Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ТАМАМЛАНМАҒАН ЙЫР
Untitled document

Таһир ҠОТОЕВ

Медицина училищеһын тамамлағас бер йыл самаһы, әрме сафына алынғансы, көньяҡ райондарҙың береһендә «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләп алдым. Йәш саҡта һәр тотонғаның мауыҡтырғыс уйын менән бер бит инде ул, юҡтан ғына ҡыҙыҡ, мәҙәк, мажара эҙләйһең, табаһың.

Район үҙәгенең бер яҡ ситендәрәк урынлашҡан дауахананың аҫҡы ҡатында ҡыҫынҡы ғына бүлмәләрҙә урынлашҡан станцияның ике машинаһы бар ине: береһе район үҙәгендәге халыҡты хеҙмәтләндерһә, иҫкереүе еткән икенсеһе, мин йөрөгәне—тирә-яҡ ауылдарға беркетелгәйне. Әйтергә кәрәк, ҙур ғына майҙанды биләгән райондың эреле-ваҡлы ауылдары ла, таратып һибелгән мунсаҡтарҙай, береһе икенсеһенән апаруҡ алыҫ арала ята. Төбәктең төп билдәһе—ҡырып алынған баштай түбәләре таҡыр, тупаҡ бейек-бейек тауҙар. Шул мәғрурлыҡ урындағы халыҡтың ҡылыҡ-фиғеленә лә йоҡҡандай, улар үҙҙәрен башҡалар алдында олпат һәм абруйлы тоталар, хәбәрҙе лә ҡойолдороп түгел, уйлап, үлсәп һөйләйҙәр. Буй-һындары ла башҡалар менән сағыштырғанда бейек һәм ҡалын. Теге мөһабәт тау ҡушылдыҡтарына өйкөм ағаслыҡтар, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, борғаланып ауырлыҡ менән юғарыға үрмәләп, тура-нан тартып түбәнгә ташланған юлдар һыйынған. Улары ла көслө ямғырҙарҙан һуң, бигерәк тә һаҙлыҡ йә уйпат ергә килеп төртөлгәндәре, ылаулы ғына түгел, йәйәүле үтә алмаҫлыҡ батҡаҡҡа әүерелә. Шуға мине ҡатын-ҡыҙ фельдшерҙар ынтыла һалып бармаған йүнәлешкә эшкә тәғәйенләп ҡуйыуҙары бер ҙә ғәжәп түгел. Ул йылдарҙа телефон элемтәһе үтә лә насар ойошторолғанлыҡтан беҙҙе һирәк, иллә берәгәйле борсойҙар. Өҫтө-өҫтөнә  саҡырһалар ҙа иҫем китә һалып  бармай, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә лә ҡайҙалыр сығып олағырға атлығып ҡына торам, юлдар өҙөлгән саҡтарҙа өшөп-туңып ҡырҙа ҡуна ҡалыу ир-ат өсөн ғәҙәти күренеш, резина итектәр кейеп алып батҡан техниканы көсәнеп этеп сығарыу, мазутҡа болғанып тоҡанырға теләмәгән машинаның моторында соҡоноу күнегелгән шөғөл. Ауылдарҙан алынған саҡырыуҙарға үҙем генә юлланһам ни асыу, яйын тура килтереп бүлектәрҙәге мәшәҡәттәренән саҡ ҡына бушыраҡ ҡыҙҙарҙы тейәп сыға ла китәм. Улары ла тинтәк ҡонан1 артынан сапҡан елбәҙәк тайҙарҙай һайт тигәнгә тайт, тиеп эйәрергә әҙерҙәр. Сәфәребеҙ бик тә күңелле килеп сыға, юл буйы йырлап, көләмәстәр һөйләп, шаярып-көлөшөп барабыҙ. Fүмерен ошо эштә үткәргән шофер Сәмиғулла ағай ҙа ҡай саҡ етди эште уйынға әүерелдереүебеҙҙе мөрхәтһенмәй һалпыш ҡаштарын төйөп ҡуя ҡуйыуын, мәгәр ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, ул ғына ла түгел, күңеленә ятҡан берәй йырҙы йырлап ебәрһәк, йәш сағын хәтеренә төшөрөпмөлөр, йөҙө асылып ирәмһеп тә киткеләй. Юлда батып йә машина ватылып ҡалыу арҡаһында тотҡарланһаҡ көндәлек эш барышына, бүлектәрҙә булып ятҡан, булырға тейеш үҙгәрештәргә хәбәрҙар баш табиптан ҡаты ғына эләгә  эләгеүен, тик тәнҡит тә бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Атайҙарса ҡыҙҙырыу ҙа өгөт-нәсихәткә тартым. Баш табип тар маңлайын сирылдырып, йыуаш фиғеленә уҫаллыҡ һыҙаттары өҫтәргә тырышып ҡабатлана килгән мыжыуын мөңгөрҙәй: «Хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙған өсөн ҡатынан шелтә сәпәргә ине лә, яңы ғына яҙыла башлаған биографияңды боҙғом килмәй. Һин берәҙәкте ҡасан ғына әрмегә алалар инде, ҡотолор инем…» Эске тойомлау менән шуны һиҙәм: ҡотолғоһо килеүҙән ғәйре, тәртәнән сығып китмәһен был, тигән уйҙан иҫкәрмә яһауы. Уның ҡарауы үтә лә ҡулай, өлгөр, талымһыҙ хеҙмәткәрмен, тәүлек әйләнәһенә дауахананан ҡайтып инә белмәйем, ятаҡта бәләкәй генә өкәлтәгем була тороп палаталарҙың береһенән буш карауат табып ҡуна ҡалам, тейеш күреп, тартыныуһыҙ ултырып ауырыуҙар менән бергә туҡланам. Бер һүҙ менән әйткәндә: эшем дә, ашым да дауаханала. Һәммәһенә вайымһыҙ ҡарап, бошоноу белмәй, көнитмеште ожмахҡа тиңләп йәшәп ятҡанда йәнемде һиҫкәндереп күңелемә ғәм ойотҡоһо ҡунды, тәүге тапҡыр аңымдан йәшәү һәм үлем хаҡында шомло уй йүгереп үтте.

Төпкөл ауылдарҙың береһенә саҡырҙылар, ниндәйҙер ветеран сирләп киткән икән. Эш көнө яңы ғына башланып торғанлыҡтан, яңғыҙым ғына ҡуҙғалдым. Башта әйтеп үткән юлдашым, сменалашым Сәмиғулла Дәүләтбирҙин, аҙ һүҙле, йомоғораҡ холоҡло кеше. Өҙә-йырта һөйләгәне лә үҙе менән бергә иҫкергән, туҙған машинаһынан ары китмәй: «Карбюратор эшкә ашмай, механикка күпме әйтелде, ҡолағына ла элмәй, бисталкауай… Хан заманынан килгән карупка ҡатланһа, ярты юлда туҡтап ҡалабыҙ инде… Ҡырҡ ямау балундар эшлектән сыҡты…» Йәшебеҙ, кимәлебеҙ, ҡыҙыҡһы-ныуҙарыбыҙ тап килмәгәнлектән, уның менән һүҙ ҡуйыртыу минең өсөн ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел. Уға хаҡлы ялға сығырға ике-өс ай тирәһе ваҡыт ҡалған. Шул хәбәрҙе лә ул үҙенә генә хас ҡиәфәттә, быжыр йөҙөндә үкенесле йылмайыу сағылдырып еткерҙе:

—Тиҙҙән дағаларҙы ҡуптарып контрактацияларға 2 йыйыналар…»

—Кемде?

—Кемде булһын, мине, абзыйыңды!

—Ә нишләп дағаларығыҙҙы ҡуптарып?..—бер ҡатлыланып аңшайҙым.

—Иҫәпсел хужа, ғәҙәттә, һалдырылғанды яңы өйрәткән ҡырҡмыш3 тайына ҡата…

Сәмиғулла ағай оҙон буйлы, эре һөйәкле, тулы беләктәрендәге көс-ғәйрәте ҡайтып өлгөрмәгән, мыҡты кәүҙәле ир, иллә холҡо ҡатын-ҡыҙҙарға тартым, «ағас игәү»4легенә барып кәрәккән-кәрәкмәгән ерҙә мыжырға әүәҫ. Әле лә ул үҙенең оҙон-оҙаҡ зарланыуынан кәйефе китепмелер, битараф, һүнгән ҡарашын алғы тәҙрә аша тыш яҡҡа йүнәлткән дә һүлпән хәрәкәтләнеп баранканы улай-былай борғолай. Ә мин инде урынымда ултырып сыҙамай тирә-яғымды алаңлап күҙәтеп, күңелле көй һыҙғырып киләм.

Тышта әбейҙәр сыуағының гөлтләп тоҡанған мәле: семтем болот әҫәре күренмәгән төпһөҙ зәңгәр күк оло ҡаҙандай өҫтө-бөҙгә түңкәрелгән, оҙатырға сыҡҡандай юл ҡырлауына теҙелгән тәлгәш ҡайындар һап-һары ебәк күлдәктәрен кейгән, тау биләүендәге уҫаҡ, саған сауҡалыҡтары усаҡтай дөрләп яна, тотанағынан ысҡынған үрмәкес ауҙары күкрәүһеҙ йәшнәгән йә-шендәй һауала ялт-йолт килә.

—Көҙ етте…

—Етте шул…—Йөҙөм май ҡояшылай балҡыһа ла яуабыма аңлау, үкенеү ауаздары өҫтәргә тырышып әйтелгәндәрҙе йөпләнем.

—Ул хаҡта һиңә һөйләргәме, малай, әле бит ирендәреңдә әсә һөтө лә кибеп бөтмәгән…

—Абзый, еңгә менән нисегерәк таныштығыҙ, һөйлә әле, моғайын да йәш ҡыҙҙың башын карбюраторың менән ҡатырмағанһыңдыр бит инде.

—Уның нимәһен һөйләргә, күршелә йәшәгән еңгә яусы булып барып һөйләшеп-килешеп ҡайтты ла, йоманан һуң әйттереп тә ҡуйҙыҡ.

—Ярай, әйттерҙеләр икән ти, йәш кәләшкә нисегерәк яҡынланың һуң? Ҡулынан тотоп, күҙҙәренә наҙлы ҡарап яратам тигән булғанһыңдыр инде, ә? Һин бит торғаны бер романтик. Ну, серләшәйек әле, абзый, ҡыҙыҡ бит!

—Һе, малакасус, һиндә мөхәббәт ҡайғыһы.—Двигателдең эшләүенә ҡолаҡ һалды ла өтөрөй ҡаштарын йәмерәйтте.—Әпәт карбюратор барахлит, был механикка әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни…

Теге, беҙҙе саҡыртҡан ауылға еткәнсе, ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай, башҡаса өндәшешмәнек.

Эҙләгән ауырыуыбыҙ Эйек йылғаһының боролмаһына һыйынып ятҡан, 30-40 хужалыҡтан торған ауылдың урта төшөндә йәшәй икән. Түңәүелгә күтәрелеп, ҡыйығы шифер менән көпләнгән, стеналары һылап матур итеп аҡбалсыҡланған, урам яғындағы баҡсаһында алмағастары күренгән алты мөйөшлө өй матур һәм йыйнаҡ күренде. Машина туҡтау менән ишек алдындағы ҡыйыҡһыҙ күтәрмәгә йүгермәләп килеп сыҡҡан урта йәштәрҙәге еңел һөйәкле ҡатын, тупһанан төштө лә, беҙгә ҡарай атланы.

—Тулыбаев Фазулла ошонда йәшәйме?

—Ошонда, ошонда. Мин уның ҡатыны булам. Әйҙәгеҙ, үтегеҙ…—Хужабикә ҡунаҡ ҡаршыларға йыйынғандай араталы ҡапҡаға барып йәбеште.

—Кәрәкмәй, беҙ ошонда ғына…—өтәләнгән юрғалауҙы туҡтатырға иттем.

—Кәрәк!—Сәмиғулла ағай ризаһыҙ бүлдерҙе.—Хәҙер машинаны күтәрмәгә терәтеп үк ҡуям. Ауырыуҙың ни хәлдә икәнлеген белмәйһең бит әле.

Миңә «тиҙ ярҙам» сумаҙанын эләктереп өй яғына йүнәлеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тупһа янында ятҡан ялбыр йөнлө этте шәйләп туҡтап ҡалдым. Теге шөрләүемде күреп, ваҡытлы килдең, үт, тигәндәй ҡойроғо менән инер юлымды һепереп аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бойоҡ күҙҙәре менән төбәлде.

Фазулла Тулыбаев өйҙөң төп яғындағы стена ҡырына урынлаштырылған карауатҡа йәйелгән түшәктә ятып тора икән. Минең күренеүем булды ул ауырлыҡ менән ҡалҡып ултырып, һалындырған аяҡтарына шипатайҙарын ҡатҡас, танырға теләгәндәй берауыҡ тексәйҙе лә яңылышыуына төшөнгәндәй ауыр көрһөндө. Ир йоҡа кәүҙәле, асҡалаҡ яңаҡлы, бөркөт суҡышылай аҫҡа һалынған ҡырлас танаулы, яҫы маңлайлы, ҙур һоро күҙле, йоҡа сәстәренә һиҙелеп сал ҡунған әҙәм.

—Ҡайһы ерегеҙ ауырта?— Сумаҙанымдағы кәрәк-яраҡтарымды сығарып түшәк ситенән урын алдым.

—Нишләптер кисәнән бирле йөрәк урынында түгел, ҡәһәрең…

—Күлдәгегеҙҙе ҡалҡытығыҙ ҙа кире ятығыҙ. Тыңлап ҡарайыҡ.

Фонендоскопты йөрәк нөктәләренә ҡуйып тыңлай башланым, тик унда йылға ағымына   тартым ҡан шауынан башҡа нәмә ишетмәнем. «Миокард инфаркты алдынан була торған билдә. Хәле үтә мөшкөл…»

Тыныс ҡалырға тырышып тәҡдим иттем:

—Ятып тороғоҙ. Хәҙер укол ҡаҙайым да һеҙҙе район дауаханаһына алып китербеҙ.

—Бында ғына булмаймы?—Фазулла йөҙөн хафалы йыйырҙы. —Дауалар яҙып бирегеҙ ҙә. Көҙгөлөккә тип әҙерләгән күбәләр һаман ташылмаған. Малды теүәлләп ҡураға индерәһе бар. Картуфтың да яртыһын ғына ҡаҙҙыҡ.

—Һеҙгә ятып бер аҙ дауаланып алырға кәрәк!—Шулай тинем дә беләккә укол ҡаҙағас, ҡәтғи күрһәтмәмде бирҙем.—Йыйынығыҙ!

Һуңғы әйткәндәрем ишек төбөндә беҙгә өмөтләнеп баҡҡан, тышҡы ҡиәфәте менән иренә оҡшаған ҡатынға тәғәйенләнгәйне.

—Миңә ни булыр тиһең, һуғышта бирешмәгәнде.—Фазулла тиҫкәре бала ише киреләнде.—Күренермен әле балнисҡа, һуңғараҡ, һуғымды һуйып, ҡырҙағы кәбәндәрҙе һарай янына тарттырғас.

—Враш әйткәс барып ҡайт, атаһы. Шулай кәрәктер. Улар беләлер.—Ҡатын төйнәнә башларға әҙерлеген белдереп урынында тыбызыҡланы.

—Белә, белмәй ҙә. Тегендә һуғышта саҡта хәрби хирург аяғымды төбөнән ҡырҡырға йәтәхәнләнде5. Әгәр шул саҡта рөхсәт бирһәм, бөгөн һыңар аяҡ менән тумраңлар инем әле.—Шулай ҙа ҡайтымһаҡланып, әйтелгәндәргә күнгәндәй, урынынан торҙо.

—Һеҙгә ярамай, ятығыҙ!—Аш өйҙә ишек төбөнә ултырғыс тартып һаҡҡан шоферға өндәштем. —Сәмиғулла Мостафич, тиҙ генә носилканы керетегеҙ әле!—Көнөм төшһә уға шулай ололап, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып өндәшәм. Хупҡа эйәргән аумаҡайға етә ҡала, һары майҙай ирей ҙә китә, ни алып ни беререн белмәй. Был юлы ла өлтөрәп урынынан ҡалҡты.

—Кәрәкмәй, тинем бит! Миңә ни булыр тиһең!—Фазулла баяраҡ әйткәнен ҡабатланы.—Күрше-тирәне, ауылдаштарҙы ғауғаға һалып тейәлеп китәйемме?—Аҫҡаңлап йөрөп майкаһын, күлдәген алыштырҙы, шифоньерҙан сығарып орден-миҙалдар тағылған пинжәгенең салбарын кейҙе.

—Ҡарт, кәстүмеңде лә…

—Парадҡа бармайым, кәзә дебетенән бәйләнгән свитерҙы, йөн ойоҡбаштарҙы килтер, нишләптер өшөтә.—Фазулла әйтеп бөтөргә бирмәй үҙенекен теҙҙе.

Мөштөрҙәп йөрөп ниһайәт йыйынып бөттөләр. Оло юлға сығыр алдынан башҡарылған йоланы үтәп, ҡушарлап, бер-береһенә һыйыныңҡырап урындыҡ ситенә һаҡтылар. Ир шау тарамыш ҡулдарын салбары аша остайып күренгән тубыҡтарының араһына төшөргән, ҡатын алъяпҡыс  итәген тартыштыра, сал сәстәре күренгән яулығын төҙәтештерә. Башымдан әсенеүле уй йүгереп үтте: «Ауылда яңғыҙ ҡалған әсәйем был мәлдә, ошо ҡиәфәттә юлға ҡарап өңөлөп мине көтөп тормаймы икән?.. Ҡайтҡас та хат яҙып һалайым әле, айҙың аҙағында ялһыҙ эшләп йыйылған көндәрем иҫәбенә ҡайтып та килермен. Буш ҡул йөрөүҙе ҡуйып күстәнәс, бүләк тә алырмын…».

Башы. Дауамы киләһе һанда.

1 ҡонан—ике йәштән өс йәшкә тиклемге айғыр.

2 Контрактация—әҙерләү ойошмаларының контракт буйынса колхозсыларҙан мал йыйыу тәртибе.

3 ҡырҡмыш—ялы, ҡойроғо ҡырҡылған (тайға ҡарата)

4 Ағас игәү—мыжып теңкәгә тейгән кешегә ҡарата әйтелә.

 

5 йәтәхәнләнеү (диал)—йыйыныу, теләү мәғәнәһендә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap