Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Тарт гармуның, туҡтатма, беҙ йырлайбыҙ таҡмаҡтар!»
Untitled document

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аҫыл мираҫыбыҙҙы юғалтмай үҫеп килгән йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, үҙешмәкәр оҫта таҡмаҡсыларҙы асыҡлау, башҡарыусыларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында Баймаҡ районының тарихҡа бай, данлы Темәс ерендә «Таҡмаҡ бәйгеһе—2016» республика фестивале уҙҙы. Темәс ауылы хакимиәте башлығы Б.Т.Камалетдинов барлыҡ ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, сараны асты.

4 сәғәт дауамында барған көсөргәнешле бәйгелә Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан барлығы 245 таҡмаҡсы башҡарыу оҫталығы буйынса ҙур һынау тотто. Бәйгеселәрҙең иң йәшенә—5, ә иң олоһона 80 йәш ине. Таҡмаҡсыларҙың сығышын Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Г.Х.Йыһаншина рәйеслегендәге абруйлы баһалама ағзалары ҡараны.

Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң байрамса биҙәлгән сәхнәһе береһенән-береһе сағыу милли кейемдәрҙән, ҡупшы биҙәүестәрҙең төрлөлөгөнән хозур бер сәскә яланын хәтерләткән төҫлө ине. Һоҡланғыс тамашаны ҡарау бәхете тейҙе был көндө ауылдаштарыма. Ысынлап та, Урал аръяғының иң көслө һәм һәләтле таҡмаҡсыларын йыйған ине бәрәкәтле Темәс ере! Уларҙың барыһын да халҡыбыҙҙың йыр-моңона, сәнғәтенә булған һөйөү берләштергән! Һәр бер сығыш яһаусының көс түгеп, тырышлыҡ һалып әҙерләнгәне күҙгә ташланды. Уларҙың халыҡ ижадына битараф булмауҙары, күңелдәрендә дәрт осҡоно һаҡлауҙары, тормошта йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәүҙәре маҡтауға лайыҡ. Афарин, милләттәштәр!

Шулай итеп, «Таҡмаҡ бәйгеһе—2016» башҡорт таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың республика фестиваленең иң яуаплы мәле—еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты ла етте.

Балалар араһында яңғыҙ башҡарыусыларҙан 1-се урынға Темәстән Нурғәлина Әнгизә, 2-се урынға ошо уҡ ауылдан Харламова Диниә менән Йосопова Айһылыу, 3-сө урынға Үрге Иҙрис ауылынан Fафаров Байрас лайыҡ булды. Яңғыҙ таҡмаҡ әйтеүсе өлкәндәр араһында 1-се урынды Хәйбулла районынан Әхтәмова Вәғиҙә, 2-се урынды Сибайҙан Ҡадырова Рәйлә, 3-сө урынды Хәйбулланан Ултраҡова Әлфирә яуланы.

Ансамблдәр араһында 1-се урынға Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан «Ялан» фольклор ансамбле һәм Темәс ауылынан «Fилмияза» фольклор ансамбле сыҡты. 2-се урын Әбйәлилдән «Ихлас», Сибайҙан «Йәнгүҙәй» һәм Баймаҡ районының Буранбай ауылынан «Гәүһәркәй» фольклор ансамблдәренә бирелде. 3-сө урынды Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан «Умырзая», Бөрйәндән «Ҡурыуҙы» һәм Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылынан «Зарифа» фольклор ансамблдәре үҙ-ара бүлеште. Башҡа бәйгеселәрҙең сығыштары төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Уларҙың барыһына ла киләсәктә ижади бейеклектәр теләп ҡалабыҙ. Артабан да йыр-моңдан айырылмағыҙ, тормошта ла сәхнәләгеләй балҡып, һоҡландырып йәшәгеҙ!

Лилиә Шахморатова,

«Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.

Һүрәттә: III урын яулаусы Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының «Умырзая»

 

фольклор ансамбле.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap