Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.12.2016
Исеме халыҡ күңелендә
Untitled document

Һәр милләттең дәрәжәһен күтәргән, күңелдәрҙә оҙаҡ йылдар дауамында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәре була. Үҙенең күренекле улдарын, ҡыҙҙарын онотмаған халыҡ—мәңгелек, тиҙәр.

Иҫке Сибай ауылына нигеҙ һалған, уның артабанғы үҫешенә тос өлөш индереүселәр араһында Күсәбаевтар (Көһәбай) нәҫеле күптәргә билдәле. Һүҙем ошо нәҫелдән булған хеҙмәт һәм тыл ветераны Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев хаҡында, әле уға 90 йәш булыр ине.

Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай урта мәктәбендә Күсәбаев Рәфҡәт ағайҙың хәтер кисәһе үтте. Мәктәп директоры Сәлих Рафиҡов етәкселегендә уҡытыусылар, уҡыусылар сараға ентекле әҙерләнгән. Хәтер кисәһенә Р.Күсәбаевтың балалары, туғандары һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәре килгәйне. Кисәне алып барыусы Рәфҡәт ағайҙың ейәнсәре Азалия Ибраһимова ҡартатаһының тормош юлы менән таныштырҙы.

Рәфҡәт Яҡуп улы 1926 йылдың ноябрендә Иҫке Сибай ауылында донъяға килә. Атаһы Яҡуп Fүмәр улы 1-се Бөтә Донъя һуғышы яугиры, әсирлектә булған, шунда немец телен яҡшы өйрәнеп ҡайтҡан була.

Ул бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған киң эрудициялы, абруйлы уҡытыусы булып таныла. Иҫке Сибай мәктәбендә Яҡуп Күсәбаевҡа таҡтаташ ҡуйылған, бер яңы урам уның исемен йөрөтә. Рәфҡәт ағай ауылда 7-се класты тамамлап, колхозда ат ҡараусы, почтальон, иҫәпсе булып эшләй.

1943 йылда 17 йәшлек үҫмерҙе Ҡыҙыл Армияға саҡыралар, ләкин ҡаты ауырыу сәбәпле, уны хәрби хеҙмәткә алмайҙар. Һуғыш осоронда еңеү өсөн ул тылда үҙен аямай хеҙмәт итә. Тырыш егетте ауыл советы сәркәтибе, аҙаҡ рәйес итеп һайлайҙар. Белем алыу теләге көслө була. Fаиләһендә 2 бала, ҡатыны менән Сибай руднигына күсә, киске мәктәпкә уҡырға инә. Көндөҙ китапханала эшләй. 1955 йылда урта белем тураһында аттестат ала. Артабан әҙерләнеп, Өфө ҡалаһындағы ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1961 йылда уны уңышлы тамамлап, агроном булып эшләй башлай.

Рәфҡәт Күсәбаев тырышлығы, хөрмәт һөйөүсәнлеге менән абруй яулай. Район етәкселеге уға яуаплы вазифаларҙы ышанып тапшыра. Партком секретары урынбаҫары, совхоздың бүлексә идарасыһы, баш агроном, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын тикшереү буйынса баш дәүләт инспекторы, «Башсельхозхимия» район-ара берекмә етәксеһе һәм башҡа вазифаларҙы башҡара. Уның тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (1976 й.), «Хеҙмәт ветераны» (1984 й.) миҙалдары, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» (1979 й.), «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1976 й., 1978 й.) билдәләре, күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1994 йылда тыуған ауылына ҡайтып, хужалыҡтың өлкән диспетчеры булып эшләй. Fаиләһендә ҡатыны Таңбикә апай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары белемле, 2 улы юғары вазифаларҙа эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул әүҙем йәмәғәтсе, ауылдың ветерандар советы ағзаһы булараҡ халыҡ мәнфәғәтендә бик күп изге эштәр башҡара.

2007 йылдың апрелендә донъя ҡуя. Хәтер кисәһендә Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе И.Бикмәтов, билдәле крайҙы өйрәнеүселәр Р.Үтәғолов, Ә.Сәйғәфәров, мәғариф ветераны С.Ишбирҙин, Ш.Усманов һәм башҡа сығыш яһаусылар Рәфҡәт Яҡуп улының намыҫлы, эшлекле, тура һүҙле, талапсан һәм кешелекле булыуын билдәләне. Киң ҡарашлы, феноменаль хәтергә эйә булыуын әйтеп киттеләр. Ул халыҡтың бай ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән, милли рухлы, сәсән телле булыуы менән күптәрҙең күңелен яулаған. Уның шиғырҙары, әйтемдәре, көләмәстәре әле лә халыҡ телендә. Балалары Буранбай, Замир Күсәбаевтар, Гүзәл Шакирова атайҙарының ижадын йыйып, китап баҫтырырға ниәтләй. Был изге эштә уларға уңыш теләйек.

Төйәгебеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләре араһында Рәфҡәт Күсәбаевтың, һис шикһеҙ, үҙ урыны бар. Ул халыҡ күңелендә, халыҡ хәтерендә.

Рәсимә Айсыуаҡова.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap