Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
24.08.2012
«МАҠСАТЫБЫҘ―ЛАЙЫҠЛЫ КИЛӘСӘК ТӘРБИӘЛӘҮ»
Untitled document

 

Яңы уҡыу йылы башланырға ла күп ҡалманы. Бер нисә кѳндән мәктәптәр шат уҡыусылар тауышына күмеләсәк. Быны, беренсенән, оло байрам, тип ҡабул итһәк, икенсенән, әҙерлек эштәре мәшәҡәттәр тыуҙырмай ҡалмай. Хәйбулла районында был йәһәттән эштәр нисек ҡуйылған? Мәктәптәрҙең әҙерлеге нисек? Ғѳмүмән, тѳбәктең мәғариф тормошо менән танышыу маҡсатында район мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Дидар улы Сиражетдиновҡа мѳрәжәғәт иттек.

Юлай Дидар улы, элек-электән районда белем биреүгә ҙур иғтибар бүленде. Бѳгѳн заман ҡуйған һынауҙарҙы атҡарып, уңыштарға ѳлгәшеп буламы?

—Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа мәғариф ѳлкәһе алдына, белем биреүҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу һәм тотороҡло итеү маҡсатынан, ауыр ғына бурыстар ҡуйылды. Уҙған уҡыу йылында иһә беҙ ошо ѳлкәләге актуаль проблемаларҙы тормошҡа ашырыу ниәтенән эштәрҙе маҡсатлы йүнәлештә алып барҙыҡ. Дѳйѳм алғанда, алға китеш күҙәтелде, тип әйтергә мѳмкин. Быны һуңғы социологик һорау алыуҙың яуаптары ла иҫбатлай. Мәҫәлән, ата-әсәләрҙең 93,4 проценты бѳгѳнгѳ белем биреү сифатынан ҡәнәғәт булыуын белдергән.

—Мәғариф ѳлкәһендәге үҙгәрештәргә күнегеп тә бѳттѳк, шикелле. Оптимизация хаҡында ни әйтерһегеҙ?

—Үҙгәрештәрҙең тѳп сәбәбе—уҡыусыларҙың һаны кәмеүендә. Мәҫәлән, һуңғы ѳс йылда ғына белем алыусыларҙың һаны 400 кешегә әҙәйгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренеш бѳгѳн дә күҙәтелә. 2010-2012 йылдарҙа юридик шәхестәр 25-кә тиклем ҡыҫҡартылды. 52 дѳйѳм белем биреү учреждениеһының 27-һе филиал тип иҫәпләнә. Уртаса алғанда бер класҡа 11-12 бала тура килә.

—Кадрҙар мәсьәләһе буйынса ни әйтерһегеҙ? Йәш белгестәргә ҡытлыҡ юҡмы?

—Беҙҙең район уҡытыусыларҙың белеме буйынса алдынғы урындарҙы биләй, тип әйтергә мѳмкин. Йәғни, 703 педагогтың 85,5 проценты юғары белемгә эйә. Уҙған йыл, яңы үҙгәрештәргә ярашлы, уҡытыусыларҙы ѳҫтәмә һѳнәрҙәргә уҡытып алдыҡ. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән дә байтаҡ эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, ошо ниәт менән «2011-2013 йылдарҙа Хәйбулла районының педагогик кадрҙары» маҡсатлы программаһын ҡабул иттек. Программа тормошҡа ашырылғас та, йәш кадрҙарҙың 1,1 процентҡа артыуы күҙәтелде. Ярҙам фондынан 25 йәш белгес дѳйѳм 385 976 мең һумлыҡ пособие алыуға ѳлгәшһә, «Социаль торлаҡ» программаһы нигеҙендә 7 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡабул ителгән республика программаһына ярашлы, 10 хеҙмәткәргә торлаҡ тѳҙѳлѳшѳ ѳсѳн кредит һәм кире ҡайтарыу нигеҙендә 738 079 һум аҡса бирелде. Йәнә дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Йәш белгестәрҙең законлы никахҡа инеү уңайынан 5 мең, балаһы тыуған осраҡта 1 мең һум аҡса түләү, бушлай ер участкалары биреү—һайлаған һѳнәрҙәренә ҡарата яуаплылыҡ һәм һѳйѳү уятмай ҡалмаясаҡ.

—Быйылғы уҡыу йылында ниндәй яңылыҡтар кѳтѳлә?

—Әлбиттә, яңылыҡтар бар. Белеүегеҙсә, уҙған уҡыу йылында 52 мәктәптә, йәғни 418 беренсе класс уҡыусыһын уҡытыу яңы Федераль Дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы башҡарылды. Ә быйылғы йылда иһә райондың 4 мәктәбе 5-се класс уҡыусыларына яңы стандарттар буйынса белем биреүгә күсәсәк. Нисек кенә булмаһын, һәр үҙгәреш уҡытыусыны үҫтермәй ҡалмай. Шуға күрә лә һәр яңылыҡтың ыңғай яҡтарын күреү мѳһим.

—Уҡытыусыларҙың белемдәрен нығытыу саралары күреләме?

Семинар-кәңәшмәләрҙә, тѳрлѳ бәйгеләрҙә ҡатнашыу—үҙ-үҙеңде үҫтереү сараһы. Уҙған уҡыу йылында белем биреүҙе модернизациялау, уҡыу сифатын күтәреү, яңы уҡытыу стандарттарына күсеү һәм һәләтле балалар менән эшләү кеүек һорауҙарға арналған 7 семинарҙа ҡатнаштыҡ.

Online режимында уҙғарылған дистанцион вебинарҙарҙа тәжрибә уртаҡлашыу ҙа отошло башланғыстарҙың береһе, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, райондың рус теле һәм йәмғиәтте ѳйрәнеү фәндәре уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты белгестәре А.И.Блинов һәм Н.М.Бобылевалар менән берҙәм дәүләт имтиханы хаҡында фекер алышты, хаталар ѳҫтѳндә эшләне. Музыка уҡытыусылары иһә Ѳфѳ мәктәптәренең береһендә инновацион эштәр менән танышып ҡына ҡалманы, шулай уҡ педагогия колледжында практикумда ҡатнашып, яңы технологиялар менән уҡытыу нескәлектәренә тѳшѳндѳ.

—Берҙәм Дәүләт имтиханы һѳҙѳмтәләренә килгәндә, ни әйтерһегеҙ?

2011 йылда БДИ һѳҙѳмтәләре буйынса 64-се урынды биләгәйнек. Ошо сәбәпле уҙған йылда әҙерлеккә бар кѳсѳбѳҙҙѳ йүнәлтергә тура килде. Бар мәктәптәрҙә лә уҡыусылар менән берлектә ата-әсәләр йыйылышы уҙғарҙыҡ, ѳҫтәмә дәрестәр үткәреү ѳсѳн тәжрибәле уҡытыусыларҙы йәлеп иттек. БДУ-ның, Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты педагогтарын саҡырып уҡытыусылар ѳсѳн семинарҙар үткәрҙек. Әлбиттә, был һѳҙѳмтәһен бирмәй ҡалманы. Быйыл аутсайдерҙар рәтен ҡалдырып, 43-сѳ баҫҡысҡа менеүгә ѳлгәштек.

БДИ буйынса 13 уҡыусы юғары һѳҙѳмтәләргә ирешһә, 2 уҡыусы имтиханды тапшыра алмау сәбәпле, ѳлгѳргәнлек аттестаты ала алманы.

—Балаларҙың ялын ойоштороу ниндәй кимәлгә ҡуйылған?

Ял-һауыҡтырыу кампанияһына йыл да ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ошо йәһәттән урындағы хакимиәттән дә етерлек кимәлдә аҡса бүленә. Был йәйҙә лә кѳндѳҙгѳ мәктәп яны лагерҙары эшләне. Уларҙа тормошта ауыр хәлгә ҡалған балалар ҙа ял итеү мѳмкинлегенә эйә булды.

—Сер түгел, бѳгѳн Башҡортостанда балалар баҡсаларында урын менән тәьмин итеү киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Хәйбулла районында был проблема нисек хәл ителә?

—Эйе, был йәһәттән ҡыйынлыҡтар юҡ түгел, бар. Мәҫәлән, район үҙәгендә—537, ә ауылдарҙа 852 бала сиратта тора. Шулай ҙа был тәңгәлдә республика ҡаҙнаһынан байтаҡ ҡына финанс ярҙам бүленеүе яҡты ѳмѳттәр уята. Күреүегеҙсә, бѳгѳн йылдам темп менән Аҡъяр ауылында 240 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы тѳҙѳлѳү ѳҫтѳндә. Учреждениены йыл аҙағына сафҡа индереүҙе күҙаллайбыҙ. Күптән түгел Садовый һәм Степной ауылындағы балалар баҡсаларында Аҡъяр ауылы балалары ѳсѳн дә урындар булдырылды. Был киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә ғаилә балалар баҡсалары, гувернерлыҡ хеҙмәте лә ҙур роль уйнай.

—Яңы уҡыу йылына мәғариф учреждениелары әҙерме?

—Эйе, әҙер. Махсус комиссия менән барыһын да ҡарап, тикшереп сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, быйыл да барлыҡ учреждениеларҙың әҙерлеге яҡшы кимәлдә. Йәғни, һәр етәксе, коллектив үҙ эшенә яуаплы ҡараған.

—Быйыл нисә бала тәү тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ?

—Барлығы 453 бала беренсе класҡа барасаҡ. Иң күп уҡыусыларҙы Аҡъярҙың 1-се һәм 2-се мәктәптәре, Бүребай урта мәктәбе ҡабул итәсәк.

—Юлай Дидар улы, әңгәмә аҙағында тағы ниҙәр әйтерһегеҙ?

—Үҙегеҙ күрәһегеҙ, кѳйѳнѳстәр ҙә, һѳйѳнѳстәр ҙә бар. Әммә беҙ бер урында тапанмай, заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Шѳкѳр, республикала мәғариф ѳлкәһенә иғтибар арта бара. Был иһә беҙҙең эштең яуаплылығын арттырмай ҡалмай. Һүҙем аҙағында шуны әйтер инем: киләсәк ѳсѳн аҡыллы, тәртипле һәм белемле бы-уын тәрбиәләү—беҙҙең иңгә һалынған оло бурыс. Шуны аңлаһаҡ ине!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap