Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
05.12.2016
Ергә йәшәр өсөн тыуалар...
Untitled document

Баш һүҙ урынына

Октябрь аҙаҡтары. Ҡара ҡарға менән сәүкәләр, иҫ киткес ҙур бер тупҡа тупланып, ҡолаҡ тондорорлоҡ тауыш менән ҡарҡылдап, сәүкелдәп, йә яуа, йә аяҙый алмай болоҡһоп торған күкте ҡап-ҡара итеп ҡаплап осоп йөрөгән көндәрҙең береһендә Балапан ауылына юл төштө. Был төбәктә киң билдәле, иң олпат ағайҙарҙың береһе, 87-се йәше менән барған Хәлфетдин Килдеғолов: «1956 йылда Матрайҙы Йылайырға ҡушҡан көндән генә һанағанда ла районда 77 ауыл юҡҡа сыҡҡан»,—тип һөйләп ултырҙы.

Ауылдарҙың яҙмышы ла кешеләрҙекенә оҡшаш икән. Улар ҙа тыуа, гөрләп үҫеү осорон кисерә һәм ҡартайып үлә. Минең тыуған ауылым Аралбай ҙа һуңғылар иҫәбендә. «Аралбай халҡы, Сиҙергә күсеп сығып, бик насар эшләне,—тине ултыра биргәс Хәлфетдин ағай.—Ниндәй ауылды ташлап сығып китсе әле!»

Өйгә ҡайтҡас, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым. Хәлфетдин ағайҙың һүҙҙәре иҫтән сыҡмай ҙа ҡуя. «Ниндәй ауылды ташлап сығып китсе әле!»

Иртән тороп ҡабалан ғына сәй эстем дә кейенә башланым.

—Ҡайҙа бараһың ул таң менән?

—Аралбайым яғына. Ауылымды һағындым.

Йылдар үтә, кешеләр «китә», исмаһам, тереләре менән һөйләшеп ҡалырға кәрәк. Бер нисә йылдан уларҙың да ҡалмауы мөмкин...

Элекке ауылдаштарымдың күбеһе Аралбайҙан ете саҡрым өҫтәрәк, ялан яғында урынлашҡан Сиҙергә (ысын исеме—Сидоровка) күсеп сыҡҡан. Хәҙер бында бер урыҫ та юҡ, башҡорттар ғына. Мин күҙ төбәп барған элекке ауылдашым Абдулла Һиҙиәт улы Боҫҡонов та ҡатыны Нәфисә еңгәй менән шул ауылға күсеп сыҡҡан.

Кеше күрһәткән өйҙөң тышҡы ҡапҡаһын асып ингәс, газ үткәрелгән ҙур ағас өй күҙгә ташланды. Таҙа итеп һеперелгән киң ишек алдында «Беларусь» тракторы, арбалар, башҡа кәрәк-яраҡтар матур итеп теҙеп ултыртылған. Бер нисә егет, инструменттар тотоп, бер өйгә инеп, бер сығып йүгереп йөрөй. «Яңылыш килеп индемме икән әллә? Бер ҙә оло кешенең өйөнә оҡшамаған», тигән уй йүгереп үтте. «Әйҙә, әйҙә, үтегеҙ. Кейәү менән уландар һыу үткәреп йөрөй. Беҙ ҡамасауламайбыҙ уларға»,—тип ҡаршы алды Абдулла ағай  ихлас йылмайып.

Абдулла. Ялан аяҡлы баласаҡ

Абдулла ағай Боҫҡонов 1937 йылда Аралбай ауылында тыуған. Атаһын төштә күргән кеүек кенә итеп хәтерләй. Ул тәүҙә Фин һуғышында ҡатнашҡан. Өйгә ҡайтып, кәләше, малайҙары янында ике ай ғына йәшәп ҡалған, немецтар ҡаршы яу асҡан. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Һиҙиәт олатай тағы ла илен һаҡларға яуға китә һәм уға ғаиләһе янына ҡабат әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 25 йәшлек кенә әсәһе Йомабикә, «ҡара ҡағыҙ», алып тол ҡала. Ул ике балаһын астан үлтермәҫ өсөн, билен биштән быуып, таң һарыһынан ҡара кискә тиклем эштә йөрөй. Ҡышын, үгеҙ егеп, колхоз малына бесән ташый, яҙ етһә, тилмереп ҡарап торған яңғыҙ һыйырын егеп, ер һөрә. Был осорҙо Абдулла ағай, күҙҙәренә йәш алып, тасуирланы:

—Һуғышҡа алыу тураһында повестка минең атайыма түгел, уның бер туған ҡустыһы Һибәтулла ағайыма килгән булған. Был мөһим ҡағыҙҙы беренсе булып ҡулына алған Fәбиҙә еңгәм, уҡып ҡараған да, повестканы «Ҡайнаға һиңә», тип, атайыма биргән дә ҡуйған. Аҙаҡтан, атайымдан «ҡара ҡағыҙ» килгәс кенә, Һибәтуллаға килгән повестканы Һиҙиәткә тип тоттороп, атайыңды ебәрҙем дә ҡуйҙым,—тип иламһырап һөйләгәне иҫтә... Әйтмәһә бер кем дә белмәҫ ине.

Мин атайымдан 4 йәштә ҡалдым.  Айса ҡустыма 2 генә йәш ине. Өҫкә кейергә кейем юҡ. Әсәй таң менән эшкә китә лә ҡараңғы төшмәйенсә ҡайтып инмәй. Ҡустым Айса мәрхүм менән ҡыш буйы өйҙә ултырабыҙ. Өйө өймө һуң әле! Бәләкәс кенә, тәҙрәһе—ус аяһындай. Алай ҙа һыйырыбыҙ булды, астан үлә инек. Әсәйем эштән йәшереп кенә бер ҡосаҡ бесән алып ҡайтҡан була, кеше күрмәһен тип уны урындыҡ аҫтына йәшереп ҡуябыҙ».

Ҡыңғырауһыҙ мәктәп йылдары...

«Беренсе класта беҙҙе Ыласынов Нотфулла ағай уҡытты. Буйға бәләкәй генә булһа ла, ул бик уҫал булды. Шыйыҡ талдан эшләп алған оҙон указкаһы була торғайны. Шуның менән һыҙырып ебәрә. Беҙ ҡурҡып парта аҫтына инеп китәбеҙ. Һөйрәп сығара ла тағы туҡмай...

Икенсене Зәитова Рабиға исемле апайҙа уҡыныҡ. Ул ауылдашыбыҙ Ҡотоев Йәнмырҙа ағайға тормошҡа сыҡты. Балалары күп булды. 60-сы йылдар аҙағында еңгәй бөтә ғаиләһен үҙенең тыуған яғына—Ейәнсураға алып ҡайтып китте.

Өсөнсө, дүртенселә һинең атайың—Әхмәров Зәбихулла ағай уҡытты. Кейергә кейем юҡ, мәктәпкә ялан аяҡ йөрөйбөҙ. Йүгереп бара барабыҙ ҙа, боҫрап ятҡан һыйыр тиҙәге осраһа, шуға баҫып аяҡты йылытып алған булабыҙ. Бигерәк тә Хөрмәтулла Ишбулатов мәрхүм ныҡ этләнде. Шул һыуыҡтар үҙәгенә ныҡ үткәндер инде, бигерәк иртә китте... Яҙғыһын Балдыйҙан ҡар һыуы ярып төшһә, ажғырып ятҡан һыу аша мәктәпкә сыға алмай ҙа ҡуябыҙ. Зәбихулла ағай беҙҙе ҡаршы ала ла, Тәрәнүҙәк аша берәмләп күтәреп алып сыға торғайны.

Атайың эшлекле, тынғыһыҙ кеше булды. Мандолинала уйнап беҙҙе бейетә торғайны. Ҙур байрамдарҙа ауылда концерт ҡуя торғайныҡ. Ә уҡыуҙан һуң күпме эш эшләттеләр: өй һайын йөрөп көл, тауыҡ тиҙәге йыя инек. Йәй—иген утау. Быларҙың береһе лә уҡытыусынан тыш эшләнмәй бит инде».

Бына шулай, ҙур михнәттәр менән тәүҙә Аралбайҙа, шунан Аҡсураға йөрөп уҡып, ете класты тамамлай Абдулла ағай. «Уҡы, Абдулла, һинең башың бар, уҡы», ти Зәбихулла ағаһы. Уҡыу ҡайҙа ул! Районда сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башлана. Эшләргә эшсе ҡулдар етешмәй. Абдулла ағай ҙа башкөллө эшкә сума. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләй. «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Нәфисә еңгәй.

Етемлектә үткән тереклек

Нәфисә Төхвәтулла ҡыҙы 1936 йылда Хәйбулла районы Ялан Ҡыпсаҡ (хәҙер бөткән) ауылында икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсә наҙын татып йәшәү бәхете бөтөнләй эләкмәй уға. Өс йәше тулғанда, әсәһе ҡаты ауырып вафат булып ҡала. Күп тә үтмәй, һыуыҡ тейҙереп атаһы ла яҡты донъя менән хушлаша. Шуға ла Нәфисә еңгәй уларҙы иҫләмәй. Тик апаһы Хәфизә (ул да хәҙер гүр эйәһе) һөйләүҙәренән генә атайҙарының һунарсы булыуын, оҫта итеп ҡурайҙа уйнауын ишетеп белә.

Етем ҡалған ҡыҙҙарҙы аталарының шул уҡ ауылда йәшәгән бер туған ҡустыһы Мостафа һәм килене Маһира Таҡтаевтар үҙ ҡанаты аҫтына ала. Уларҙың үҙҙәренең ете балаһы булһа ла, гөрләшеп, татыу ғаилә булып йәшәйҙәр.«Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күргән михнәттәрҙе ҡабат күрергә яҙмаһын»,—ти Нәфисә еңгәй.

Элек ҡыҙ кешене иртә кейәүгә биргәндәр бит инде. Нәфисәне лә, ун дүрте тулғас, бер егеткә димләйҙәр. Йәш килен иренең насар холоҡло икәнен аңғармай. Йәшәй биргәс кенә белеп ҡала. Был кеше менән бер минут та йәшәй алмаясағын аңлаған Нәфисә иренән китергә була. Тик, ауылға кире ҡайтһам аңламаҫтар тип, икенсе ауылға эшкә төшә. Шунда бер ғаилә уны йәшәргә индерә.

Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, фермаға һауынсылар кәрәк тип, йәш ҡыҙҙарҙы Һаҡмар йылғаһы буйына алып киләләр. Улар араһында Нәфисә лә була. Тап шунда Абдулла ағай менән таныша ла инде ул. Йәштәрҙең яҙмышын бәйләүгә өлкән быуын кешеләре ярҙам итә. Һылыу, инсафлы, егәрле Нәфисәне Абдулла ағайҙың әсәһе Йомабикә тәү күреүҙән үк оҡшата һәм киленлеккә күҙләп ҡуя. Ҡыйғас ҡашлы, дәрте ташып торған егет тә бер күреүҙән ғашиҡ була ялан ҡыҙына. Нәфисә лә Абдулланы оҡшата. Әрмегә барырға ваҡыты еткәс, көтөргә вәғәҙә биреп, оҙатып ҡала. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, өс йыл буйы хат алышып тора улар. Аҙаҡ, Абдулла ағай тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ике йөрәк ҡауыша.

Йәш ғаилә Аралбайҙа ата йортонда төпләнә. Йомабикә инәй мәрхәмәтле кеше була. Киленен үҙ ҡыҙындай күреп хөрмәт итә.

Бәпес «алырға»—велосипедта.

Заманың ниндәй—яҙмышың да шундай, тип дөрөҫ әйтәләр. Нәфисә еңгәй тәүге балаға ауырға ҡала. Ул ваҡытта ауылда машина түгел, ат та юҡ. Кешегә ат тоторға рөхсәт итмәнеләр, ә колхоздыҡын һорап алырмын тимә—эштән бушамай. Еңгәйҙе дауаханаға алып барырға кәрәк бит инде. Абдулла ағай Нәфисә еңгәйҙе утыҙ саҡрымда ятҡан Юлдыбай ауылына велосипедта алып барырға ҡарар итә. Ауырлы көйөнсә велосипедҡа ултыртып алып барыуҙы хә-ҙер күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ә улар бара. «Юлы ниндәй бит әле—тау ҙа соҡор, тау ҙа соҡор... Йырлай-йырлай барып етә торғайныҡ»,—ти Абдулла ағай.

Бөгөнгө көндә өс ул менән ике ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырып, ун алты ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, бүлә-бүләсәләрен һөйөп йәшәй Абдулла ағай менән Нәфисә еңгәй. Өс улдары ла ата-әсәһе янында, Сиҙер ауылында ғаилә ҡороп, үҙ аллы йәшәп яталар, тырышып эшләп йөрөйҙәр. Өлкән ҡыҙҙарҙы Зәйнәп, Сибайҙа уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡҡас, Балтас районына эшкә тәғәйенләнә. Тырыш ҡыҙ шунда үҙ яртыһын таба. Асия, бер ҡыҙ һәм улға ғүмер биреп, иптәше менән күрше ауылда йәшәй. Бер йөрәктең ике яртыһы, тип тап Нәфисә еңгәй менән Абдулла ағай тураһында әйткәндәрҙер. Икеһе лә алсаҡ, күңелле, шаян кешеләр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле һаман ауылда ғына түгел, район кимәлендә үткән сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып торалар, призлы урындар яулайҙар. Абдулла ағай халыҡ, композиторҙарыбыҙ йырҙарын оҫта башҡара, шиғырҙар яҙа, бейей. Ә Нәфисә еңгәй ауылда ҡуйған спектаклдәрҙә ҡатнаша.

Һүҙ аҙағында

Сиҙерҙән һуң, ҡараңғы төшә башлағас ҡына ҡуҙғалдым. Оҙатырға сыҡҡан Нәфисә еңгәй:«Беҙ Аралбайҙы шул тиклем һағынабыҙ. Илтенбаев Хәмиҙулла ағайҙар менән иң һуңғылар булып күстек бит. Күсмәҫ тә инек, ҡартайыңҡырап ҡалдыҡ шул... Ҡыш юл да булмай бит Аралбайға. Яңғыҙ нисек йәшәйһең?»—тип уфтанып ҡуйҙы. Шунан:«Быйыл кешегә ер бирәләр тигәс, малайҙар Аралбайға төшөп, ерҙәрен тамғалап, таяҡ ҡатып ҡайттылар»,—тип өҫтәне. Алла бирһә, бәлки, Аралбай ҙа кире  терелер әле! Ныҡ итеп, ышаныслы итеп әйтте. Еңгәйҙе барып ҡосаҡлап алырҙай булдым. Шулай ғына була күрһен инде!

Бара биргәс, машинаның радиоалғысын астым. «Юлдаш»тан дәртле йыр башҡаралар:

«...Тыуған ауылым урамын

Ҡабат-ҡабат ураным.

Баш өҫтөндә ҡош һайраны,

Бәхетемә юраным...»

Фәрит Әхмәров,

Сибай ҡалаһы.

Һүрәттә: Нәфисә еңгәй менән Абдулла ағай Боҫҡоновтар.

Абдулла ағайҙың 75 йәшенә балалары аталары яҙған шиғырҙарҙы китап итеп баҫтырып бүләк итә. Йыйынтыҡтан бер шиғырын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Күгәрсенгә емдәр һиптем

Тәҙрә асып емдәр һиптем,

Күк күгәрсен ашаһын.

Түҙмәйенсә күҙҙәр ҡыҫтым

Һөйөүемде аңлаһын.

Күгәрсенгә оя ҡуйҙым

Ҡыйыҡтың аҫтарына.

Килсе инде, торма оялып,

Йөрәгем тапҡырына.

Күгәрсендәр гөрләшәләр

Тәҙрә баштарында.

Беҙ ҙә шулай гөрләһәк ине

Тормош юлдарыбыҙҙа.

 

Абдулла Боҫҡонов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap