Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.01.2017
КҮРШЕ ӘТӘСЕ
Untitled document

Яңы өйләнешеп, донъя ҡороп йәшәп ятҡан саҡ. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтәбеҙ. Бер көндө, ирем эштә булған саҡта, ҡартайып киткән бер ҡара әтәсемде (улар өсәү ине) салдырып алырға булдым. Тик кемдән был эште башҡартырға? Бер ҡулыма саҡ баҫтырып тотоп алған баяғы әтәсте, икенсеһенә бысаҡ алдым да өй аша йәшәгән күршемә киттем. Барһам, улары ла өйҙә юҡ, әрменән яңы хеҙмәт итеп ҡайтҡан улдары йөрөп ята. Шул салып бирҙе әтәсте.

Ҡайта килеп, әтәсте таҙартып, ирем ҡайтыуға аш та бешереп ҡуйҙым. Рәхәтләнеп ашап алғас, ирем тәмәке тартырға сығып китте. Бер ваҡыт атылып өйгә кире килеп инде лә: «Һин ҡара әтәсте салдырҙым тинең түгелме?»—тип һораны. «Эйе» тигәнде аңлатып баш ҡағам. «Уның, ана, ем сүпләй»,—ти. Сыҡҡас, үҙ күҙемә үҙем ышанманым. Әтәскәйем һап-һау кикереген һелкетә-һелкетә ашап йөрөй. Аҙаҡ ҡына башыма барып етте. Әйтһәң оят. Үҙ әтәсемде танымай күршеләрҙең әтәсен үҙҙәренән үк салдырып ашағанбыҙ. Күрше хаҡы—тәңре хаҡы тип, ояла-ояла барып хәлде аңлатып, ғәфү үтенеп, бер әтәсемде ҡалдырып киттем.

Бының менән генә бөтмәне беҙҙең әтәс мажараһы. Яңы өйгә сыҡҡан саҡ. Үҙебеҙ һалған өй түгел, хөкүмәттеке. Ни эшләптер ҡапҡалар шарнирһыҙ, һөйәтеп кенә ҡуйылған ине. Ҡапыл ел-дауыл сығып китте лә баяғы ҡапҡаны алып ырғытты. Ярай бала-саға булмаған эргәһендә. Эшкә сығып барған еренән ирем кире боролоп инде. «Сыҡ әле тиҙ генә»,—ти. Ҡотом осоп барып сыҡһам, ҡапҡа аҫтынан әтәс ҡойроғо күренеп ята. Ҡапҡаны күтәрҙек. Унда әлеге лә баяғы күршемдең бер әтәсе. Әйтеп тә ышандырып булмаҫ, ғәфү лә итмәҫтәр, тип быныһын күмдек тә ҡуйҙыҡ. Әллә ни эшләп шул күрше-күләндең тауыҡ-әтәсе беҙгә эйәләр ине.

Әтәс йылы тик яҡшы ғына хәбәрҙәр һәм яңылыҡтар алып килер, бындай мажаралар булмаҫ тигән өмөттә ҡалам.

Ҡаурыйҙарың нисәү икән,

Әтәскәйем, һана әле?

Яңы йылдан һинең йылың,

Миһырбанлы бул, йәме!

Хәлиҙә Ишдәүләтова.

Баймаҡ районы,

 

Ишей ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap