Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
05.12.2016
Игенсе лә тигән даны бар
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Һуңғы йылдарҙа дәүләтебеҙ ер кешеһенә, ғөмүмән ауыл хужалығы тармағына йөҙ менән боролдо. Күптән түгел Өфөлә Республика Башлығы Р.З.Хәмитов быйылғы уңыш йыйыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе республиканың 10 игенсеһенә еңел автомобилдәр тапшырып, уларҙың эштәренә оло баһа бирҙе. Улар араһында Баймаҡ районының «Ленин» исемендәге хужалыҡ алдынғыһы З.Б.Ҡотлоғужин да бар ине.

Зәки Булат улы Сыңғыҙ ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Артабан ул әрмегә саҡырыла. Мәскәү янындағы ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп  ҡайтҡан егет «Ленин» колхозына эшкә төшә. Шул мәлдән Зәки Булат улы эш урынын алмаштырмаған. Тәжрибәле механизатор бар ғүмерен тыуған ауылына, «Ленин» исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһына бағышлаған кеше.

—Иң башта ДТ-75 тракторында эш башланым. Һуңынан «Беларусь» тракторын да, комбайнды ла йөрөттөм. Йыл әйләнәһенә хужалыҡта хеҙмәт итәм. Ял да, байрам да юҡ. Отпуск та алмайым. Яҙғыһын фермала ремонт эштәре менән булышам. Йәйгеһен комбайнда бесән сабам. Көҙгөһөн уңыш йыйыуҙа ҡатнашам. Ә ҡышҡыһын фермала моторист булып эшләйем. Барыһынан да ҡәнәғәт булып, эшемде яратып башҡарам,—      ти Зәки ағай.

36 йыл дауамында хужалыҡ баҫыуҙарын иңләгән тәжрибәле механизаторға тиңләшеүсе юҡ. Гел алдынғылар рәтендә булған Зәки Булат улын хужалыҡ етәкселеге һәм бергә эшләгән иптәштәре ихтирам итә.

Быйылғы уңыш йыйыу кампанияһы барышында «Ленин» исемендәге хужалыҡ етәкселеге механизаторҙарға план ҡуйған. Һөҙөмтәлә, үҙенең СК-5 «Нива» комбайнында 1990 тонна иген урып йыйыусы Зәки Ҡотлоғужин еңеүсе тип табылған.

Күптән түгел республиканан 10 иң шәп игенсеһен Өфөгә саҡырып ҙурланылар. Уларға Республика Башлығы Р.З.Хәмитов еңел автомобилдәр бүләк итте. Рөстәм Зәки улы иң беренсе булып сәхнәгә Баймаҡ районының «Иң яҡшы комбайнсы»һы Зәки Ҡотлоғужинды саҡырҙы һәм «Афарин!» тип арҡаһынан һөйөп өр-яңы «Нива» автомобиленең асҡысын тапшырҙы. Ер кешеһенең хеҙмәтенә тейешле баһа биреүҙәре һөйөндөрә. Был минуттар Зәки ағайҙың күңелендә тулҡынландырғыс матур бер мәл булып оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.

—Уңыш һөҙөмтәһе буйынса планды үтәгәс, хужалыҡ етәксеһе Өфөгә саҡырыу көт, тип әйтте. Мин был хәбәрҙе ышанмайыраҡ ҡабул иткәйнем. Оҙаҡламай, ысынлап та баш ҡалаға юлландыҡ. Өфөнө яҡшы белгән күршем Булат Рәжәпов менән юлға сыҡтым. Бүләк автомобилде ул алып ҡайтышты. Форсаттан файҙаланып, хужалыҡ етәксеһе Fәлим Булат улы Сәлимовҡа һәм район етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең эшебеҙҙе күреп, баһалап, бар яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Эш хаҡын ваҡытында биргәстәр, эшләүе лә күңелле. Аҡсалата премия менән дә дәртләндереп торалар,—тип һөйөнөп бөтә алмай уңған механизатор.

Шулай итеп, Зәки Булат улы «Нива» комбайнынан уңайлы ғына итеп «Нива» автомобиленә күсеп ултырған. Ауыл ерендә тап ошондай автомобилдең кәрәкле булыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала, салоны иркен һәм йылы. Ҡотлоғужиндар эш өсөн дә, ғаилә өсөн дә уңайлы булған техника эләгеүенә ифрат шатлана.

Зәки Булат улының ауыл хужалығы тармағындағы тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Баймаҡ районы хакимиәте һәм «Ленин» исемендәге хужалыҡтың Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Уның район күләмендә 6 тапҡыр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылыуы ла күпте һөйләй.

Зәки ағайҙың ҡатыны Мөнирә Рәфҡәт ҡыҙы ла 30 йыл хужалыҡта алдынғы һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡотлоғужиндар өс балаһына матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарған. Өлкәндәре Зәкир һәм Гүзәлиә Сибайҙа йәшәһә, кеселәре Гөлсинә Бүребайҙа төпләнгән. Уларҙың үҙ ғаиләләре, балалары бар. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй ял һәм каникул мәлендә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең килеүен ашҡынып көтә.

 

Һүрәттә: бына ул республика Башлығының елле бүләге!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap