Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
24.08.2012
ИЛҺАМЛЫ ҺѲНӘР ЭЙӘЛӘРЕ
Untitled document

…Уҡытыусының тормоштағы роле тураһында уйланғанда, боронғо хикәйәт иҫкә тѳшә. Уның йѳкмәткеһе бына шундай: буласаҡ уҡытыусы донъяға килгәндә уның баш осонда ѳс фәрештә пәйҙә була. Беренсеһе әйтә:

—Күңелең һинең мәңге йәш булыр, сѳнки һине һәр ваҡыт балалар уратып алыр…

Икенсеһе:

—Күңелең гел матур булыр, сѳнки һин балаларҙы яҡшылыҡҡа ѳйрәтәсәкһең,—ти.

—Һин бәхетле буласаҡһың, сѳнки хеҙмәтеңдең емештәрен татыясаҡһың, уҡыусыларың һинән юғарыраҡ бейеклеккә күтәреләсәк, ә шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ,—ти ѳсѳнсѳ фәрештә.

Бѳйѳк Гете яҙған был һүҙҙәрҙең кинәйәле үә тәрән мәғәнәһе хаҡында уйланған саҡта минең күҙ алдыма Йылайыр районы Йомағужа ауылының абруйлы уҡытыусылары Зѳһрә Мѳҡим ҡыҙы һәм Айбулат Ғәйнулла улы Ғәниевтарҙың ѳлгѳлѳ ғаиләһе килеп баҫа.

Егерме биш йыл элек Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлағандан һуң, йәш белгестәр үҙҙәренең тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм бына сирек быуат инде арымай-талмай балаларға белем-тәрбиә бирә. Зѳһрә Мѳҡим ҡыҙы уҡыусыларға немец һәм инглиз телдәре серҙәрен аса, ә Айбулат Ғәйнулла улы физика һәм информатика дәрестәрен алып бара. Дѳйѳм хеҙмәт стажы 300 йыл самаһы тәшкил иткән уҡытыусылар династияһы вәкилдәре улар. Шуғалыр ҙа мәктәп юлы, шау-шыулы коридорҙар һәм ҡыңғырау тауышы был ғаилә ѳсѳн изгеләрҙән-изге һанала.

Эштә ҙур тәжрибә туплаған, хеҙмәтендә күп уңыштарға ѳлгәшкән Ғәниевтар һәр ваҡыт яңылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтыла. Мәктәптә тәүгеләрҙән булып уҡытыу процесында компьютер мѳмкинлектәрен киң ҡуллана башланылар, күп йылдар инде мәктәп Интернет селтәре менән бәйле. Ѳфѳ, Мәскәү, хатта Мюнхен һәм башҡа ҡалаларҙағы институттар менән электрон бәйләнеш булдырыу, матбуғат баҫмаларындағы яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барыу һѳҙѳмтәһендә бихисап методик һәм ғилми әҙәбиәт, ҡыҙыҡлы белешмәләр тупланған.

—Бала күңелендә фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу бик мѳһим,—ти Зѳһрә Мѳҡим ҡыҙы.—Бының ѳсѳн хәҙер мѳмкинлектәр ҙур. Интерактив технологияларҙы ҡулланыу, мәҫәлән, уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген һәм фекерләү һәләтен арттырыуға булышлыҡ итә. Балаларҙы һәр дәрестә ниндәйҙер проблема ѳҫтѳндә үҙ аллы уйланырға, фекерен асыҡ итеп әйтергә, дѳрѳҫ һығымтаға килергә ѳйрәтергә тырышам. Артабан дәрестән һуң немец-инглиз телендә үткән «Әкиәт кисе», «Музыка һәм шиғриәт» кисәләрендә, шиғырҙар конкурсында, сәхнәләштерелгән һәм театрлаштырылған тамашаларҙа уҡыусылар тағы ла нығыраҡ асыла, үҙ-үҙенә ышанысы арта, телгә ҡарата ихтирам барлыҡҡа килә.

Тырыш хеҙмәттең емештәре лә бар, әлбиттә. Район, республика олимпиадаларында гел призлы урындар яулаған Аҡҡужина Гѳлзифа, Аҡҡужина Айгѳл, Такаева Гѳлнара, Искәндәрова Лена, Сыңғыҙова Гүзәл—бѳгѳн сит телдәр факультетын уңышлы тамамлаған дипломлы белгестәр. Ҡотоева Флүрә, Солтанова Рәйсә, Рәмова Йәмилә һәм башҡалар юғары уҡыу йорттарына имтихан тапшырғанда сит телдәр буйынса тик яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтте.

—Эйе, хәҙерге шарттарҙа уҡыусыға дәреслектәр һәм уҡытыусының биргән белем кимәле генә етмәй. Шуға күрә педагог алдына уҡыусының шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән яңынан-яңы педагогик технологияларҙы эҙләү, баланың белем алыу эшмәкәрлеген ойоштороусы булараҡ сығыш яһау бурысы килеп баҫты. Компьютер технологияһы ярҙамында, мәҫәлән, балаға информация күләмен бермә-бер арттырырға мѳмкин. Бындай фәнни эшмәкәрлек маҡсатты һәм бурысты теүәл билдәләгәндән һуң материал туплау, проект әҙерләү, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм эште артабан тикшереүгә тапшырыуҙы үҙ эсенә ала. Беҙ ошондай эшмәкәрлек менән тиҫтә йылға яҡын шѳғѳлләнәбеҙ һәм байтаҡ тәжрибә тупланды,—тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Айбулат Ғәйнулла улы.

Бындай эшмәкәрлек һѳҙѳмтәһендә уҡыусы үҙ фекерен әйтергә, әңгәмәсеһен тыңларға, дискуссия ойошторорға ѳйрәнә. 2003 йылдан алып дүрт кешенән торған мәктәп командаһы «Siemens» һәм «Siemens VERTRETER» фирмалары ойошторған халыҡ-ара конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Яуланған дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле приздар, рәхмәт хаттары «Loin Multimedia» халыҡ-ара, «Педагогик инновациялар» Бѳтә Рәсәй конкурстарында Йомағужа мәктәбе вәкилдәренең уңыштары хаҡында асыҡ һѳйләй. «Рәсәйҙең бер ауылының тарихы», «Тарихта кеше. Рәсәй. ХХ быуат», «Тирә-яҡ мѳхит», «Йәштәр һәм ғилем» тип аталған абруйлы бәйгеләрҙә үҙ кѳсѳн һынап ҡараған уҡыусылар жюри тарафынан маҡтаулы баһаларға лайыҡ булған. Былар—барыһы ла Интернет ярҙамында атҡарылған эштәр. Бынан тыш, уҡыусылар республикала, районда үткәрелгән информацион технологиялар олимпиадаларында ҡанат нығыта. Унда йылдың-йылы 6 уҡыусы ҡатнаша. Уҙған йылғы һѳҙѳмтәләр буйынса дүрт уҡыусы еңеүсе исемен яулаһа, икәүһе махсус приз-ға лайыҡ булған. Был, әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәренә лә ыңғай йоғонто яһай. Ә инде ошондай сәмле ярыштарҙа кѳсѳн һынаған баланың үҙ-үҙенә ышанысы артыуын, күҙҙәрендәге шатлыҡты күреү—остаз ѳсѳн ысын мәғәнәһендә ҙур ғорурлыҡ.

«Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә хаҡлы рәүештә лайыҡ булған Ғәниевтар хеҙмәттә лә, ѳйҙә лә бер үк уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ғаиләләге ѳс балаға тырышып белем алыу, ижади һәләттәрен үҫтереү ѳсѳн шарттар етерлек. Малайҙарына иғтибарлы, наҙлы атай-әсәй ҙә, талапсан тәрбиәсе лә улар. Бәләкәйҙән уларҙы эштә сынығып үҫергә, кеселекле, ярҙамсыл, түҙемле булырға ѳйрәтәләр. Аталары кеүек, Ғәлинур менән Ғәзим айырыуса химия, физика, информатика фәндәрен үҙ итә һәм команда составында ла, шәхси иҫәптә лә тѳрлѳ ки-мәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып һәр ваҡыт яҡшы һѳҙѳмтәләргә ирешә. Техникаға, электроникаға ғашиҡ егеттәр әлеге кѳндә М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт нескә химик технологиялар академияһында белем ала. Ҡустылары Ғаян да киләсәктә ағалары кеүек һәр яҡлап уңған, етди егет булырға әҙерләнә.

Бына шундай тынғыһыҙ, ижади, донъяға айыҡ күҙ менән ҡарап, иртәгәһе кѳндѳ тик матур тѳҫтәрҙә күрергә теләгән, ауылдаштарына үрнәк булырлыҡ ғаилә йәшәй һәм эшләй Йомағужа ауылында. Киләсәккә яҡты хыялдар, изге теләктәр менән янған Зѳһрә Мѳҡим ҡыҙының һәм Айбулат Ғәйнулла улының йѳрәгендә дәрт, беләгендә кѳс етерлек әле. Тимәк, яңы үрҙәр, еңеүҙәр, шатлыҡ-табыштар алда булыр.

Лилиә Фәйзуллина.

Йылайыр районы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap