Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
19.12.2016
Ҡарт һалдатҡа—90 йәш
Untitled document

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы һәм Хәбип Шөғәйеп улы Азаматовтарҙың (һүрәттә) бергә-бергә йәшәүҙәренә киләһе йылда 60 йыл туласаҡ. Ә ғаилә башлығы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбип Шөғәйеп улы ошо көндәрҙә юбилейын билдәләй.

Туҡһан йәшенә аяҡ баҫыусы аҡһаҡал Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында донъяға килгән, күп балалы ғаиләлә буй еткергән. Ул беренсе класҡа уҡырға барғанда әсәләре донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Нәжип ағаһы фронтҡа алына. Ырымбур өлкәһендә йәш командирҙар әҙерләү курсында уҡыған Хәбипкә лә Ватан һаҡларға ваҡыт етә. НКВД ғәскәрҙәренә эләккән егет I Балтика фронты составында һуғыша. Тәүге сирҡанысты Витебск өлкәһендә ала. Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Бөйөк Еңеүҙе лә ул шунда ҡаршы ала.

—Нәжип ағайым да шул Кенигсбергта авиация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Бер тирәлә йөрөһәк тә, ул тарафтарҙа осрашыу бәхете теймәне,—ти Хәбип Шөғәйеп улы.

18 йәшлек кенә башҡорт егете яу яланында дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкәне өсөн II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Уның түшен шулай уҡ «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар биҙәй. Һуғыштан һуң ул өлкән сержант дәрәжәһенә еткәнсе хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егетте Дәүләт хәүефһеҙлеге министрлығының Баймаҡ бүлексәһендә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Эске органдарҙа эшләп йөрөгән мәлдә күрше Fәҙелбай ауылы һылыуы Мөкәрәмәгә күҙе төшә. Һуғыш арҡаһында бик күп михнәттәр күргән ҡыҙ ҙа һалдаттың мөхәббәтен инҡар итмәй. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. 1963 йылда Азаматовтар Сибай ҡалаһына күсеп килә.

Таусылар ҡалаһында Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы әҙерләү-һатыу базаһында, элеваторҙа, орлоҡ станцияһында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына, грамоталарға лайыҡ була. Хәбип Шөғәйеп улы иһә «Сельхозтехника»ла эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡала ҡасабаларының береһендә мал көтөп, баҡса үҫтереп матур йәшәйҙәр улар. Өлкәнәйә килә фатирға күсһәләр ҙә, баҡсанан айырылмайҙар.

—Донъябыҙ етеш, теүәл. Һуғыш михнәттәрен күрһәк тә, бирешмәнек. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғанғалыр, ғүмеребеҙ ҙә оҙон, шөкөр. Хәләл ефетем минән 10 йәшкә кесе, уның йәшлеге миңә күсә. Ҡатыным менән яу юлым үткән тарафтарҙа, Кенигсбергта бер нисә тапҡыр булдыҡ,—тип хәтирәләргә бирелә ветеран.—Мөкәрәмәм аш-һыуға оҫта, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бала һөйөү бәхетен бирмәһә лә, бушлыҡ тоймайбыҙ. Ағайымдың, һеңлемдең балалары беҙҙе ташламай, инәй-олатай тип өҙөлөп тора. «Азатлыҡ» социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарынан айырмай. Олоғайған көнөбөҙҙә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, парлы ғүмер кисереүебеҙ—үҙе ҙур бәхет. Йылдар үткән һайын был ғүмерҙең ҡәҙерҙәре көнләп үҫә генә икән ул. Һәр мәлде, һәр миҙгелде шатланып ҡаршы алабыҙ.

Оло йөрәкле яугиргә һәм уның хәләл ефетенә сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныста-шатлыҡта 100 йәшкә ҡәҙәр йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

 

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap