Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
12.12.2016
Ир-егеттең аҡылы ил эшендә танылыр
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Баймаҡ районының Хәсән ауылынан билдәле шәхестәр бик күп сыҡҡан. Шуларҙың береһе—Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, хужалыҡ эшмәкәре, 46 йыл ғүмерен Сибай автотранспорт предприятиеһына бағышлаған хеҙмәт ветераны Сәфиулла Fайса улы Хәсәнов (һүрәттә). Ауылға исем биргән Хәсән ҡарттың бүләһе Сәфиулла 1941 йылдың 29 ноябрендә донъяға килгән. Бәләкәстән техникаға мөкиббән булған малай, 10 класты тамамлағас та, Сибай ҡалаһындағы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының автотранспорт цехына эшкә урынлаша. Көндөҙ ҡеүәтле тау ҡорамалдарының деталдәрен майлаусы булып эшләһә, кистәрен шоферҙар әҙерләү курсына йөрөй. Ҡулына автомобиль йөрөтөүгә танытма алғас, яңы ойошторолған автобазаға шофер булып күсә. Артабан был автобаза эре транспорт предприятиеһына—Сибай АТП-һына әүерелеп китә. Ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә 1960 йылда С.Хәсәнов әрме сафына алына. Ватаны алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгәс тә, туған коллективына әйләнеп ҡайта. Әрме мәктәбендә сынығып ҡайтҡан йәш кешегә был юлы автобус йөрөтөүҙе ышанып тапшыралар. Предприятиеның шул ваҡыттағы директоры В.А.Быков, эш тиһәң йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Сәфиуллаға ҙур өмөттәр бағлап, «Башавтотранс»тан йүнәлтмә юллап, институтҡа уҡырға ебәрә. Студент йылдары бик тиҙ үтеп китә. Йәш белгесте Сибай АТП-һы ҡуш ҡуллап ҡаршы ала. Шунда уҡ уға производство мөдире вазифаһын йөкмәтәләр. Бер йылдан белгесте предприятиеның баш инженеры итеп тә тәғәйенләйҙәр. Ул осорҙа йәш таусылар ҡалаһында сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт тармаҡтары ныҡлы үҫешә. Урында производство гөрләп торғас, йөк, пассажирҙар ташыу ихтыяжы ла ҙур була. Сибай автотранспорт предприятиеһы ҡаланы ғына түгел, Урал аръяғы төбәге райондарын да уңышлы хеҙмәтләндерә. 1989 йылда үҙен оҫта етәксе дәрәжәһенә күптән әҙерлекле булыуын хеҙмәте менән иҫбатлаған Сәфиулла Fайса улы Хәсәновты АТП директоры вазифаһына үрләтәләр. 1395-се колонна нигеҙендә Урал аръяғының автомобиль транспорты берекмәһе ойошторолғас, төбәктә был тармаҡ ныҡлы үҫеш ала. Айырыуса пассажирҙар ташыу йүнәлеше йәнләнә. Маҡсатҡа ынтылышлы, оҫта ойоштороусы, талапсан, ғәҙел етәксе коллективы өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдыра. АТП-ла 13 йыл баш инженер, 21 йыл директор булып эшләү дәүерендә автотранспорт предприятиеһы гел алдынғылар рәтендә була. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр, ти халыҡ әйтеме. Ябай водителдән директор дәрәжәһенә еткән шәхестең хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһалана: Сәфиулла Fайса улы Хәсәнов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем ала, «Рәсәй транспортының почетлы хеҙмәткәре» знагы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградлана.

Эшендә Сәфиулла Fайса улы абруйлы етәксе булһа, ғаиләһендә ҡатыны Хәмиә Айытбай ҡыҙына иғтибарлы, хәстәрлекле ир, улы Рәис, ҡыҙы Әлфиә өсөн һөйөклө атай ҙа. Килене Әлфиә, кейәүе Фуатҡа өлгөлө ҡайны. Дүрт ейәненә, бер ейәнсәренә яратҡан ҡартатай. Атаһынан күргән—уҡ юнған, тигәндәй, Рәис уның юлын һайлаған. Әлеге көндә ул Сибай АТП-һында бүлек начальнигы булып эшләй. Әлфиә Өфө дауаханаларының береһендә—табип. Балалары ғүмер буйы етәксе булып эшләгән ата-әсәләрен (Хәмиә Айытбай ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Чебурашка» балалар баҡсаһы мөдире була) өйҙәрендә һирәк күрһәләр ҙә, уларҙың абруйына тап төшөрмәй тырышып уҡый, түңәрәктәргә йөрөй.

Бынан биш йыл элек Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбе коллективы ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы Сәфиулла Fайса улын Хәсәновтар ырыуына бағышланған Шәжәрә байрамы ойоштороп ҡыуандырҙы. Нәҫел-нәсәпте барлау сараһы уның етмеш йәшлек юбилейына арналды.

 

Бәхетленең байрамы ла бер ваҡытта тигәндәй, илебеҙҙә автомобиль транспорты барлыҡҡа килеүгә—120, Сибай АТП-һы ойошторолоуға—60 йыл тулғанда, ошо тармаҡҡа бөтә ғүмерен арнаған Сәфиулла Fайса улы Хәсәновҡа 75 йәш тулды. Ҡалабыҙҙың абруйлы аҡһаҡалын күркәм байрамдар менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Оҙон-оҙаҡ йылдар именлектә, шатлыҡта, кинәнестә-һаулыҡта, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap