Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
12.12.2016
Шәп юристар—Сибайҙа
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Һуңғы ваҡыт Рәсәй юристары Ассоциацияһы эшмәкәрлеге тураһында бик күп ишетергә тура килә. 2011 йылда Республикала беренселәрҙән булып Сибай ҡалаһында урындағы бүлек үҙ эшен башлап ебәрә. Быйыл яҙҙан алып уның менән юридик фәндәр кандидаты, енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире Гүзәл Зиннур ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкселек итә.

Сибай бүлеге төбәктең тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ассоциация хоҡуҡи яҡтан халыҡтың белемен камиллаштырыу йүнәлешендә эшләй. Ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау системаһы вәкилдәре, юристар менән берлектә йыш ҡына граждандарҙы ҡабул итеү, юридик ярҙам күрһәтеү ойоштора. Берекмә янында булдырылған йәш юристар Советы ла (етәксеһе С.К.Бадамшин) хоҡуҡи эшмәкәрлек алып бара. Әйткәндәй, был ойошма йәштәргә тәжрибә туплау өсөн яҡшы ерлек булып тора. Бынан тыш, Сибай институтында «Юридик клиника» (етәксеһе Г.З.Баскакова) уңышлы ғына эшләп килә. Улар көн һайын граждандарҙы бушлай ҡабул итеү кабинеты ойошторған. Юридик ярҙамға мохтаж һәр кем бында мөрәжәғәт итә ала.

Сибай юристары берлеге тарафынан йыш ҡына төрлө хәйриә акциялары үткәрелә. Мәҫәлән, «Изге йөрәк» тип аталған мәрхәмәтлек сараһы һөҙөмтәһендә «Ышаныс» балалар приюты тәрбиәләнеүселәренә ҙур ғына байрам ойошторғандар.

Рәсәй юристары Ассоциацияһы Сибай бүлегенең эше ҡалала ғына түгел, республика, хатта Рәсәй кимәлендә лә юғары баһалана. Уҙып барған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда эшләп килгән 35 юридик ойошма араһынан Сибай бүлеге иң яҡшыһы тип табылған. Күптән түгел беҙҙең яҡташтар Өфө ҡалаһында үткән «Йыл юрисы» сараһында ҡатнашып дипломға лайыҡ булды. Еңеүсе булараҡ улар Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Йыл юрисы» байрамында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

—Беҙҙең өсөн был иң ҙур баһаларҙың береһе. Тимәк, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар. Еңеүебеҙ киләсәктә лә тырышып эшләргә дәрт һәм сәм уятты. Алдағы көндәрҙә лә һынатмай, халыҡ өсөн эшләйәсәкбеҙ,—ти Гүзәл Зиннур ҡыҙы Йәрмөхәмәтова.

 

Һүрәттә: Г.З. Йәрмөхәмәтова Рәсәй юристары Ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе А.Г.Назаров менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap