Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
РАЙОНЫБЫҘ ҮҪӘ, МАТУРАЯ
Untitled document

Республикабыҙ үҫешенә йылайырҙар ҙа тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ ыңғай үҙгәрештәр кисерә.

2016 йылдың ғинуарынан алып сентябргә тиклем 220 миллион һумлыҡ тауар етештергәнбеҙ һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәткәнбеҙ. Производство индексы 101 % тәшкил итте. Урман һәм ағас эшкәртеү өлкәһен, шулай уҡ аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыу сәнәғәт производствоһының Йылайыр ауылында һыу үткәргес төҙөүҙең беренсе этабы тамамланды. Уның сираттағы этабы 2017 йылда дауам итәсәк.

8 йәш ғаиләгә 8 миллион һумдан ашыу субсидия бүленде. Етем бала категорияһына ҡараған 6 йәш гражданға торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Шулай уҡ 160 күп    балалы ғаилә бушлай ер участкаһы менән тәьмин ителде.

Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Яманһаҙҙа һыу үткәргес селтәре төҙөлдө. Район үҙәгендә һыу йыйыу ҡоролмаларын һәм һыу үткәргестәрҙе реконструкциялау буйынса эш йәйелдерелде.

Юл төҙөү һәм ремонтлау йәһәтенән дә ҙур эштәр атҡарылды. Юлдыбай-Аҡъяр-Сара юлына асфальт, Йылайырҙың яңы урамдарына ҡырсынташ түшәлде. Урындағы инициативаларҙы үҫтереү программаһына ярашлы 2014 йылдан бөтәһе 24 проект тормошҡа ашырылды.

Ауыл хужалығы буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек.

Уртаса һәр гектарҙан 20 центнер уңыш йыйып алдыҡ. Быйыл 2 фермер һәм бер хужалыҡ 9 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Производство күрһәткестәрен яҡшыртыу маҡсатында хужалыҡ етәкселәре лизингка һәм үҙ иҫәбенә ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы дауам итә. 2011 йылдан районға 100 яңы техника ҡайтарылһа, ағымдағы йылдың ғинуарынан алып сентябренә ҡәҙәр 4 берәмек техника алынды.

Быйыл 2 фермер һәм бер хужалыҡ 9 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Йылайыр, Кананикольск урман хужалыҡтары, шулай уҡ ошо тармаҡта эшләүсе эшҡыуарҙар районда урмансылыҡты үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Йылайырҙа 400-ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлгән. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла ҙур эштәр алып барыла. Районда «Колибри» йәмғиәтенең тегеү цехы асылып, 50 ҡатын-ҡыҙ эшле булды.

Fөмүмән, бында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә етди иғтибар бүленә.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылда үтәсәк киң масштаблы сараларға әҙерлек башланды ла инде. Киләсәктә лә Бөйөк Рәсәй  менән бергә дуҫлыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын! Урал аръяғы һәм тотош Башҡортостан халҡын етеп килгән 2017 йыл менән ҡотлайым. Барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем.

Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин,

 

Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap