Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
09.01.2017
АЗАМАТ МУСИН ЙӘНӘ ЧЕМПИОН
Untitled document

Спортсы Азамат Мусин өсөн 2016 йыл уңыштарға бай булды. 14 йәшенән алып кикбоксинг менән шөғөлләнгән егет Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән ярышта өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулай.

Бынан һуң ул Рәсәй йыйылма командаһы составына алына.Унан инде Азаматҡа Словенияның Марибор ҡалаһында үткәрелгән кикбоксинг буйынса Европа Чемпионатында ҡатнашыу бәхете тейә. Бында ҡырҡ илдән биш йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Азаматтың иң ауыр категорияларҙың береһе, тән ауырлығы 67 кг булғандар араһында сығыш яһай. Ул Болгария, Испания һәм Белоруссия спортсылары менән көс һынаша. Ҡатмарлы өс ярыштан һуң Азамат Мусин  икенсе тапҡыр кикбоксинг буйынса Европа чемпионы титулын яулай.

—Бәләкәй саҡта йыш ауырый торғаным. Бер дауаханала ятҡанымда тәҙрә аша үҫмерҙәрҙең ниндәйҙер бер спорт төрө менән шөғөлләнгәнен күреп ҡалдым. Һорашып-белешкәс, был кикбоксинг икәнен белдем. Ошо спорт менән шөғөлләнеү теләге уянды. Һауығып сыҡҡас та, барып секцияға яҙылдым. Әлбиттә, башта туғандарым ҡаршы килде, хәҙер аңлап ҡабул итәләр. Был минең өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, ул—йәшәү рәүешем. Тора бара сырхау нимә икәнен дә оноттом. Быйылғы йыл яҡшы һөҙөмтәләргә, еңеүҙәргә бай булды. Үҙемдең тренерым Хәлит Фәрит улы Һибәтуллинға, Силәбе ҡалаһында йәшәүсе Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Фәриғәт Фәтҡулла улы Ҡасымовҡа рәхмәттәремде еткерәм.

 

Киләһе йыл да уңышлы булһын, һәр кемгә һаулыҡ, яңылыҡтар, яңы бейеклектәр, үрҙәр, шатлыҡ һәм именлек алып килһен. Халҡыбыҙ сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгән. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ, күңелегеҙгә ятҡан спорт төрҙәре менән шөғөлләнегеҙ,— ти Азамат Мусин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap