Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
19.12.2016
Бүләккә—татлы гөлләмә
Untitled document

Күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләр, шыршылар, сәғәттәр, шараптар—барыһы ла кәнфит менән биҙәлгән. Уларҙың ҡулдан эшләнгәненә ышаныуы ла ҡыйын. Был матурлыҡ—Айгөл Муллоджанованың ижад емеше.

Айгөл—дүрт бала әсәһе. Уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын. Бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, тырышып эшләп йөрөй. Эш, ғаилә, өй тип өҙгөләнгәндә яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба.

—Бының менән дүрт йыл элек булыша башланым. Байрам етһә, яҡындарға, туғандарға ниндәй бүләк бирергә тип баш ватаһың. Күҙ өйрәнгән, йыш бүләк ителгән әйбер алғы килмәй. Бер мәл әхирәтем кәнфиттәрҙән гөлләмә эшләргә тәҡдим итте. Тәүҙә аптырауға ҡалдым. Ул кәнфиттән ниндәй гөлләмә сыҡһын инде ул?! Ҡайтып Интернетты асып эҙләргә тотондом. Ундағы мәғлүмәттең күплеге! Төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап өйрәнә башланым. Өс көн тормаҫтан ултырҙым. Ул ваҡытта материалдарҙың булмауы ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Интернет селтәрендә ҡыҙҙар күрһәткән ҡағыҙҙар, биҙәү элементтары, туҡымаларҙы үҙебеҙҙә табыуы ҡыйын ине. Аптырағас заказ биреп, ҙур ғына сығымдар түгеп Екатеринбург ҡалаһынан кәрәкле әйберҙәр алдым. Шулай эшем башланып китте. Иремә рәхмәтлемен, һәр башланғысымды ҡарап дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙо. Үҙ эштәремдә тик яҡшы, ҡыйбатлы «Коркунов», «Rafaello», «Ferrero Rocher» кәнфиттәре ҡулланырға тырышам.

Үҙем күңел йылыһы ҡушып, ҡулдан эшләнгән бүләктәргә өҫтөнлөк бирәм. Шуға ла ҡайҙа йөрөһәм дә яҡындарымдың байрамына кәнфиттәр гөлләмәһен тотоп бара инем. Яратып ҡабул иттеләр. Тора-бара заказға эшләүемде һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Эште яйға һалып алғас, «Бәйләнештә» селтәрендә үҙ битләүемде асып, эштәремдең фотоһүрәттәрен шунда һалдым. Бында инде ҡаланан ғына түгел, башҡа ерҙәрҙән дә заказдар килде. Яйлап гөлләмәләр генә түгел, төрләндереп, байрамына ҡарап башҡа әйберҙәр ҙә эшләй башланым. Минең коллекциямда яңы йылға шыршылар, сәғәттәр, биҙәлгән шараптар, кәнфиттән эшләнгән виноград суҡтары, гөлләмәләр бар. Хәҙерге көндә магазиндарҙа материал күп, кәнфиттәрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Эшлә генә. Ә шулай ҙа илдә барған көрсөк үҙен һиҙҙерә. Кешегә матур, шул уҡ ваҡытта арзаныраҡ бүләк кәрәк. Шунлыҡтан осһоҙораҡ кәнфиттәрҙе лә ҡулланышҡа индерҙем. Fөмүмән, һәр кем үҙ кеҫәһенә, мөмкинлектәренә ҡарап заказ эшләй ала,—ти Айгөл.

Ысынлап та, кәнфиттәрҙән эшләнгән гөлләмәләр бәйләме һәр кемдең күңеленә хуш килер. Яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, Айгөлгә мөрәжәғәт итегеҙ. Бында балаларға ла, өлкәндәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-егеттәргә тәғәйенләнгән бүләктәрҙе табырға була. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле гөлләмәләр һулымай һеҙҙе оҙаҡ һөйөндөрөп торасаҡ, кәнфиттәрен алып ашаған хәлдә лә, улар үҙ формаһын һаҡлаясаҡ.

 

Ләйлә Ишмырҙина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap