Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.12.2016
Белем менән һөнәр ҙә ал
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Кешелек алға китһә лә, яңы технологиялар индерелһә лә эшсе һөнәрҙәргә талап кәмемәй. Балта оҫтаһы, слесарь, монтажсы, иретеп йәбештереүсе, электрик, ашнаҡсы, тегенсе әле лә хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡуллана.

Сибай ҡалаһында балаларҙың талантын үҫтереү, һәләттәрен асыу өсөн етди иғтибар бүленә. Ҡасандыр ябылған берҙән-бер техник йүнәлештә эшләгән Йәш техниктар үҙәге дүрт йыл элек кире үҙ эшен башланы. Бында зирәк һәм ҡул эшенә маһир балалар шөғөлләнә. Төрлө фәнни тикшеренеүҙәр үткәреүҙәре, ярыштарҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың фантазияһына, мөмкинлектәренә хайран ҡалырлыҡ. Уларҙың оҫтаханаһындағы уйынсыҡтарҙың, йыһан караптарының, самолет, ракета моделдәренең балалар ҡулы менән эшләнеүенә ышаныуы ҡыйын.

Быйылғы уҡыу йылында Йәш техниктар үҙәге үҙ мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеп ебәрҙе. Ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙамы менән Сибай күп тармаҡлы профессиональ, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледждары нигеҙендә яңы түңәрәктәр асылды һәм улар һөнәри йүнәлештә алып барыла.

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында биш йүнәлеш эшләп килә. Мәҫәлән, «Ювелир эше» тигәнендә ҡыҙҙар алҡа, балдаҡ һәм башҡа биҙәүестәрҙән башлап ҙур панноларға тиклем эшләргә өйрәнәсәк. Малайҙар иһә «Йәш автомеханик» (машина серҙәренә төшөнәләр, ысын двигатель, автомобиль менән эшләү мөмкинлектәре бар) һәм «Йәш токарь» түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Шулай уҡ «Геология һәм ташты художестволы эшкәртеү», «Йәш веб-дизайнер» тигәндәре балаларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уята.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы нигеҙендә «Туҡыманан ҡурсаҡ тегеү», «Йәш ашнаҡсы», «Оҫта ҡулдар», «Йәш иретеп йәбештереүсе» түңәрәктәре эшләй.

Бында теләге булған 12-18 йәшлек үҫмерҙәр йөрөй ала. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла бушлай үткәрелә.

Йәш техниктар үҙәгенең урта махсус уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге ҙур һөҙөмтә биреренә ышаныс ҙур. Берлектә булдырылған түңәрәктәрҙә йәш быуын өҫтәмә белем генә алып ҡалмай, ниндәйҙер кимәлдә һөнәр үҙләштерә. Был уларҙың киләсәгенә ыңғай йоғонто яһауы ихтимал.

Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов түңәрәктәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалап, үҙ фекере менән уртаҡлашты:

—Сибай—таусылар ҡалаһы. Шуға ла балаларыбыҙға ер аҫты ҡаҙылмаларын танып-белергә, эшкәртергә өйрәтергә тейешбеҙ. Ҡалала ҙур тау-байыҡтырыу комбинаты һәм уның фабрикаһы эшләй. Уларға үҙебеҙҙең аранан әҙер белгестәр бирһәк, бигерәк тә отошло буласаҡ. Был йүнәлештә урта махсус белем биреү йорттары эшләй. Быйылдан мәктәп уҡыусыларын өйрәтергә тигән ҡарарға килдек. Ысынлап та, мәктәп, махсус уҡыу йорттары, институт тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Ошо маҡсат менән техник йүнәлештәге бушлай үткәрелгән түңәрәктәрҙе асып ебәрҙек. Ике колледжда көслө матди-техник базаға эйә. Балалар дәрестә өйрәнгәндәрен практик рәүештә ҡуллана ала. Киләсәктә лә был тәңгәлдә эш туҡтап ҡалмаҫ, киреһенсә әүҙемләшер тигән өмөттә ҡалабыҙ,—тине.

 

Техник йүнәлештәге түңәрәктәр балаларҙы ҡабул итеүен әле лә дауам итә. Яңы һөнәр үҙләштерергә ашығығыҙ!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap