Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.12.2016
Кәсептәре—ағас эшкәртеү
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Баймаҡ районының Ишей ауылы урман араһында урынлашҡан. Тәбиғәттең йәшел ҡалҡаны араһында йәшәүселәрҙең төп кәсебе лә ағасҡа бәйле.

—Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше—урманды ҡуртымға алып, ағас әҙерләү, таҡта ярыу,—тип һүҙ башланы Ишей ауылының йәш эшҡыуары Илдус Абдрахманов.

Ҡасандыр Ишей урман хужалығының участка начальнигы булған атаһы Юлай Зиннәт улы менән бергә 10 йыл элек башлаған кәсептәре бөгөн йылдам үҫә. Урман хужалығында эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған Илдус ошо йүнәлештә үҙ эшен асып ебәреүгә ихлас тотона.

—Эшебеҙҙе тәүҙә бәләкәй генә пилорама һатып алып ойоштороп ебәргәйнек,—тип һүҙен дауам итә Илдус Юлай улы.—Халыҡтың тәбиғи материалға ихтыяжы артыу менән «Тайга-3» ҡеүәтле пилорамаһы алыуға өлгәштем. Таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем эшләргә тура килә, әлбиттә. Тырышмаһаң, маҡсатҡа ирешеп булмай. Баштан уҡ Риф Ниғмәтуллин, Әсҡәт Ҡотлобаев эшемдә ныҡ ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ беҙҙең төбәктә урман эшкәртеү менән булышҡан шәхси эшҡыуар А.А.Филинға ҙур рәхмәтлемен. Тап уның ярҙамы менән урманды ҡуртымға алып, ағас ҡырҡып эшкәртәбеҙ.

Эшҡыуарҙың ҡул аҫтында эшләүсе Рөстәм Ишдәүләтов, Азат Фәйзуллин, Әхәт Мирзаянов, Иҙел Харламов урманда ағас әҙерләп сығарыу менән булыша. Мастер Риф Ниғмәтуллин, Винер Иҫәнбаев, Дамир Аҙнағолов, Сөләймән Fәрифуллин иһә пилорама эшенә беркетелгән. Илдус Зиннәт улы әйтеүенсә, улар аҙнаһына 25-30 кубометр таҡта ярып, һатыуға оҙата. Төрлө ҡалынлыҡта һәм күләмдә ярылған таҡталарҙы башлыса Ырымбур өлкәһенән килеп күмәртәләп һатып алалар.

Илдус Абдрахманов етештереүҙе киңәйтеү яғын да хәстәрләй. Ағасты урмандан сығарыу, ташыу, эшкәртеү өсөн төрлө техника һатып алған.

Абдрахмановтарҙың шәхси хужалығы ла ҙур ғына. Күпләп йылҡы, һыйыр малы аҫрайҙар. Ҡатыны Илүзә ханым донъяларын ялт итеп тотҡаны күренеп тора. Баш ҡалала юғары уҡыу йортонда белем алған Фәнис һәм 15 йәшлек Илһам—хужалыҡ эштәрен алып барыуҙа аталарының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Бер бөртөк ҡыҙҙары Гөлсиә иһә өйҙәренең йәме.

Киләсәкте ҡайғыртыу табыш алыуҙан ғына түгел, тәбиғәтебеҙҙе, һыуыбыҙҙы, һауабыҙҙы хәстәрләүҙән дә ғибәрәт, тип иҫәпләй Илдус Юлай улы. Ул, әлбиттә, хаҡлы.

—Эшмәкәрлегең үҙеңә, көнкүрешеңә генә түгел, йәмғиәткә лә файҙалы булырға тейеш. Шул сағында ғына ул күңелгә ҡәнәғәтлек бирә,—тине эшҡыуар беҙҙе оҙатҡанда.

 

Илдус Юлай улы кеүек сифатлы тауар етештергән, эш урындары булдырған, ҡаҙнаға һалымдарҙы теүәл түләп торған, халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан тырыш, уңған йүнселдәр илебеҙ иҡтисадын, халҡыбыҙ именлеген тәьмин итә лә инде.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap