Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ФӘНИС УҒА КҮПТӘН ЛАЙЫҠ
Untitled document

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы Фәнис Сирбаев Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Уның бала сағы, мәктәп йылдары Шүлкәлә үткән. Был ауылдан хәрби хеҙмәткә алынған, шунда кире әйләнеп ҡайтҡан. «Ошо өс кенә урамдан торған, бейек-бейек ҡарағайҙар менән уратып алынған, сихри тәбиғәтле Шүлкә ауылынан башлана ла минең шиғриәткә юлым»,—ти ул үҙе хаҡында. Фәнис Сибай сәнғәт   колледжының вокал бүлегендә, БДУ-ның Сибай институтының филология факультетында белем алған.

Фәнистең шиғырҙары Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 1997 йылда—«Шаңдау» («Юлға сығам») һәм 2001 йылда «Нур усағы» («Март бураны») исемле дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһында сыҡҡан «Йәйғор» альманахының 3  йыйынтығына, 2008 йылда Сибай Яҙыусылар  ойошмаһы сығарған альманахҡа, 2015 йылда Өфө ҡалаһында донъя күргән 30 авторҙан торған «Кеше» исемле йыйынтыҡҡа ла шиғырҙары ингән. Бынан тыш 2015 йылда «Ағиҙел» журналында «Үрһәләнеү», «Ут менән бөгөн һөйләштем» исемле бик фәлсәфәүи, уйландырырлыҡ, Фәнистең үҙенә хас стилдә яҙылған поэмалары донъя күрҙе.

Фәнис Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында үткән бөтә әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһының 55 йыллығына арналған «Сибайға дан йырлап» ижади конкурсында «Шағир-сәсәндәр» номинацияһында, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына арналған ижади конкурста, Баймаҡ тураһында акрошиғыр ижад итеп, беренсе урындар яулауы шул хаҡта һөйләй. Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби нағыш» исемле республика фестиваль-марафонында еңеүсе тип табылып, фестивалгә арналған йыйынтыҡҡа уның да шиғырҙары инәсәк.

Ҡәләмдәшем шулай уҡ шашка, йыр йәһәтенән дә үҙен даими камиллаштырып тора. Ул үҙенең шиғырҙарына күренекле һәүәҫкәр композиторҙар В.Мәүлитов, Т.Илһамов, Ә.Бикташева, Р.Туйсин һ.б. ижад иткән йырҙарҙы башҡарып, республика кимәлендә танылыу яуланы. 2011 йылда «Юлдаш йыры» республика асыҡ конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.

Фәнис Сирбаев әлеге көндә Сибай ҡалаһында эшләй. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә өсөнсө шиғырҙар йыйынтығы үҙ сиратын көтә.

Үҙенең барлыҡ ижади эшмәкәрлеге менән Фәнис Сирбаев Р.Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ тип һанайым һәм уға артабан да уңыштар теләйем!

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева,

 

БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap