Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
05.12.2016
Йәнә һоҡландырҙың, Иҫәнбәт!
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Аҙна һайын тигәндәй гәзитебеҙ редакцияһы хеҙмәткәрҙәре төрлө ауылдарға барып Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәрә. Сираттағы осрашыу Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында ойошторолдо. Был төбәктә «Атайсал»дың дуҫтары бик күп, ауылдары менән беҙҙең баҫмабыҙҙы алдыралар тиһәк тә хата булмаҫ.

Иҫәнбәт, Басай ауылдары тарафына беҙҙең менән «Атайсал»дың тоғро дуҫы, мәғариф ветераны Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназарова ла юлланды. Күсейҙә тыуып, шунда буй еткереүсе юлдашыбыҙ был яҡтарҙы яҡшы белә. Юлда барғанда ул беҙгә Иҫәнбәт ауылының тарихы, унда йәшәүсе халыҡтың берҙәмлеге, бөтмөрлөгө хаҡында ғорурланып бәйән итте.

Беҙҙе ауылда һый-ниғмәттәрен әҙерләп клуб мөдире Нәсимә Азамат ҡыҙы  Исрафилова ҡаршы алды. Уның менән танышып, әңгәмәләшеп алғандан һуң, социаль комплексҡа юл тоттоҡ. Комплекс тигәнебеҙ мәктәпте, клубты һәм фельдшер-акушер пунктын берләштергән. Бында инеү менән сараны ойоштороусы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәитованың тырышлығы күҙгә салынды. Стенаға ҙур итеп «Атайсал»ға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!» тигән лозунг эленгән. Был һүҙҙәр йөрәккә май булып ятты. Тимәк улар беҙҙе белә, ярата, уҡый.

Халыҡ йыйылғанға тиклем мәктәп уҡыусылары менән таныштыҡ. Балаларҙың алсаҡлығы, зирәклеге хайран итте. Килеп инеү менән беҙҙе һырып алып: «Атайсал»ды беләбеҙ, «Атай-әсәйҙәребеҙ был гәзитте алдыра», «Ә һеҙ кем?» «Һеҙ журналисмы?» «Эшегеҙ нисек? Ауырмы?», «Журналист булыр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк?» тигән һорауҙарҙы бер-бер артлы яуҙырҙылар ғына. Рәхәтләнеп аралаштыҡ улар менән.

Иҫәнбәт ауылының башланғыс мәктәбендә ни бары 15 бала уҡый. Уларҙы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәитова белем тауҙарына әйҙәй. Ә Бүләкәнова Светлана Хажиәхмәт ҡыҙы тәмле аштар менән һыйлай һәм тәртип, таҙалыҡ өсөн яуап бирә.

Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһы ла бар бында. Элекке мәктәп бинаһында «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө эшләп килә. Тәрбиәселәре—Фәимә Мәжит ҡыҙы Туҡтамышева. Бында ике йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге ун бала йөрөй. Уларҙың һәр береһе менән йәштәренә ҡарап тәрбиәүи эштәр алып барыла, төрлө саралар үткәрелеп тора. Балаларҙы тәрбиәләүҙә Динә Рахманғолованың да роле баһалап бөткөһөҙ. Ул бәләкәстәргә тәмле аштар бешереп кенә ҡалмай, уларҙы ҡарашырға ла өлгөрә.

Мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы гәзитебеҙгә киләһе йылға яҙылып бөтөүгә клубҡа халыҡ ағыла башланы. Беренселәрҙән булып, башҡаларға өлгө күрһәтеп, ауыл старостаһы Хәкимйән Сәлимйән улы Йыһангиров бер йылға «Атайсал»ға яҙылып та ҡуйҙы. Уға башҡа ауылдаштары ла ҡушылды.

Иҫәнбәт ауылының берҙәм халҡы беҙгә күстәнәс тә әҙерләп ҡуйған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, йәштәрҙең—«Ҡарлуғас», ағинәйҙәрҙең «Һандуғас» ансамблдәре, ғөмүмән ауыл таланттары көсө менән ҙур байрам концерты ойошторолдо. Бәләкәс кенә ҡыҙҙарҙың сығышы, мәктәп балаларының йырҙары, Илбуловтар ғаиләһенең «Ҡул эштәре» бейеүе, Гөлзифа Исрафилованың үҙе ижад иткән шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Был көндө ағинәйҙәрҙең «Һандуғас» ансамбле «Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһына ҡушылды. Ансамбль бына инде 20 йылға яҡын эшләп килә. Унда ауылдың оло йәштәге иң әүҙем ун инәйе шөғөлләнә. Етәкселәре—Рәзифә Илбулова. Улар үҙҙәре таҡмаҡтар ижад итеп, ауылдың төрлө байрамдарын күркәм сығыштары менән йәмләй. Дәртле инәйҙәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, тирә яҡтарҙа ла танылыу яулаған. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында үткән «Яратам һине, тормош» конкурсында уңышлы сығыш яһағандар. Әйткәндәй, әлеге ансамблдең ағзаһы булған Гөлзифа Исрафилованың матур-матур шиғырҙары «Атайсал» гәзитендә донъя күргәне бар.

Осрашыу сараһы һуңында гәзиткә яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатылды. Ауыл старостаһы Хәкимйән Сәлимйән улы бөтөн ауыл халҡы исеменән оло рәхмәт еткерҙе. Шулай итеп, иҫәнбәттәр киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә булырға вәғәҙә бирҙе. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен, бәйләнеш нығынһын тигән уй-ниәт менән ҡыуанып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

 

Һүрәттә: иҫәнбәттәр гәзиткә әүҙем яҙылды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap