Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Шәхесен күтәргән халыҡ—бөйөк
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Үткән аҙнала төрки донъяһы арҙаҡлы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың төрлө тарафтарында бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алыу сараларын үткәреүҙе планлаштырған ине. Беҙҙең төбәк тә был датанан ситтә ҡалманы. Сибай институтында «Республиканың төҙөлөүе» исеме аҫтында «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Бында ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, юғары һәм махсус урта уҡыу йорттары, ҡала мәктәптәре уҡытыусылары ҡатнашты.

Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған шәхесебеҙ хөрмәтенә арналған тантана уның һәйкәленә сәскә һалыу менән асылды. Артабан сарала ҡатнашыусылар Сибай институтына юлланды. Бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең китаптарынан күргәҙмә, уның тураһында видеояҙмалар күрһәтеү ойошторолған ине.

Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, педагогия фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары И.С.Хәмитов кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы сәләмләп, сараны асҡандан һуң, сығыштар тыңланылды. Тарих фәндәре кандидаты, «Башҡортостан Республикаһы стратегик тикшеренеүҙәр институты» дәүләт учреждениеһы Сибай филиалының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Ф.М.Сөләймәнов Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлы, автономиялы республика төҙөүҙә уның роле тураһында һөйләне. Сәйәси фәндәр кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының хоҡуҡ факультеты деканы Ә.М.Боҫҡонов иһә арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең ғилми хеҙмәттәре менән таныштырҙы, уның 1923 йылда яҙылған «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»ның бөгөнгө көндә лә актуаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, бынан 93 йыл элек яҙылған хат уҙамандың күрәҙәлек һәләтен күрһәтә, бер быуат элек күтәрелгән проблемалар әлеге көндә лә көнүҙәк булып тора. Әхтәр Мөхәммәт улы сығышы һуңында йәштәрҙе ошо яҙмалар менән таныштырырға саҡырҙы.

Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р.Х.Йәнсурин Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Тарих фәндәре кандидаты, Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми бүлек мөдире М.Ш.Шәһиева бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса ҡалала, республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡарылған эштәргә күҙәтеү яһаны.

 

Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 126 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сараның аҙағында фекер алыштылар. Шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе дауам итеү, уның хеҙмәттәрен тәржемә итеп халыҡҡа еткереү тәҡдимдәре яңғыраны.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap