Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Киләсәгебеҙҙе бергәләп ҡурсалайыҡ
Untitled document

Илебеҙҙә хөкөм һөргән оптимәлләштереү сиктәрендә Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәте юҡҡа сығарылып, уның вәкәләттәре Эске эштәр министрлығы ҡарамағына йөкмәтелде. Бындай үҙгәрештәр наркотиктарға бәйле хәлдәрҙе яҡшырттымы, әллә киреһенсә заман афәте тамырҙарын нығыраҡ йәйҙеме? Киләсәктә был өлкәлә ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Ошондайыраҡ һорауҙар менән Рәсәй Федерацияһының эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы бүлегенең наркотиктарҙың әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөмдөң оперуполномоченныйы Тимур Мөхәмәтйәр улы Мәғәсүмовҡа мөрәжәғәт иттек.

—Тимур Мөхәмәтйәр улы, эшегеҙҙең әһәмиәте нимәнән ғибәрәт?

—Ҡайһы тармаҡ ҡарамағында булһа ла, Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәте илебеҙҙең именлеге, кешелек киләсәге өсөн бик тә кәрәкле булыуын иҫбатланы. Рәсәй хәүефһеҙлеген тәьмин итерлек, наркоенәйәтселәргә ҡаршы торорлоҡ ҡеүәтле көскә эйә булған ойошма наркоманияға ҡаршы йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен бойомға ашыра, наркобизнесҡа ҡаршы ныҡлы көрәш алып бара. Төп бурысыбыҙ—ағыуҙы ташыған юлдарҙы билдәләү һәм уларҙы юҡ итеү. Йәмғиәттең барлыҡ иғтибары тулыһынса был етди проблемаға йүнәлтелеүе мөһим, сөнки бар Ер шарына янаған хәүефтән күмәк көс менән генә ҡотолоп буласаҡ.

—Сибай ҡалаһында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше нисек контролдә тотола?

—Беҙҙең бүлек билдәләнгән маҡсатлы программаға ярашлы эшләй. Илдең киләсәге һәм милләттең сәләмәтлеге, уларҙы наркоһөжүмдән ышаныслы һаҡлау эске эштәр бүлегенең, ҡала хакимиәтенең наркоманияға ҡаршы комиссияһының һәм башҡа тармаҡтарҙың эҙмә-эҙлекле, һөҙөмтәле эшенә бәйле. Бүлек наркотиктар әйләнешенә контроль өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, наркотиктар менән бәйле енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең өр-яңы системаһын ойоштороу буйынса ҙур эш башҡара. Һандарға килгәндә, 2016 йылдың 11 айында ҡалала әлеге тәңгәлдә 47 енәйәт теркәлде. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 10-ға күберәк. Шуларҙың 35-е илерткес матдәне һатыуға бәйле енәйәттәр. Бер нисә наркопритон юҡ ителде. «Мәк» операцияһы барышында киндер үҫкән 8 майҙансыҡ ергә тигеҙләнде. 16 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һуңғы йылдарҙа республикаға яңынан-яңы синтетик наркотиктар килтерелә. Уларҙың юлын кисектереү өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ.

—Һандарҙан күренеүенсә, махсус хеҙмәт бөтөрөлөүҙең эҙемтәләре шәптән түгел. Был өлкәлә енәйәттәр күбәйгән генә.

—Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомания һәм ҡорал һатыу иң килемле тармаҡтарҙан иҫәпләнә. Илебеҙҙе көс менән еңә алмаған дошмандар, теләһә ниндәй ағыуҙар ярҙамында уны эстән ҡаҡшата. Был тоҙаҡҡа йәштәр эләгеүе аяныслы. Элекке наркомандар булмай, был сирҙең аҙағы—үлем. Уларҙың барыһы ла ВИЧ-инфекциялы тип әйтер инем. Наркомандар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп. Яңыраҡ ҡына ике йәш кеше үҙ ғүмерен үҙҙәре ҡыйҙы. Үҫмерҙәр араһында ла наркомандар бар. Әйтергә кәрәк, ауыр тормош хәленә тарыусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр генә түгел, етеш йәшәүселәрҙең балалары ла «аҡ үлем»гә тартыла.

—Йәштәр, үҫмерҙәр араһында уҙғарылған профилактик саралар һөҙөмтә бирәме?

—Әлбиттә. Уҡыу йорттарына яңы аяҡ баҫыусыларға,мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусыларына наркотиктарҙың зыяны тураһында лекциялар уҙғарабыҙ, кинофильмдар күрһәтәбеҙ. Йәшлегегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, тулы тормош менән йәшәгеҙ, тик наркотиктарға үрелмәгеҙ тигән өгөт-нәсихәттең файҙаһы бар тип уйлайым. Әйткәндәй, 5 декабрҙән 25 декабргә ҡәҙәр республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йүнәлешендәге социаль рекламалар конкурсы иғлан ителде. Теләгән кеше плакаттар яһап, видеороликтар төшөрөп билдәләнгән сайтҡа ебәрә ала.

—2017 йылда һеҙҙең өлкәлә яңылыҡтар буласаҡмы?

—Эйе. Киләһе йылдан Эске эштәр бүлеге составында 4 кешенән торған наркотиктарҙың әйләнешен контролдә тотоу буйынса махсус хеҙмәт эшләй башлаясаҡ. Тимәк, был өлкәлә тотороҡлолоҡ урынлашыр тигән өмөттәбеҙ.

Fөмүмән, бүлек бар, улар эшләй, тип әйләнә-тирәлә барған хәлдәргә битараф ҡалырға ярамай. Мәктәптәр, уҡыу йорттары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, хоҡуҡ һағы өлкәләре бергәләп эшләгәндә генә уңыштарға өлгәшеп буласаҡ. Fөмүмән, наркомания менән көрәш—йәмғиәтебеҙҙең мөһим маҡсаты булырға тейеш. Шул саҡта ғына кешелек үҙенең киләсәген был ағыуҙан һаҡлай аласаҡ.

 

Г.Ҡадаева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap