Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Юбилейын билдәләне Арҡайым
Untitled document

Урал аръяғының мәҙәни, мәғариф, сәнәғәт үҙәгенә әүерелгән Сибай ҡалаһы йылдан-йыл үҫә, матурая, ҙурая. Ҡатлы йорттарҙан торған таусылар төйәге яйлап киңлеккә лә үҫте. Ҡалаға терәлеп ятҡан Ҡамышлы-Үҙәк, Байыҡтырыусылар, Алтын, Таулы ҡасабаларына иш булып яңы Көньяҡ, Сармат, Арҡайым ҡасабалары барлыҡҡа килде.

Ер участкалары алып, унда шәхси йорт һалып, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр күбәйгәс, 1993 йылдың көҙөндә ҡала хакимиәте ит комбинаты биләмәһендә 250 гектар ер бүлеү хаҡында ҡарар сығара. Яйлап эштәр көйләнә, 1996 йылда ҡаланың көньяҡ-көнбайышына табан 7 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тау итәгендә тәүге йорттар ҡалҡып сыға башлай. Ҡасабаға беренселәрҙән булып Хабиловтар, Дәминдәровтар, Әсәҙуллиндар күсеп килә. Төҙөлөш эштәре алып барған осорҙа вагончиктарҙа, палаткаларҙа йәшәүселәр бик күп була. Йәш ҡасабаға инженер селтәрҙәре килгәнсе, кешеләр кәрәсин лампалары тоҡандырып, шишмәләрҙән, Һеңрән ауылынан һыу ташып, мейестәргә утын яғып көн итә. 1996 йылда Арҡайымға автобус йөрөй башлағанда йүнле юлдар ҙа булмай. 1998 йылда ғына ҡырсынташтан үҙәк урамға юл һалына. Тағы бер йылдан иһә урамдарға электр уты һуҙыла башлағас, урында төҙөлөш ныҡлы йәнләнә һәм шәхси йорттарға күсеүселәр һаны ҡырҡа арта. Шул йылдарҙа Баймаҡ районының төпкөлдә ятҡан Ишей ауылынан бик күп ғаиләләр күсенә. Эргә-тирәләге Моҡас, Әхмәр, Төркмән, Басай, Күсей ауылдары йәштәре лә ҡалаға яҡыныраҡ йәшәргә теләп, Арҡайымға килеп һыйына. Башта урамдарҙа бәләкәй генә усаҡлыҡтар хасил булһа, хәҙер инде ҡасабаның береһенән-береһе яңғырауыҡлы атамалы 23 урамын мөһабәт йорттар биҙәй.

Бөгөн 20 йыллыҡ тарихы булған Арҡайым ҡасабаһында 3500 кеше йәшәй. Халыҡтың көнитмеше яҡшы: газ, һыу, электр уты, Интернет селтәре үткән, юлдарға асфальт түшәлгән. Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, китапхана, магазиндар гөрләп эшләп тора. Былтыр «Әбү-бәкир Әс-Ситдыҡ» мәсете үҙ ишектәрен асты.

Үткән аҙнала ҡасаба халҡы түңәрәк дата уңайынан ҙур байрам ойошторҙо. Арҡайымдарҙы Сибай ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, ҡала Советы депутаты F.Ә.Хәсәнов, мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Э.F.Кирәйева, территориаль йәмғиәт совет рәйесе Р.Х.Иванова тәбрикләне. Ҡунаҡтар иман йортонда, үҙәк ҡала китапханаһының Арҡайымдағы 7-се филиалында, башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында булды. 2011 йылдың көҙөндә асылған белем усағында 120 уҡыусы уҡый, балалар баҡсаһына барыһы 90 бала йөрөй. Методист М.З.Юнысова етәкселегендәге ижади төркөмгә ингән уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡасабаның үҫеш тарихын өйрәнеү буйынса тикшеренеү эше йәйелдергән. Нурсилә Ишбирҙина етәкләгән китапхана белем һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора.

Байрам көндө мәктәп ихатаһында йәрминкә гөрләне. Бина эсендә иһә ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһе (һүрәттә) һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Спорт залда төрлө ярыштар уҙҙы. Ҡаланың «Ел» ат-спорт клубы етәксеһе Резеда Латыпова бала-сағаны атта йөрөтөп ҡыуандырҙы.

Сарала Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, Почет грамоталарын тапшырҙы. Шунда уҡ Рәсәй почтаһының Сибай бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға яҙылыу, викторина ойошторҙо, приздар уйнатты. Арҡайым ҡасабаһына арымай-талмай гәзит, хат ташыусы Эльвира Муллағәлина иң күп гәзит яҙҙырыусыларҙы махсус бүләктәр менән билдәләп китте. Арҡайымдарҙы «Йәнгүҙәй», «Миләш» ансамблдәре, балалар ижади коллективтары матур сығыштары менән ҡыуандырҙы. Урындағы үҙешмәкәрҙәр көсө менән әҙерләнгән концерт та һәр кемдең күңеленә хуш килде. Айырыуса «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең Кино йылына бағышланған Чарли Чаплин бейеүе арҡайымдарға һәм ҡунаҡтарға байрам кәйефе өҫтәне.

Сарала сығыш яһаған балаларҙың һәләттәрен күреп, урында йәш ғаиләләр күпләп йәшәүенә ҡыуанып, Арҡайым халҡының дәртлелегенә, киләсәгебеҙҙең өмөтлө булыуына инанып ҡайттыҡ.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap