Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Милли рух тәрбиәләйбеҙ
Untitled document

3-4 йәшлек балаға башҡорт икәнлегебеҙҙе аңлатыуы, әлбиттә, еңелдән түгел. Шуның өсөн дә милләтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе ниндәй йүнәлештә алып барыу кәрәк тигән һорау килеп тыуа. Мин «Ләйсән» балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә был юҫыҡта арыу ғына тәжрибә туплап өлгөрҙөм, тип әйтә алам.

Эшем төркөм бүлмәһен биҙәүҙән башланды. Урындыҡ, һандыҡ эшләтеп, буй, арҡыры юрғандар тегеп, балаҫ һуғып, яҫтыҡтар эшләп башҡорт рухында мөйөш булдырҙым. Халҡыбыҙҙың кейемдәре, боронғо йолалары менән таныштырыуға ла ҙур иғтибар бирәм. Ҡурсаҡҡа башҡорт милли күлдәге, һаҡал, ҡашмау, үрмес тегеп кейҙерҙем.

Милли рух үҫтереүгә ҙур этәргес булған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсынан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ һәм йыл да призлы урындар яулайбыҙ. Был ярышта тәрбиәләнеүселәрем Батисова Нурсилә, Дилмөхәмәтов Азамат, Илфар һәм Инсаф Солтановтар бик әүҙем ҡатнаша. Бәләкәстәрҙең ошо хеҙмәте         II-III дәрәжәле дипломдар менән билдәләнде. Эпос балаларға яман менән яҡшыны айырырға өйрәтә. Хәтерҙе, ихтыяр көсөн нығыта.

Үткән йыл Мәләүез ҡалаһында үткәрелгән «Мин—тикшереүсе» исемле Бөтә Рәсәй конкурсында Солтанов Илфар ҡатнашып, башҡорттоң милли ризығын—талҡанды әҙерләү ысулын күрһәтте. Уның был эшен жюри ағзалары II дәрәжәле диплом менән баһаланы.

Ауылыбыҙҙа башҡорт рухы көслө. Киләсәктә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар менән осрашыу ойоштороуҙы ла ниәт иткәнмен. Халҡыбыҙҙың әкиәттәрен, йырҙарын, риүәйәт-легендаларын ололарҙан отоп алайыҡ, онотмайыҡ тигән теләктәмен. Телебеҙҙе боҙмаһаҡ, быуындар бәйләнешен өҙмәһәк, киләсәгебеҙ ныҡлы, ышаныслы булыр.

А.А.Хәзиева,

Һабыр ауылы «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсе.

 

Йылайыр районы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap