Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
24.08.2012
СИБАЙҘАР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘЙ
Untitled document

 

Йәйҙең һуңғы кѳндәре мәғариф хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн үтә лә тынғыһыҙ мәл. Себеште кѳҙ һанайҙар тигәндәй, йыл ағымында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Күптән түгел Стәрлетемаҡ ҡалаһында республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үткәйне. Унда сибайҙарҙы айырып билдәләп, эштәренә юғары баһа биреүҙәре бик күпте һѳйләй. Тимәк, ҡалала эштәр яҡшы ҡуйылған. Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәновтың республика кәңәшмәһендә сығыш яһап, башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашыуын да телгә алмайынса булмай. Әле булдыҡлы етәксе бар кѳсѳн ҡала буйынса үтәсәк август кәңәшмәһенә йүнәлткән. Мәртәбәле сара алдынан беҙ уға мѳрәжәғәт итеп, һѳйѳнѳслѳ хәбәрҙәре, яңылыҡтары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

—Август кәңәшмәһе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар менән эшләүсе ойошмаларҙың ғына түгел, бѳтә йәмәғәтселектең эше. Һуңғы йылдарҙа уның барышы менән барыһы ла ҡыҙыҡһына. Был аңлашыла ла. Сѳнки йыл һайын программалар үҙгәрә бара. Сибай мәктәптәрендә үҙ фәнен яҡшы белгән тәжрибәле, кѳслѳ педагогтар эшләй. Быны тѳрлѳ конкурстарҙа күрәбеҙ. Республика кимәлендә уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә быйыл «Ирәндек» лицейынан музыка уҡытыусыһы Т.Б.Вершинина, Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.С.Байбулова, 8-се мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Г.Н.Мѳхәмәтғәлиналар тѳрлѳ номинацияларҙа еңеү яуланы. Балалар ижады үҙәге педагогы Е.А.Каплина иһә «Йыл педагогы» исеменә лайыҡ булды.

Уҡыу-уҡытыу эштәре «Беҙҙең яңы мәктәп» программаһына ярашлы башҡарыла. Уҡыусыларға ѳҫтәлмә белем һәм тәрбиә биреүгә, уларҙың үҙ аллылығын үҫтереүгә, һаулығын нығытыуға ныҡлы иғтибар бүленә. 2011-2012 уҡыу йылы уңыштары ҡыуандыра. Рәсәй, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙа 28 призлы урын яуланды. Был йәһәттән гимназия, 9-сы лицей, Ирәндек лицейы, гимназия-интернат, Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы, 1-се мәктәп уҡыусылары айырылып торҙо. Һѳҙѳмтәләр ҡаланың данын арттыра ғына.

Берҙәм дәүләт имтихандары былтырғы менән сағыштырғанда күпкә уңышлыраҡ үтте. Быйылғы сығарылышта 36 уҡыусы—алтын, 33-ѳ кѳмѳш миҙалға тамамланы. Ҡала буйынса уртаса күрһәткес 56, 3 балды тәшкил итә. 427 уҡыусының 426-һы имтихандарҙы уңышлы бирҙе.

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу—иң мѳһим эштәрҙең береһе. «Шифа» ял лагеры, белеүегеҙсә, Рәсәй лагерҙары араһында беренсе урынға сыҡҡайны. Ысынлап та, лагерҙың эшмәкәрлеген йәнләндереүгә етәкселек тарафынан ҙур әһәмиәт бирелә. Бер санаторий-профилакторий, ҡала ситендә ѳс лагерь эшләп килә. Бынан тыш мәктәп яны, профилле, палатка лагерҙары бар. Быйыл ҡала ситендәге лагерҙарҙа йәмғеһе—1222, Сибай санаторий-профилакторийында 310 бала ял итте. Дауахана янындағы кѳндѳҙгѳ стационарҙа 152 бала һаулығын нығытты. Шулай уҡ үҫмерҙәрҙе эшкә урышлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителде. Мәшғүллек үҙәге менән берлектә уҡыусыларҙан махсус бригадалар ойошторолдо. Быйыл 445 үҫмер эш менән тәьмин ителде.

Яңы уҡыу йылына мәғариф учреждениелары йылдағыса ныҡлы әҙерләнә. Әйткәндәй, беренсе класҡа ҡабул ителәсәк балаларҙың һаны ла артты. Барлығы 773 ҡыҙ һәм малай беренсе класҡа киләсәк. Бигерәк тә гимназияны, 9-сы лицейҙы, 12-се мәктәпте үҙ итәләр, бында ғариза биреүселәр һаны күберәк. Улар-ҙың һәр береһе беренсегә 4-шәр класс ҡабул итәсәк. Ә бына ҡаланың 5-се, 10-сы, 11-се, 14-се мәктәптәре әле лә балалар йыйыуын дауам итә. Арҡайым ҡасабаһы мәктәбенә беренсе класҡа 31 уҡыусының килеүе кѳтѳлә. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Уҡытыусыларҙың социаль хәле, әсә телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙағы ауырлыҡтар, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартыуға эләгеүе, балалар баҡсаһында урындар етешмәүе кеүек етди мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә. Мәғарифта нисек уҡытыу, ниндәй методикаларҙы ҡулланыу, тәрбиә эштәре хаҡында фекер алышыуҙар тынмаясаҡ. Йәнә йәш белгестәрҙе эшле итеү мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтергә тырышабыҙ. Уларҙың оҫталығын күтәреү, эшен күрһәтеү маҡсатында Сибай мәктәптәрендә «Йылдың йәш белгесе» тип исемләнгән ҡала конкурсы йыл дауамында барҙы. Еңеүселәрҙең исеме август конференцияһында тантаналы рәүештә иғлан ителәсәк һәм еңеүсегә 30 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыласаҡ,—ти Ғаяз Әхмәҙулла улы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap