Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
05.12.2016
Тарихҡа ҡыҙыҡһыныу һүҙҙә түгел, күҙҙә сағылһын
Untitled document

Сибай ҡалаһы гимназия-интернатында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә 75 йыл тулыуға арналған I Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондары, Сибай ҡалаһы мәктәптәренән дүрт тиҫтәгә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе яҡынайтыуҙа атлы ғәскәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Данлы дивизия, Сталиндың Указына ярашлы, 1941 йылдың 17 ноябрендә барлыҡҡа килә. Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, фураж һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелә. Ә составына иһә Башҡорт АССР-ында йәшәүсе ир-егеттәр индерелә. Уларҙың 80 проценттан ашыуын башҡорттар тәшкил итә. Fәскәр Волганан Берлинға тиклем хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡала-ауылды азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизия менән Т.Кусимов, М.Шайморатов, Г.Белов кеүек данлыҡлы яҡташтарыбыҙ етәкселек итә. Төрлө батырлыҡтары өсөн 54 яугирға СССР геройы, 78 кешегә Советтар Союзы геройы исеме  бирелә.

Fилми-ғәмәли конференция октябрь айында иғлан ителеп, төбәк уҡыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йәмғеһе 50-гә яҡын фәнни эш ҡабул ителде. Яҡташтарының һәм ауылдаштарының ҡаһарманлығы, уларҙың тормош юлы һәм хәрби яу юлы хаҡында мәғлүмәттәр эҙләү, тикшеренеү эштәре алып барыу—үҙе үк сараның әһәмиәте хаҡында һөйләй. Тимәк, үҫеп килеүсе быуын Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, бигерәк тә шанлы үткәнебеҙ менән ҡыҙыҡһына.

Конференцияның тантаналы өлөшөн асып, гимназия-интернат директоры Р.Х. Бикбова сараның әһәмиәтен ыңғай баһаланы, белем усағының тарихына һәм уңыштарына туҡталып үтте.

Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Хәсәнов иһә ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолованың сәләмдәрен еткерҙе.

—Ата-олатайҙарыбыҙҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел. Улар хаҡында киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ. Был тәңгәлдәге саралар ҡала мәктәптәрендә иғтибарҙан ситтә ҡалғаны юҡ,—тине Fаяз Әхмәҙулла улы.

—Башҡорт кавалерия дивизияһында  алышҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Мәҫәлән, эскадрон етәксеһе Бәҙри Мәмбәтҡолов минең яҡын ғына туғаным. Уның һуғыш хәтирәләрен тыңлап үҫтем,—тине үҙ сығышында Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов.—Бер ваҡыт дивизия эсендә хәрби әҙерлек ваҡытында һыбай килеш ерҙә ятҡан аҡсаны алыу буйынса ярыш үткәрелә. Бында Таһир Кусимовҡа һәм Бәҙри Мәмбәтҡоловҡа етеүсе табылмай.

Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов киләсәктә гимназия-интернатта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының методик үҙәген төҙөү кәрәклеген әйтте. Әлеге сараның бында үтеүе осраҡлы түгел. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Сибайҙа 50-нән ашыу дивизия составында алышҡан яугир йәшәгән. Бәҙри Мәмбәтҡолов етәкселегендәге яуҙаштар мәктәп-интернатта штаб булдырып, осрашып торғандар. Йыш ҡына үҙ тәҡдимдәре менән йәмәғәтселеккә сыҡҡандар.

Артабан ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп, төбәктең герой-кавалеристары, дивизия составындағы яҡташтарыбыҙ, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә мәктәп музейының роле, бер фотоһүрәт тарихы, Башҡорт кавалерия дивизияһы командирҙары һәм башҡа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле темалар буйынса фекер алышты. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусыларҙың сығыштары башлыса заманса алымдар ҡулланып, төплө дәлилдәргә нигеҙләнгәйне. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Айсыуаҡ Ҡәйепҡолов докладын етди әҙерләп кенә ҡалмаған, ә сараға хәрби кейемдә килгән. Баһалама ағзалары уның эшен яҡшы баһалап, I дәрәжә диплом менән бүләкләп тә ҡуйҙы. Шулай уҡ Гөлсибәр Мортазинаның (Сибай гимназия-интернаты), Айгөл Кәримованың (Учалы районы Илсе мәктәбе), Анастасия Смолянцеваның (Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе) һәм Ислам Зөфәровтың (Баймаҡ районы Йәнйегет мәктәбе) эше яҡшы тип табылды.

Сара һуңында ҡатнашыусыларға Сибай ҡалаһы буйынса һәм тарих-крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо.

Ҡала гимназия-интернаты ғилми-ғәмәли конференцияны юғары кимәлдә ойоштороуға ярҙам иткәндәре өсөн ҡала мәғариф бүлеге етәкселегенә, тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллинаға, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларына һәм «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовҡа рәхмәттәрен еткерә.

 

Данил Әбделғазин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap