Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
09.01.2017
«ШАТЛЫҠТАРҘАН ҒЫНА ТОРҺОН БЫЛ ДОНЪЯ»
Untitled document

Сибай ҡалаһы ғына түгел, республикабыҙ халҡының яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов өсөн уҙып барған Маймыл йылы бик уңышлы булды. Артист ир ҡорона инеп, 45 йәшен тултырһа, профессиональ сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыуына 25 йыл. Уның тормошонда бынан тыш та үҙгәрештәр, яңылыҡтар бик күп. Әйҙәгеҙ йырсының үҙенә һүҙ бирәйек:

 

—Баймаҡ районының Семеновск ауылында тыуып үҫтем. Сибай мәктәп-интернатында, Өфө сәнғәт институтында белем алдым. Ысынлап та, бынан сирек быуат элек А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында актер булып эш башланым. Артист бер урында сыҙап тора торған кеше түгел бит инде, мин дә Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары филармонияларында тәжрибә тупланым. Төрлө режиссерҙар, төрлө коллективта эшләп ҡарау ижад кешеһен үҫтерә генә. Яҙмыш мине ул тарафтарҙа алып йөрөгәнгә бер ҙә үкенмәйем. Йырсы булараҡ танылдым, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһаным. Әммә күңелем тыуған яҡтарға тартылды. Яратҡан эшемдән, ғаиләмдән айырылып ҡайтыу бик ауыр булды. Хисле кешегә етә ҡалды: төшөнкөлөккә бирелдем, ҡаҡлыҡтым-һуҡлыҡтым, үҙемде таба алмай аҙапландым. Шул мәлдәрҙә мине һәр яҡлап ҡурсалаған ул ваҡыттағы филармония директоры В.Б.Йосоповҡа, ижади коллективҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ класташым, дин әһеле Баймөхәмәт Fиззәтуллиндың өгөт-нәсихәттәре юлдарымды, күҙҙәремде асты. Мөхәббәткә, хәстәргә, наҙға сарсап йөрөгәнемдә Аллаһы Тәғәлә үҙемдән 17 йәшкә кесе йәр—Гөлшатымды насип итте. Был гүзәл зат минең тормошома ысынлап та ҡот, бәрәкәт, мөхәббәт алып килде. Ниһайәт, дөйөм ятаҡтан ҡотолоп, үҙ оябыҙҙы ҡорҙоҡ. Быйыл йәй Алтын ҡасабаһында ҙур йорт һалып сыҡтыҡ. Ҡатынымдың беренсе никахтан улы менән уртаҡ тел таптыҡ. Иң мөһиме Әтәс йылында иншаллаһ ғаиләбеҙҙең ишәйеүен көтәбеҙ. Йырҙарымды йотлоғоп тыңлаған тамашасыларыма ҙур рәхмәт белдерәм. Әйткәндәй, быйыл тағы ла бер күптәнге хыялым тормошҡа ашты: ижадташ дуҫтарым, курсташтарым Алһыу Бәхтиева, Риза Мәһәҙиев, Рәил Лоҡманов, Марс Ишморатов, Рәмил Туйсиндар менән бергәләп ҙур концерт ойошторҙоҡ. Киләһе йылдарҙа ла гел ошолайтып ҡыуаныстарҙы барлап ҡына йәшәргә яҙһын.  Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap