Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
19.12.2016
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Игебаевтарҙың йортонда һәр саҡ йыр-моң ағыла. Бында көн дә «Юлдаш» радиоһы ҡысҡырып һөйләп тора. Өйҙә уйнаған ҡотто, бөхтәлекте күреп, хужаларҙың бәхетле йөҙҙәренә ҡарап, инәй менән олатай йырлап ҡына ғүмер кисерә икән, тип уйларға мөмкин.

58 йыл ғүмер һуҡмағынан бергә ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусы Игебаевтарҙың ғаиләһе татыулыҡ һәм бер-береһенә ҡарата тәрән ихтирам тойғоларына нигеҙләнгән. Марат олатай менән Флүрә инәй (һүрәттә)—икәүһе лә бар ғүмерҙәрен Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына бағышлаған кешеләр.

Марат Исхаҡ улы 1936 йылдың декабрендә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Атаһы Исхаҡ Fәбиҙулла улы нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияға эләгә. Әсәһе Рабиға Нәбиулла ҡыҙы береһенән-береһе ваҡ балалары менән тороп ҡала. «Атайымды 1939 йылда ҡайтаралар һәм бер йылдан тағы ла төрмәгә оҙаталар. Аҙаҡ уны һуғышҡа алғандар тигән хәбәр йөрөнө. Шул китеүенән беҙ атайымды башҡаса күрмәнек»,—ти Марат олатай.

Эйе, мәҡәләм геройына ауыр һуғыш йылдарының михнәттәрен күп татырға тура килә. Тәүҙә уларҙың ғаиләһен Яратта уҡытыусы булып эшләүсе Мәғәзи ағаһы үҙҙәренә күсереп ала. Артабан уны ҡартатаһы Баймаҡҡа алып ҡайта.

—5-сенән 7-се класҡа тиклем Баймаҡтың 1-се мәктәбендә белем алдым. Мин Беренсе Этҡол балалар йортонан килгән Роберт Байымов, Морат Байназаров, Салауат Хәмитовтар менән бергә уҡыным. Башҡорт теленән Зәйнәб Биишева һабаҡ бирҙе. 7-се кластан һуң ул мине артабан уҡырға урынлаштырам тип Өфөгә алып китергә уйлағайны, әсәйем ебәрмәне,—тип хәтер йомғағын һүтә Марат Исхаҡ улы.

1953 йылда 7-се класты тамамлағас, үҫмер егет Сибай комбинаты гаражына машина майлаусы булып эшкә төшә. 7 һәм 25 тонналыҡ МАЗ, 12 тонналыҡ ЯЗ автомобилдәрен хеҙмәтләндерә ул. Оҙаҡламай тырыш егетте баш инженер Ивлев һәм гараж начальнигы Попов саҡырып алып, автомобилдәргә техник тикшереү үткәреү буйынса бригадир итеп ҡуйыуҙары хаҡында әйтә.

—Үҙем һымаҡ егеттәрҙе йыйып, 5 кешенән торған бригада төҙөнөм. Беҙ автомобилдәрҙең майын алмаштырыу, ремонтлау менән шөғөлләндек. Смена һайын 2-3 машина йүнәтеп, планды 240-270 процентҡа үтәй торғайныҡ,—тип хәтерләй аҡһаҡал.

Талымһыҙ хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе М.И.Игебаев өс тапҡыр «Биш йыллыҡ»та еңеүсе тип табыла, уның фотоһүрәте гел «Почет таҡтаһы»нда эленеп тора. Әммә үкенесле нәмәләр ҙә була. Марат Исхаҡ улын, халыҡ дошманы балаһы тип, партияға алмайҙар. Ул был турала Мәскәүгә Хрущевҡа ла яҙып ебәрә. Унан аңлатма килеп төшә. Хатта: «Башҡортостандан 70 мең кеше репрессияға эләгә. Уларҙың күбеһенән «халыҡ дошманы» тигән мөһөр сиселә. 1954 йылда БАССР-ҙың Юғары Суды ҡарары менән енәйәт составы булмау сәбәпле, И.Г.Игебаевтың эше туҡтатылды» тип яҙылған була.

1965 йылда Марат Исхаҡ улын Байыҡтырыу фабрикаһына слесарь итеп күсерәләр. Бында ла маҡтаулы эшләй ул. Fүмеренең 42 йылын комбинатҡа арнаған Марат олатайҙың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. М.И. Игебаевтың фиҙакәр хеҙмәте «БАССР-ҙың хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән.

Марат олатайҙың хәләл ефете Флүрә инәй ҙә 39 йыл комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бәхетле ата-әсә улдары Иршат, Ринат, Рәдиф, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләренең изгелеген күреп йәшәй.

Бына 10 йыл инде Марат олатайҙың күҙҙәре күрмәй, тома һуҡыр. Әммә ул бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып ғүмер кисерә. Һәр иртәне гимнастиканан башлай, көн дә саф һауала йөрөй. Радионан, телевизорҙан тапшырыуҙар тыңлай. Бигерәк тә Флүрә инәйҙең йырлауын ярата. Беҙ барған көндө лә хәләл ефете уға бағышлап йыр һуҙып ебәрҙе:

Әйтмә, һин, ауыр һүҙ, әйтмә, түҙ

Йөрәк бит былай ҙа яралы.

Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,

Гөрләтеп йәшәйһе бар әле…

 

Уға Марат олатай ҙа ҡушылды. Игебаевтарҙың йортонда бер ваҡытта ла йыр-моң тынмаһын, киләсәктә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып, йөҙгәсә йәшәһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ. Улар быға лайыҡ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap