Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.01.2017
АРАЛАРҘА—НЫҠЛЫ КҮПЕР
Untitled document

Хәҙерге заманды киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Телерадиотапшырыуҙар, интернет селтәре көн һайын һуңғы яңылыҡтар менән таныштырып, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итеп тора. Гәзит-журналдар иһә уҡыусыға мәғлүмәт биреү, үҙ-ара фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Баймаҡ районы Билал ауылы менән «Атайсал» гәзите араһында һалынған был күпер ныҡлы һәм ышаныслы. Уҙған йыл аҙағында ғына беҙ ауылда ойошторолған «Йәшәйеш һулышы» исемле сарала ҡатнаштыҡ.

Яңы йылға баҫҡанда һәр кем үткәненә әйләнеп ҡарай, һөҙөмтәләрҙе барлай. «Йәшәйеш һулышы»нда ла йыл әйләнәһенә Билал ауылында үткәрелгән төрлө сара-ларға йомғаҡ яһалды.

Был кисәлә бына инде оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, матур ғаилә булып йәшәүсе, 2016 йылда үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Сәлимә һәм Мансур Кәримовтар, Сәрүәр һәм Солтан Мөхәмәтйәновтар, Fәлиә һәм Ирек Зәйнуллиндар «Йыл парҙары» тип билдәләнде. Улар татыу һәм матур ғүмер итеү серҙәре менән бүлеште, йәштәргә ҡорған ояларын туҙҙырмаҫҡа кәңәш итте.

Сарала күп балалы ғаиләләр ҙә тәбрикләнде. «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған, биш бала әсәһе Сәғилә Бикйән ҡыҙы Fайсина балалары хаҡында һөйләне.

—Өйөбөҙ эсендә балаларҙың шат тауышы тынмай. Ошо үҙе бәхет. Ике балабыҙ—студент, икәүһе—мәктәп уҡыусыһы, кинйәбеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәйбеҙ,—ти ул.

Был көндө күпләп мал көтөүселәргә, ҡош-ҡорт аҫраусыларға, сәскә-гөл үҫтереүселәргә, ҡул эштәренә маһирҙарға дан йырланы билалдар. Ауылда булған ваҡиғаларҙың иң сағыу мәлдәре ҡабаттан иҫкә алынды. Сығыштар уҡыусыларҙың, ауыл халҡының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. «Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет» район конкурсында ҡатнашып призлы урын алыусы Ләйсән Булатова һәм Нуриман Кәримов М.Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Д.Әхмәтова етәкләгән «Йәйғор» бейеү ансамбленең, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йыр бәйгеләрендә ҡатнашыусы, оҫта башҡарыусы Ф.Ҡаһарманова йырҙарын тамашасылар яратып тыңланы.

Кисәнең аҙағында ауыл халҡы 2017 йылдың беренсе йыллығына «Атайсал» гәзитенә яҙылып ҡалырға ашыҡты. Барлығы 12 кеше беҙгә «дуҫлыҡ ҡулы» һуҙҙы. Матбуғат баҫмалаларын алдырыу буйынса мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева ауылдаштарына түбәндәге фекерҙе еткерҙе:

—Башҡорт баҫмаларын алдырырға кәрәк. Район гәзитенә яҙылып беҙ уның яңылыҡтары менән танышабыҙ, республика баҫмалары аша тыуған төйәгебеҙҙең йәшәйеше менән хәбәрҙар булабыҙ. Ә «Атайсал»ға яҙылып беҙ үҙебеҙ йәшәгән төбәк, уның халҡы, ул нимә менән йәшәгәнен күрәбеҙ. Уҡымлы, йөкмәткеле, үҙенсәлекле гәзит ул. Киләсәктә дуҫтарығыҙҙың артыуын теләйем,—тине ул.

Ауылдаштарына ошондай матур саралар, кисәләр үткәреп тороусы, матбуғат баҫмалалрына яҙылыуҙы ойоштороусы уңған китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатоваға, мәктәп директоры Фәнүр Фәрит улы Садыҡовҡа һәм уның коллективына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Азалия Мазһарова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap