Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
28.11.2016
Ирәндек бөркөттәрен данлайыҡ
Untitled document

Быйыл 112-се/16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә һәм героик юл үтеүенә 75 йыл тула. Дивизияны ойоштороу тураһындағы ҡарар Башҡорт АССР-ы совнаркомы һәм ВКП(б) өлкә комитеты бюроһы тарафынан 1941 йылдың 17 ноябрендә ҡабул ителгән.

Дивизия, генералдары М.Шайморатов һуғышта геройҙарса һәләк булғас, Г.Билов етәкселегендә Волганан Берлинға тиклем героик юл үтеп, фашизмды тар-мар итеүҙә ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән 2016 йылдың 1 июнендә дивизия командиры М.Шайморатов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнде. Киләсәктә уға СССР геройы исемен бирерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ, ул был наградаға күптән лайыҡ яугир.

Ил башлығы Указына ярашлы 2019 йылда Башҡорт автономияһының 100 йыллығы билдәләнәсәк. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллыҡ юбилейы әлеге сараға арналған әҙерлек эштәренә тап килеүе менән оло мәртәбәгә эйә. Геройҙар онотолмай. Бөгөн, йәғни 25 ноябрҙә, Сибай гимназия-интернатында данлыҡлы дивизия төҙөлөүенең 75-йыллығы айҡанлы «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы» тигән темаға Урал аръяғы уҡыусылары ҡатнашлығында ғилми-практик конференция үтә.

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының ҡаһарманлығы халҡыбыҙ хәтерендә һис онотолмай. Fөмүмән, башҡорт халҡы оло ватаныбыҙға хәүеф янағанда илде дошмандан һаҡлау өсөн элек-электән яуға дәррәү күтәрелгән. 1941 йылда илебеҙгә немец фашистары ябырылғас, башҡорт халҡы, атлы ғәскәр төҙөүҙе һорап, СССР оборонаһы наркоматына мөрәжәғәт итә. Тиҙ- ҙән Мәскәүҙән ыңғай яуап алына. СССР Дәүләт оборона комитеты телеграммаһында: «Идя навстречу желаниям трудящихся Башкирской АССР, ГКО разрешает срочно формировать на территории республики две башкирские кавалерийские девизии. Номера дивизий, 112-ая и 113-ая. Желаю успехов. Председатель ГКО И.Сталин».

1941 йылдың 17 ноябрендә ВКП(б) Өлкә комитеты һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы Башҡорт атлылар дивизияһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Шулай итеп, дивизия юғары властың ҡушыуы буйынса түгел, ә башҡорт халҡының һорауы буйынса төҙөлгән һәм ул тәүҙә башлыса үҙ ирке менән ҡушылыусыларҙан торған. Республикала ойоштороу комиссияһы төҙөлә. Шундай уҡ комиссиялар ҡала һәм райондарҙа ла эш башлай.

Дивизияны төҙөү эшенә Баймаҡ районы халҡы ла әүҙем күтәрелә. Элекке уҡытыусы, район мәғариф бүлеге мөдире, лейтенант Бәҙри Мәмбәтҡолов республика комиссияһы составына индерелә, ә ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитеты секретары Мөбәрәк Назаров дивизия комиссары итеп тәғәйенләнә. Башҡорт атлылар дивизияһына үҙ ирке менән ҡушылырға  теләүселәрҙән Баймаҡ хәрби комиссариатына бик күп ғаризалар килә. Бына уларҙың бер нисәүһе. «Мине Башҡорт кавалерия дивизияһына алыуығыҙҙы һорайым. Мин йөрәгебеҙгә ҡан һәм ғүмеребеҙгә дан биргән Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн үҙ-үҙемде аямай, арымай-талмай һуғышырға һүҙ бирәм!»—тип яҙа Баймаҡ егете Ибраһим Әбсәләмов. Беренсе Этҡол мәктәбе директоры, уҡытыусы Исхаҡ Йәнбәковтың ғаризаһында: «Доброволец булып Фин һуғышында ҡатнаштым. Һуғыш тәжрибәм бар. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында торғанда, мин тыныс ята алмайым»,—тип әйтелә.

Урындарға ебәрелгән күрһәтмәләрҙә: «Башҡорт атлылар дивизияһына партия эшенә мөкиббән бирелгән, һуңғы тамсы ҡанына ҡәҙәр илде яҡлап һуғышырға әҙерлекле һәм дошманды еңеүгә ышанысы ныҡлы кешеләрҙе һайлап алырға. Урындарҙа дивизияны тулы снаряжение менән тәьмин итеү, кейендереү һәм ашатыу сығымдарын хәл итергә»,—тиелә.

Баймаҡта ойоштороу эштәре декабрь башында тамамланып, завод клубы янында митинг үткәрелеп, 300-гә яҡын кеше Дим станцияһына юл ала. «Райондан бөтәһе 500-гә яҡын кеше Башҡорт атлылары  сафында һуғыш сынығыуын үтте»,—тип хәтерләр ине дивизия ветераны Бәҙри Мәмбәтҡолов. Яҙыусы-журналист Ә.Ихсан: «Баймаҡ хеҙмәтсәндәре һалдаттарҙы кейендерҙе, ашатты һәм кәрәкле хәрби снаряжение (сана, арба) һәм аттар менән тәьмин итте. Баймаҡтар Башҡорт атлылары дивизияһына 46-сы конезаводта үҫтерелгән 400-ҙән ашыу РККА аттарын ебәрҙе. Баймаҡтан дивизия комиссары өсөн «Киквук» ҡушаматлы ат менән бергә команда составына 500 тун ебәрелде»,—тип яҙҙы. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡ район Советы рәйесе Назаровҡа ебәргән хатында: «112-се Башҡорт кавалерия  дивизияһына аттар һәм башҡа бүләктәр ебәреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең дивизия халыҡ ышанысын аҡлар һәм дошманды ҡыйратыр өсөн бөтөн көсөн һалыр»,—тип белдерә.

Дивизия составында Баймаҡ атлылары һуғыштың башынан аҙағына хәтлем ҡатнашып, данлы яу юлын үтә. «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзитенең 1943 йылдың 5-се һанында: «Башҡорт атлылар дивизияһында баймаҡтар күп. Улар үҙҙәрен батыр һәм ҡурҡыу белмәй торған һуғышсылар итеп күрһәтә һәм Совет илен гитлеризмдан азат итеү өсөн көстәрен йәлләмәй. Унлап һалдат хәрби наградаларға тәҡдим ителде. Тәүге һуғыш ваҡытында бигерәк тә полк батареяһы наводчигы Йәнбәков Исхаҡ үҙен батыр һуғышсы итеп күрһәтте. Ул артиллериянан төҙ атып, немецтарҙы ҡырҙы һәм үҙе батыр үлеме менән һәләк булды. Үлгәс, ул хөкүмәт наградаһына тәҡдим ителде. Йәнбәков бик тәртипле һалдат һаналды. Ул шул ваҡытта политрук ярҙамсыһы булып эшләне»,—тип яҙыла фронтташ иптәштәренең район хеҙмәтсәндәренә ебәргән хатында.

Фронттан яҙылған икенсе бер хатта ошондай юлдар бар: «Район мәғариф бүлегенең элекке мөдире, хәҙер эскадрон командиры булған өлкән лейтенант Мәмбәтҡолов Бәҙри дивизияла маҡтау яулаған командирға әйләнде. Ул үҙ эскадронының боецтары араһында батырлыҡ һәм тәртиплектә өлгө булып тора. Хәрби хәрәкәттәрҙә эскадрондың башында бара. Полк командиры: Т.Күсимов». («Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите, 1943 йылдың 3-сө һаны). Бәҙри Мәмбәтҡолов һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Һуғыштан һуң мәктәп директоры һәм Сибай педагогия училищеһы етәксеһе булып эшләне, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемгә лайыҡ булды, Ленин ордены менән бүләкләнде.

Полк командиры Таһир Күсимов «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең шул уҡ һанында: «Баймаҡ районы Fүмәр ауылынан Үҙәнбаев Фәхрислам үҙенең минометы менән дошмандың 4 автомашинаһын, 2 взводҡа яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итте»,—тип яҙа.

Хәрби журналист Ә.Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле китабында ла күп кенә яугир баймаҡтар маҡтап телгә алына. «Улар эсендә өлкән сержант, элемтәсе Г.Сәйфуллин (Fәҙелбай), артиллерист Мөхтәр Fәйетбаев (Буранбай ауылы), Исмәғил Әбүталипов (Темәс) батырлыҡтары өсөн—Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ә инде Миңлеғол Арыҫланов (Темәс) Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнәләр. Улар һуғыштың башынан аҙағына хәтлем булды. Һуғышсыларға дәрт биреп, Г.Сарбаев, Б.Вәлиев һуғыштан ялға сыҡҡанда ҡурай уйнаны. Т.Күсимов полкынан сержант, Күсей ауылы егете Тәфтизән Миңлеғолов үҙенең отделениеһы менән беренселәрҙән булып Днепр йылғаһын кисеп сыҡты (1943 йыл, сентябрь айы) һәм башҡалар сыҡҡанға ҡәҙәр оборона тотоп ятты. Улар бер нисә миномет точкаларын юҡ итте һәм 20-нән ашыу немец минометчиктарын ҡырҙы. Ул был һуғышта геройҙарса һәләк булды. Т.Миңлеғоловҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелде»,—тиелә.

Бындай батырлыҡтарҙы күпләп килтерергә мөмкин. Баймаҡтар һуғышта һынатманы. Әммә Еңеү юлдары еңел булманы. Асылда, башҡорт атлылар дивизияһына  техник яҡтан яҡшы ҡоралланған дошманға ҡаршы алышырға тура килде, фашист танкыларына ҡаршы көрәшеү өсөн һәм самолеттарынан һаҡланырлыҡ ҡоралдарҙың булмауы атлылар дивизияһының көсөн кәметте, тип хәтерләй ветерандар. Ләкин был кәмселектәр атлыларҙың рухын кәметмәне, улар һәр бер һуғышта ла үҙҙәрен батыр яугир итеп танытты.

Сталинград һуғышы мемориаль музейында иң танылған 20 хәрби дивизиялар  араһында 112-се кавалерия дивизияһының исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған.

1943 йылдың сентябрь айында Днепр өсөн барған көсөргәнешле һуғышта немецтарҙың «көнсығыш нығытмаһын» емереүҙә кавалерия дивизияһы яугирҙары ҙур батырлыҡ күрһәтте. Днепрҙы тәүгеләрҙән булып кискән 7 кавалерия корпусының 75 яугиренә СССР Геройы исеме бирелһә, шуларҙың 54-е 112-се кавалерия дивизияһынан булды. Шулай булғас, Днепр өсөн барған һуғыш Башҡортостан буйынса, бәлки, киләсәктә Башҡорт армияһының Дан көнө тип аталыр. Бының тураһында тәҡдим индереүселәр элек тә булды, ләкин юғары органдар тарафынан улар иғтибарҙан ситтә ҡала бара.

Артабан дивизия Совет ерен һәм көнбайыш Европа илдәрен азат итеүҙә ҙур еңеүгә ирешә. Берлин хәрби операцияһында ҡатнашҡан дивизиялар иҫәбендә 112-се/16-сы кавалерия дивизияһы тора. Яҡташыбыҙ Г.Сарбаев етәкселегендәге  дивизия ҡурайсылары Берлин рейхстагы эргәһендә концерт күрһәтте. Илдә ойошторолған кавалерия дивизиялар эсенән 106 кеше Советтар Союзы Геройы исеме бирелһә, шуларҙың 78-е башҡорт яугирҙары булған. Дивизияның үҙе 4 орден менән бүләкләнгән.

Бындай батырлыҡ Совет армияһы эсендә уникаль күренеш булып һанала. Һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан ғына дивизия сафында 500-гә яҡын кеше хеҙмәт иткән булһа, шуларҙың яртыһынан күберәге һуғыш яланында ятып ҡалды. Һуғыш геройҙарына мәңгелек дан!

Геройҙар үлемһеҙ. Сибай ҡалаһында ғына 50-гә яҡын дивизия ветерандары йәшәне. Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейында уларға арнап Дан мөйөшө ойошторолған һәм һуғыштың бер героик эпизодын сағылдырған диарама эшләп ҡуйылған. Сибай педагогия колледжында музей, гимназия-интернатында Дан мөйөшө булдырылған. Ә инде БДУ-ның Сибай институтының 2-се ҡатында героик темаға арналған барельеф эшләнгән. Ҡала урамдарының береһе генерал М.Шайморатов һәм Т.Күсимов, дивизия ветерандары—Б.Мәмбәтҡолов, Г.Сарбаев һ.б. исемдәрен йөрөтә. Ҡала почтамтында беренсе почтальон, дивизия ветераны С.Дәүләтовҡа һәм Б.Мәмбәтҡолов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Данлыҡлы дивизияның 75 йыллығына арналған хәрби-патриотик темаға ҡоролған сараларҙы ҡаланың башҡа мәктәптәрендә һәм уҡыу йорттарында ойоштороу ҡаралған.

Башҡорт атлыларының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын өйрәнеү, пропагандалау эшен әүҙемләштерергә, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа ауылдарҙа 112-се/16-сы Башҡорт атлылар дивизияһы иҫтәлегенә һәйкәлдәр ҡуйырға кәрәк. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү—беҙҙең изге бурысыбыҙ.

Рамаҙан Үтәғолов,

Башҡортостан Республикаһының Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap