҙең илдә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы рәссам беҙҙең араларҙан иртә китте.

—Рафиҡ Зәкир улының үҙ оҫтаханаһы булманы, өйҙә ижад итте ул. Буяҡтар еҫе балаларға зарар килтереп ҡуймаһын тип, улар мәктәптә саҡта эшләй ине,—тип хәтерләй рәссамдың ҡатыны Рәмзиә Мансур ҡыҙы.—Тормошҡа ашмаған хыялдары, ҡағыҙға төшмәгән һүрәттәре ҡалды. Төшөрә башлаған рәсемдәре, эскиздар әле булһа ла өйөбөҙҙә һаҡлана. Ул портрет эшләргә, тыуған яҡтың матурлығын төшөрөргә яратты. Көн һайын иртәнсәк велосипедҡа ултырып тәбиғәт ҡосағына сыға ине. Уның эштәрендә башлыса «Сал Урал» һәм «Бөйөк дала» сағылыш тапты. Барлыҡ һүрәттәрен беренсе булып күрә инем. Мин уның кәңәшсеһе лә, тәнҡитсеһе лә булдым.

Ижадташ дуҫтары ла Рафиҡ Зәкир улын тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.

—Рафиҡ Зәкир улы үҙенсәлекле рәссам булды. Күңеле менән нисек күрә, шулай төшөрә ине. Уның һүрәттәре башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Рафиҡ бик яҡшы портретсы булды, үҙен скульптурала ла һынап ҡараны. Ул йыш ҡына: «Мин барҙа ла, булмағанда ла эштәрем үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләйәсәк»,—тип әйтә торғайны,—тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Сергей Михайлович Николаев.

 

Сараны асыу тантанаһына килгән һәр кемгә Рафиҡ Зәкир улының эштәре менән генә түгел, уның тормошо менән танышыу, туғандары, ижадташтары менән аралашыу мөмкинлеге эләкте. Әйткәндәй, «Ижадымда—тыуған ер тыны» тип аталған хәтер күргәҙмәһе балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә ноябрь аҙағынаса дауам итәсәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap