Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.12.2016
Һоҡланғыс ғүмер юлы
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған мәлен беҙ, йәш быуын, китаптар һәм кинофильмдар аша ғына беләбеҙ. Ә мәҡәләм геройы Рәшит Әхмәт улы Һиҙиәтуллин шул йылдарҙа дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләй.

Сығышы менән Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан булған Рәшит Әхмәт улының бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килһә лә, ул шул саҡтарҙы һағынып иҫкә ала. Бәләкәйҙән бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татып, уларҙы йырып сығырға өйрәнеп үҫә. Һуғышҡа киткән атаһы Әхмәт Һиҙиәт улы кире әйләнеп ҡайта  алмай. Малай әсәһе һәм өләсәһе менән донъя көтә, уларҙың төп ярҙамсыһы һәм терәгенә әйләнә.

1943 йылда үҙ ауылында беренсе класҡа уҡырға бара. Йөрөгән ерҙәрен мәктәп тип әйтеп тә булмай. Ташландыҡ ҡына бер йортта иҙәндә, урындыҡта ултырып белем алалар. Икенсе класҡа иһә өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауыл мәктәбенә бара. Алыҫ араны йөрөп уҡыу еңелдән булмаһа ла, бар тырышлығын һала.

Үҙен белгән ваҡыттан алып Рәшит Әхмәт улы колхоз эшендә. Ул заманда кесеһе лә, олоһо ла баҫыуға, фермаға эшкә сыҡҡан. Башта ҡош тиҙәге, көл йыйып тапшырыу бәләкәстәр өлөшөнә төшә. Ул ваҡытта ағас яғып йөрөгән тракторҙар була, шуларға яғыулыҡ итеп тап-топ әҙерләйҙәр. Баҫыу утау, бесән эшләү, хатта үгеҙ өйрәтеү ҙә балалар һәм үҫмерҙәр иңенә ята. Эшләгән хеҙмәттәре ныҡлы күҙәтеү аҫтында, сәркәтип өҫтәлендә ятҡан «амбарная книга» тип аталған ҙур китапҡа трудодень көн дә һуғылып бара. «Һуғыштан һуңғы ауыр осор, ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар. Ҡырҙа эшләргә үгеҙҙәрҙе өйрәтергә кәрәк. Беҙ, үҫмерҙәр, шул малды менеп алып ни хәтлем тиҫкәре булһалар ҙа үҙ яйыбыҙға ҡайырырға тырыша торған инек. Бер өйрәтелгән үгеҙгә 15 трудодень ҡуйыла ине»,—тип хәтерләй уҙаман.

Рәшит Әхмәт улының еҙнәһе агроном булып эшләй. Бәләкәйҙән уға эйәреп, эшен күреп йөрөгән малай, үҫкәс агроном булырға хыяллана. Ләкин әсәһенең, өләсәһенең берҙән-бер терәге булған егеткә етенсе класты тамамлағас, кәбән ҡойоусы булып колхозда эшләргә тура килә. Артабан уҡыу алыҫтағы хыял кеүек тойола. Бер мәл һабаҡташтары уны Темәс педагогия училищеһына имтихандар тапшырып ҡарарға саҡыра. Егет ғаиләһе менән кәңәшләшкәндән һуң, тәүәкәлләп юлға сыға. Шулай итеп, 1952 йылдың көҙөндә Темәс ауылында белем ала башлай. Беренсе сиректе ҡәҙимге уҡып сыға, ләкин 40 саҡрым йөрөп уҡыу ауырға төшә. Уҡыуҙы ташлап ҡайтам тигәндә, уны Түбә ауылында аталары һуғыш яланында ятып ҡалған балалар өсөн асылған мәктәп-интернатҡа саҡыралар. Шунда уҡыуын тамамлай ул. Уҡыған ере менән тыуған ауылы араһы 21 саҡрым булыуға ҡарамаҫтан, йәйгеһен—йәйәү, ҡышын саңғы менән ҡайтып әсәһенә ярҙам итеп килергә лә өлгөрә Рәшит ағай.

Уҡыуын бөткәс тә ул әрме сафына алына. Рәсәйҙең бер яҡ сигендә ятҡан Владивосток ҡалаһына эләгә. Был йәш егеттең беренсе тапҡыр өйөнән алыҫҡа һәм оҙаҡҡа юл тотҡан мәле булараҡ иҫендә ныҡлы уйылып ҡалған.

—Ҡалаға ун алты тәүлек тауар поезында барҙыҡ. Беҙ барып еткәндә төн ауышҡан ине. Килеп төшкәс тә иге-сиге күренмәгән диңгеҙ күҙгә салынды. Был беҙҙең тәүге танышыу булды. Беренсе көндән уҡ авиация механиктары мәктәбенә төркөмдәргә бүлеп таратып сыҡтылар. Мин бомбардировщиктар бүлегенә эләктем. Бер йыл уҡып сыҡҡас, бортмехник булып хеҙмәт иттем. Төрлө ерҙән йыйылған ҡырҡ ата балалары шул хәтлем дуҫ, татыу инек. Һуғышты үткән старшинабыҙ Коваленко беҙгә атай урынында йөрөнө,—ти ул.

Донъялағы үҙгәрештәргә бәйле ҡораллы көстәр ғәскәрҙәрендә ҡыҫҡартыуҙар башлана. Шуға ла Рәшит ағай тейешле өс йыл урынына ике йыл ярым хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ауылға ҡайтыуына өс көн дә үтмәй, колхозға саҡыртып алалар ҙа шунда уҡ хисапсы итеп эшкә тәғәйенләп ҡуялар. Ең һыҙғанып эшкә тотона йәш егет. Ныҡышмал, яуаплы белгесте тиҙҙән йәштәр эшен ойоштороу буйынса Баймаҡ МТС-ның коммунистар партияһының төбәк инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр. Эшенә етди ҡарай егет. МТС-ҡа ҡараған бер ауылды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, әүҙем эш алып бара. Социалистик ярыштар, мәҙәни саралар, үҙешмәкәр концерттар—барыһы ла ауылдың йәш көстәре тарафынан алып барыла.

Нәҡ ошонда эшләгән осорҙа, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу теләге менән, ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Бында уға ҙур ярҙам күрһәткән Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевҡа әле лә рәхмәтле ул.

Тырыш, эшен яратып башҡарған егеткә әленән әле яуаплы вазифаларҙы тапшыралар. 18 йылға яҡын «Һәүәнәк» совхозы рәйесе булып эшләй. Артта ҡалған хужалыҡтан алдынғылар рәтенә сығара. Р.Ә.Һиҙиәтуллин етәкселек иткән дәүерҙә совхоз бер тапҡыр Үҙәк комитеттың күсмә Ҡыҙыл байрағына, ике тапҡыр—РСФСР-ҙың, ун алты тапҡыр республиканың байрағын алыуға ирешә. Был осорҙа колхоз эшселәре лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Һауынсы Фира Fариф ҡыҙы Ниғмәтуллина Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була һәм СССР-ҙың юғары советына депутат итеп һайлана. Бынан тыш, Рәшит Әхмәт улы уҡытыусыларҙың 3-сө Бөтә Союз, КПСС-тың XXVI съездары делегаты була. Уға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән исем дә бирелә.

1991 йыл Сибай ҡалаһына күсеп килә. Бындағы хеҙмәт юлын ер ресурстары комитетында башлап ебәрә. Торлаҡ, төҙөлөш, баҡса, ер мәсьәләләрен күтәреп сығып, ыңғай хәл итеүгә ирешә. Артабан ҡала хакимиәтенең сауҙа бүлеген етәкләй. Бында шәхси эшҡыуарлыҡты, сауҙа эшен рәткә һалыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһын етәкләй. Күрһәткән хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әлеге мәлдә Рәшит Әхмәт улы ҡатыны Фатима ханым менән матур итеп донъя көтә. Зарланмай, тормоштан йәм табып йәшәйҙәр. Бәхетле атай-әсәй генә түгел, ҡартатай-өләсәй ҙә улар. Алты ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәләренә йән йылыһы өләшәләр. Рәшит Әхмәт улы әле лә спорт менән дуҫ. Һәр иртә зарядка эшләй. Йәйгеһен ҡатыны менән баҡса үҫтерергә, балыҡ ҡармаҡларға ярата. Ҡышҡыһын иһә йәйәүләп саф һауала йөрөргә күнеккәндәр. Шулай бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып тормош көтәләр.

—Ҡатынымдан уңдым, ул минең һәр ваҡыт таянысым булды. Яуаплы вазифа башҡарғанда тылдың ныҡлы булыуы мөһим. Ул тоғро, аҡыллы ҡатын ғына түгел, оҫта хужабикә лә. Уның бешергән аштары, әҙерләгән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ,—ти Рәшит Әхмәт улы.

Маҡтаулы ғүмер юлы үткән Рәшит Әхмәт улы Һиҙиәтуллин ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уҙаманды ихлас күңелдән күркәм тормош байрамы менән ҡотлайбыҙ!

 

Һүрәттә: Р.Ә.Һиҙиәтуллин ҡатыны менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap