Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Башланғыстары изге
Untitled document

2011 йылдың 1 декабрендә инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенең Сибай филиалы үҙ ишектәрен асты. Был белем усағының педагогик коллективы Интернет-технологиялар файҙаланып, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға онлайн режимында белем бирә. Әлеге көндә үҙәктең Сибай филиалында Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан 77 уҡыусы шөғөлләнә.

—Филиал эшләй башлағанда 28 генә уҡыусы ине. Биш йыл эшләү дәүеребеҙҙә 15 уҡыусыбыҙ урта белем тураһында аттестат алып, оло тормошҡа аяҡ баҫты. Шуларҙың 7-әүһе юғары уҡыу йортонда, 5-әүһе колледж һәм училищеларҙа уҡыуҙарын дауам итә,—ти филиал директоры Рәмилә Fәйфулла ҡыҙы Бүләкәнова.—Беренсе булып туйға, байрамға килеүе генә еңел ул. Ә тәүгеләрҙән сиҙәм аҡтарып бураҙна һалыу, шырлыҡтар, ҡарурмандар аша юл ярып үтеү—шул тиклем ауыр хеҙмәт. Уның өсөн ҙур көс һәм ҡыйыулыҡ талап ителә, күпме тир түгергә кәрәк. Үҙенсәлекле балаларға белем биреү эшен ойоштороу ҙа ҡатмарлы булды. Әммә бирешмәнек. Бөгөн был юҫыҡта эштәр көйлө. Дистанцион белем биреүгә барлығы 30 педагог йәлеп ителһә, 68 уҡытыусы балаларҙың өйҙәренә йөрөп уҡыта.

Ҡала, ауылдарҙа мәктәп йәшенә етеп тә, мөмкинлектәре сикләнгәнлектән, тиҫтерҙәре менән уҡырға бара алмай ҡалғандар күп. Шундайҙарҙы асыҡлап, уҡыта башлауҙы үҙәк педагогтары төп маҡсат итеп ҡуя. Иң мөһим талап—төбәктә Интернет селтәренең булыуы. Дистанцион белем биреү үҙәгенә уҡырға алынғанда балаларға бушлай компьютер, лазерлы принтер, сканер, веб-камера, цифрлы фотоаппарат һәм башҡа техника бирелә.

Башта ҡаланың 6-сы мәктәбендә тар ғына ерҙә урынлашҡан үҙәктең бөгөн ҡаланың Клара Цеткин урамының 2-се йортонда айырым бинаһы бар. Акттар залында даими саралар, түңәрәктәр, робототехника буйынса ярыштар уҙғарылып тора. Уҡыусылар Лего-конструкторҙар менән оҫта эш итә. Йәноҙаҡ Fибәҙәтов, Гөлнара Кучева, Арслан Азаматов, Айҙар Әхмәтов, Вилдан Ҡарасовтар был өлкәлә ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән дә инде. Уҡытыусылар аралашыу даирәһе тар булған балаларҙың тормоштарын йәнләндереү өсөн төрлө экскурсиялар ойоштора, байрамдар, конкурстар, тренингтар уҙғара, ҡыҙҙар-малайҙарҙың көнкүреше менән дә барып таныша.

Дистанцион белем биреү үҙәге ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә үҙенең биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ысынлап та, улар ҙур һәм изге эш башҡарған: мөмкинлектәре сикләнгән балалар йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғырҙар ҙа һөйләй. Үҙәктең педагогик коллективы балаларға белем биреүгә, һәләттәрен асыуға күп көс һалған. Ата-әсәләр, балалар ҙа, уҡытыусылар бер-береһе менән тығыҙ аралашҡаны, йылы ғаилә мөхите булдырылғаны күҙгә күренеп тора.

Филиал директоры Р.F.Бүләкәнова дистанцион белем биреү үҙәгенә эскерһеҙ ярҙам иткән барлыҡ изге күңелле кешеләргә, бағыусыларға, айырыуса оло ярҙамдары һәм хәстәрҙәре өсөн ҡала хакимиәте етәкселегенә, мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәновҡа сикһеҙ рәхмәтле.

 

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap