Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Бер кемде лә аямай
Untitled document

Башҡортостанда ВИЧ-инфекция таралыу осрағы 8 муниципаль берәмектә, шул иҫәптән Күмертау, Салауат, Нефтекама, Өфө, Межгорье ҡалаларында, Ишембай, Благовещенск, Белорет райондарында  уртаса республика күрһәткесенән (53,4 процент) юғары. 2015 йыл менән сағыштырғанда быйыл Күмертау, Нефтекама, Сибай ҡалаларында һәм 26 районда сирлеләр һаны күбәйгән. Республикала бөгөнгө көндә 18,5 мең кеше был йоғошло ауырыуға дусар. Шуларҙың 11 меңе—ир-егеттәр булһа, 7 меңе—ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың 10,5 меңе ҡала ерлегендә йәшәй, ҡалғандары ауылдарҙан.

СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Сибай район-ара филиалының табип-инфекционисы Ф.З.Мортаева әйтеүенсә, Сибайҙа әлеге көндә 200 кеше ВИЧ-инфекциялы тип табылһа, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында 400-гә яҡын кеше ауырый. Ағымдағы йылдың 10 айында ғына ҡалала 25 сирленең асыҡланыуы табиптарҙы ҙур хафаға һала. Шуларҙың араһында бер бала ла бар. Былтыр ошо ваҡытҡа 22 яңы осраҡ теркәлеүен иҫәпкә алһаҡ,    күп булмаһа ла үҫеш барлығы күҙәтелә. Быйыл ВИЧ-инфекциялы 12 кеше вафат булған.

Бынан бер нисә йылдар элек ауырыу парентераль юл (ҡан тамырҙары аша) менән ныҡлы таралһа, һуңғы осорҙа енси юл өҫтөнлөк итә. Миҫал өсөн, иҫәптә торған 200 кешенең 61-е вирусты парентераль рәүештә йоҡторһа, 117-һе енси бәйләнеш һөҙөмтәһендә эләктергән. Вертикаль (әсәнән балаға) ысул менән 1 кеше сирләгән. Әйткәндәй, 1997 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем ВИЧ-инфекциялы әсәнән 41 бала тыуған. Быйыл иһә вирус йөрөткән әсәнән 3 сабый тыуыуы теркәлгән. Бәхеткә күрә, балаларҙың сәләмәтлегенә зарар килмәгән, сөнки әсәләр ваҡытында химиопрофилактика үткән һәм вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланған.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса сиргә дусар булыусылар араһында ир-егеттәр күберәк булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың организмы биологик һәм анатомик үҙенсәлектәр арҡаһында был мәкерле ауырыуға тиҙерәк бирешә. Хәүеф төркөмөнә  шулай уҡ үҫмерҙәр һәм йәштәр инә. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙең өлкән кластары уҡыусыларына, студенттарға СПИД, ВИЧ-инфекция тураһында йыш лекциялар уҡый, кәңәшмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыуҙы алғы планға ҡуя. Интерактив материалдар ҡулланыу, видеофильмдар күрһәтеү, брошюра һәм буклеттар таратыу ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.

—ВИЧ, СПИД—бер кемде лә аямай. Киләсәгебеҙ булған йәштәрҙе замана афәтенән йолоп ҡалыу өсөн уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, әхлаҡи тәрбиә биреү мөһим,—ти табип-инфекционист Фәрзәнә Зекриә ҡыҙы.—ВИЧ, СПИД проблемаһы тураһында төшөрөлгән кинофильмдар, социаль реклама, флешмобтар ҙа йәштәргә ҙур йоғонто яһай. 1 декабрь—Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә ҡалала йәштәр өсөн квест-уйын ойошторолдо. Һәр көн беҙҙең филиал ишектәре асыҡ. Бушлай  иммунограмма тапшырырға, табиптар менән кәңәшләшергә лә форсат бар.

Табип-инфекционист һәр кеше сәләмәтлегенең торошон билдәләү өсөн ҡан анализына тест тапшырырға тейеш тип иҫәпләй. Бындай тесты СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Сибай район-ара филиалында  (Киров урамы, 34, тел. 2-26-35), үҙәк дауахананың ҡабул итеү бүлегендә үтергә мөмкин. Пациенттар тест үткәнгә тиклем, унан һуң да белгестәрҙән килеп тыуған һорауҙарына яуап алыуға хоҡуҡлы. Тесты аноним рәүештә үтергә лә була.

 

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap