Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЙЫЛ ВАҠИҒАЛАРҒА БАЙ БУЛДЫ
Untitled document

Уҙып барған 2016 йылда Сибай ҡалаһында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, спорт саралары менән бер рәттән ҡалала тәү ҡарашҡа ябай күренгән, шул уҡ ваҡытта мөһим ваҡиғалар булып үтте. Быйыл паркетлы шпон, (ЯСЙ «БашЭкоРесурс»), офис, урам һәм сәнәғәт светодиодлы светильниктары (ШЭ Кривошеев Д.А.), ултырғыстар (ШЭ Асылбаев Ә.Ә.), буҙа (ШЭ  Азатова Г.Ф.), серемтә (ШЭ Гулиев М.С.) етештереү цехтары асылды. Шулай уҡ беренсе сираттағы техник ярҙам күрһәтеү станцияһы сафҡа инде (ШЭ Мусин Р.С.). Сибай кеүек бәләкәй ҡалаларҙың үҫеше тап ошондай иҡтисадтың реаль секторына ингән кесе эшҡыуарлыҡ объекттары ярҙамында алға бара.

Илдәге  көрсөккә ҡарамай, сәнәғәт етештереүенең үҫеүе ҡыуандыра. Үткән йылдың 11 айында ҡалабыҙҙың төрлө предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан етештерелгән продукцияның дәүмәле 10 миллиард 918,3 миллион тәшкил итте. Был үткән йылға ҡарағанда 107,8%. Сәнәғәт производствоһы индексы 108,2% тәшкил итте. 23866 кв.м. торлаҡ сафҡа индерелгән. Был 115,2 % тәшкил итә. Шулай уҡ тауар әйләнеше лә 1,3 %-ҡа артҡан.

Республиканың адреслы инвестицион программаһы буйынса ҡалабыҙға бүленгән матди ярҙам да уңышлы үҙләштерелде. Алтын ҡасабаһында 10,2 миллион һум тәшкил иткән 2,3 саҡрым оҙонлоғондағы юғары баҫымлы станцияһы булған һыу үткәреү юлы тамамланды.

2016 йылда авария хәлендә булған йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү программаһы буйынса 129 фатир алынды, уның майҙаны 6701,2 кв.м тәшкил итте. Дөйөм ҡала буйынса 1710 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

Юлдарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бирелде. Был тармаҡҡа 54,1 миллион һум аҡса бүленде. Индустриаль, Йылайыр, Восточный шоссе, Белов, Островский, Лермонтов, Кутузов, Крупская урамдарында тулыһынса асфальт түшәме яңыртылды. Төньяҡ ҡасабаһы урамдарының нигеҙен формалаштырыу буйынса ла эштәр башҡарылды. Ул 2,3 саҡрым тәшкил итте. Бынан тыш ҡала урамдарындағы соҡорҙарҙы ямау ҙа күҙ уңынан ысҡындырылманы.

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр күп. 1-се, 6-сы мәктәптәрҙә, «Аленушка» балалар баҡсаһында, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә капиталь ремонт үткәрелде.

Яңы йылда ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем. Киләһе 2017 йыл бәхет, шатлыҡ, алып килһен, донъялар тыныс торһон, киләсәккә ышаныс уятһын. Был теләктәрҙең барыһы ла тормошҡа ашһын өсөн эшләргә кәрәк, яуаплылыҡ булырға тейеш, һәр кем үҙ   тыуған еренең ысын патриоты булыуын теләйем!

Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов.

 

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap