Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Иғтибар һәм сабырлыҡ мөһим
Untitled document

«Изгелек аҙнаһы» акцияһы сиктәрендә Сибай ҡала поликлиникаһында «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова алып барған сарала медицина хеҙмәткәрҙәре, инвалидтар йәмғиәте, социаль страховкалау фонды, медицина-социаль экспертиза бюроһы вәкилдәре, «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. Һөйләшеү «һорау-яуап» формаһында барҙы.

«Түңәрәк өҫтәл»дә сәләмәтлеге буйынса кәмселектәре булған балаларҙың ата-әсәләрен борсоған мәсьәләләр күтәрелде, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу буйынса теләктәр әйтелде. Мәҫәлән, бер әсә балалар поликлиникаһында педиатрға сиратһыҙ инеү өсөн кабинеттың ишегенә махсус яҙыу элергә кәрәклеген белдерҙе. Сөнки һәр кем инвалид балаларҙың хәлен аңлап ҡарамай. Икенсе бер ғаилә балаһы өсөн ҡыйбатлы дарыуҙарҙы бушлай алыу мөмкинлеге  бармы тигән һорау менән мөрәжәғәт  итте. «Баланың ғүмере өсөн кәрәкле дарыуҙар бушлай бирелә. Үҙегеҙҙең участка педиатрына мөрәжәғәт итегеҙ»,—тип яуап бирҙе балалар поликлиникаһы мөдире А.Р.Мөстәхетдинова. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡайһы бер ҡиммәтле дарыуҙарҙы хәйриәлек фондынан алыу мөмклеге лә бар икән.

Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалалаштарыбыҙ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән йәки ҡаты ауырыуға дусар булған балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға тора. «Ил төкөрһә—күл була» тигәндәй, күптән түгел ҡала халҡы Новиковтар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәткән.

—1,7 йәшлек улыма оҙайлы дауалау курсы үткәреү өсөн күп аҡса талап ителде. Ҡалалаштарыма ҙур рәхмәт, уларҙың көсө менән йыйылған 2,5 миллион һум аҡса баланың сәләмәтлеген нығытыуға тотонолдо. Хәҙер улыбыҙға ортопедия аяҡ-кейеме һәм этеп йөрөү өсөн махсус ҡулайлама (ходунки) кәрәк,—ти әсә кеше.

Ата-әсәләрҙең күбеһе ҡаланың эргәһендә генә урынлашҡан «Сибай» шифахана-профилакторийына «Әсә һәм бала» юлламаһын һорап сығыш яһаны. Балалар соматикаһының ишектәре һәм баҫҡыстары инвалид коляскаһы өсөн уңайлы булмауын да әйтте. Был осраҡта инвалид балаларҙың ата-әсәләре алдан регистратураға барып яҙылып, табиптарға балалар поликлиникаһында күренә ала. Һәр аҙнаның шишәмбе, шаршамбы һәм кесе аҙна көндәрендә поликлиниканың 3-сө ҡатында бөтә төр белгестәргә күренеү мөмкинлеге бар.

«Түңәрәк өҫтәл»дә шулай уҡ инвалид балаларҙы Балалар ижады үҙәгендәге бассейнға бушлай йөрөтөү, инвалид бала тәрбиәләнгән ғаиләгә бушлай ер биреүгә ҡағылышлы  һорауҙар күтәрелде. Төйәләҫтәр үҙҙәренең ҡасабаһында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова ата-әсәләрҙең барлыҡ һорау-теләктәрен тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

—Ҡалала «Изгелекле Сибай» программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Бергәләп эшләгәндә генә һөҙөмтә була. Ҡалала сәләмәтлеге буйынса кәмселектәре булған 231 бала йәшәй. Әйҙәгеҙ, уларға ҡарата мәрхәмәтле, ярҙамсыл, иғтибарлы һәм сабыр булайыҡ,—тине үҙ сығышында Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.

 

Салауат Азаматов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap